Береһе лә ҡурҡмай көрсөктән...25.10.2016
Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа беленә. Ләкин, бөйөк идеологтарҙың береһе Владимир Ленин әйтмешләй, һәр сағыштырыу “аҡһай”. Был иҡтисадҡа ла ҡағыла. Әйтәйек, Краснодар крайы менән Мурманск өлкәһен климат буйынса ғына түгел, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, хатта туризм буйынса ла сағыштырып ҡарау урынһыҙ. Шуға күрә был юлы Башҡортостандың быйылғы ғинуар – август айҙарындағы үҫешен беҙгә оҡшаш шарттарҙа көн иткән күрше төбәктәр менән сағыштырырға тәҡдим итәбеҙ.
Волга буйы федераль округының иҡтисади үҫеште кәметкән төбәктәрен иҡтисадсылар өс төркөмгә бүлеп ҡарай: 1) сәнәғәт етештереүенең кәмеүе 20 процент һәм унан да күберәк тәшкил иткән субъекттар. Әлеге осорҙа бындай күрһәткескә дусар ителгәндәр булманы; 2) етештереү күләме 6 проценттан алып 19 процентҡа саҡлы кәмегәндәре. Улар иҫәбендә – Мордовия менән Ырымбур өлкәһе; 3) был күрһәткесте 6 проценттан да арттырмағандары: Мари Иле Республикаһы, Пермь крайы, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләре.
Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе күләме, быйылғы һигеҙ айҙа былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 101,8 процент тәшкил итте. Беҙҙең федераль округта ошо күрһәткес буйынса иң алда барғаны – Сыуаш Республикаһы: ғинуар – августа уның етештереү күләме 112,8 процент булды.
Электр энергияһы, газ һәм һыу менән тәьмин итеүҙе Башҡортостан, былтырғы тәүге һигеҙ ай менән сағыштырғанда, 1,9 процентҡа арттыра алды. Был күрһәткес буйынса Татарстан алда бара – үҫеш 7,2 процент булды.
Мал һәм ҡош ите етештереү (тереләй ауырлыҡта) буйынса федераль округтың туғыҙ төбәге үҫешкә өлгәшә алды. Был йәһәттән Түбәнге Новгород өлкәһе алдынғы – артым 20,4 процент булды. Һигеҙ төбәк һөт етештереүҙе арттырҙы, бында беренсе урында – Киров өлкәһе. Йомортҡа етештереү буйынса ете төбәк ыңғай күрһәткестәр бирҙе һәм бында тәүге урынды беҙҙең республика биләй.
Хәҙерге иҡтисадтың иң мөһим күрһәткесе – төп капиталға инвестиция. Хәҙерге көрсөк заманында уның үҫеше менән әллә ни маҡтанып булмай. Рәсәй буйынса ул дүрт процент тиерлек, ә Волга буйы федераль округында 7,9 процентҡа төштө. Башҡортостан да быйылғы икенсе кварталда бөтә төр сығанаҡтар иҫәбенә инвестиция күләмен 2,5 процентҡа кәметте. Шулай ҙа округтың дүрт төбәге был күрһәткесте бер аҙға арттыра алды: Удмурт Республикаһы 5,9 процентҡа, Һарытау өлкәһе – 5,8, Татарстан – 1,6 һәм Ульяновск 0,3 процентҡа.
Иҡтисадтың кимәлен бөтә донъяла төҙөлөш билдәләй. Көрсөк башланғанда иң тәүҙә ошо тармаҡ зыян күрә. Төҙөлөш объекттарының ҡалҡа башлауы – иҡтисади хәлдең дә йәнләнеүенә ишара. Был тармаҡтың быйылғы ғинуар-августағы эш һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 5-се урынға сыҡты. Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда төҙөлөш күләме беҙҙә 2,8 процентҡа кәмене. Торлаҡ һалыу күләме федераль округтағы 14 төбәктең һигеҙендә аҙайҙы, Һамар өлкәһендә ул хатта 72,8 процентҡа түбән төштө.
Донъя иҡтисадындағы хәлдең ҡатмарлашыуы төрлө ҙурлыҡтағы предприятиеларҙың табышында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Рәсәйҙәге хужалыҡ тармаҡтары эшмәкәрлегенең сальдо яһалған финанс һөҙөмтәһе (йәғни табыштың сығымдарҙы алып ташлағандан һуң ҡалған өлөшө) быйылғы ғинуар – июлдә алты триллион һумдан ашыу булды, табышлы эшләгән предприятиелар һәм ойошмаларҙың өлөшө 69,6 процент тәшкил итте.
Башҡортостан ҙур һәм уртаса предприятиеларҙың эшмәкәрлеге буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө, ә табышлы булғандарының нисбәте буйынса икенсе урынды тота. Беҙҙең республика ойошмаларының быйылғы ғинуар – июлдәге сальдо яһалған финанс һөҙөмтәһе 96 миллиард һумдан ашты.
Хаҡтарҙың үҫеүе – иҡтисади көрсөктөң тоғро юлдашы. Быйылғы августа ҡулланыу хаҡтарының индексы Рәсәй буйынса 103,9 процент тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн: былтырғы августа ошо күрһәткес 109,8 процент ине. Шул уҡ айҙа Волга буйы федераль округында хаҡтарҙың иң юғары булыуы Пермь крайында күҙәтелде (104,2 процент), Башҡортостанда ул – 103,7 процент (федераль округта алтынсы урын).
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар быйылғы августа, уҙған йылғы декабрь менән сағыштырғанда, Һарытау өлкәһендәге 0,9 процент менән Мари Иле Республикаһындағы 3,6 процентҡа саҡлы тирбәлде. Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса округта һигеҙенсе урында тора.
Быйылғы ғинуар – июлдә илебеҙҙә халыҡтың реаль аҡсалата килеме 5,1 процентҡа түбәнәйҙе. Ошо ете ай эсендә федераль округта был килемде иң күп юғалтыусылар – Пермь крайы (алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 81,2 процент) менән Ульяновск өлкәһе (86,9 процент) халҡы. Йән башына иҫәпләгәндә, Башҡортостанда аҡсалата килем быйыл июлдә 29 547-шәр һум булды. Был күрһәткес Мордовияла – 18 406, ә Татарстанда 33 644-әр һум тәшкил итте. Уртаса айлыҡ эш хаҡы буйынса ла округта Татарстан алда килә: был күрһәткес унда быйылғы ғинуар – июлдә 29 753 һум ине. Беҙҙең республика 14 төбәк араһында бишенсе урынды ала.
Эш хаҡы түләү буйынса кисектерелгән бурыс һигеҙ төбәктә – Татарстан, Удмурт республикаларында, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләрендә – кәмене; биш төбәктә – Башҡортостанда, Мари Иле һәм Сыуаш республикаларында, Пермь крайында һәм Киров өлкәһендә – артты, Мордовияла ундай бурыс булманы.
Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда быйылғы август аҙағына 24 мең кешегә етте. Эшһеҙлектең иң юғары кимәле Ырымбур өлкәһендә (хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 1,5 проценты) һәм Пермь крайында (1,4 проценты) һаҡлана. “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы ысулы буйынса иҫәпләп ҡарау Башҡортостанда эшһеҙҙәр һанының 110,2 мең булыуын күрһәтә, был иһә дөйөм һандағы 5,5 процент тигән һүҙ. Бындай иҫәпләү нигеҙендә алынған эшһеҙлектең иң юғары кимәле Пермь крайында – ул хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 5,8 процентын тәшкил итә.
Быйылғы тәүге ете айҙа Башҡортостанда халыҡ һаны 2 125 кешегә артты. Тәбиғи артымдың иң ҙур күрһәткесе округ буйынса Татарстанда (2,8 процент), Удмуртияла (1,1 процент) һәм Башҡортостанда (0,9 процент) күҙәтелә.