Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауыл хәстәре менән янып
Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Ғәзинур Ҡыуандыҡов бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмауы, тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра.

Ул 1964 йылда Үҙән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң урындағы ағас әҙерләү участкаһына тракторсы булып эшкә урынлаша. Хәрби хеҙмәтте Монголия Республикаһында үтә. “Медьмолибденстрой” төҙөлөш ида­ралығында эшләп, бай күмер ятҡылығын үҙләштереү урынын төҙөүҙә ҡатнаша. Шул саҡта ул иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡый.
Армияла саҡта әсәһенең йорто янып ҡуя. Шуға ла хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егетте тыуған ауылында күңелһеҙ хәл ҡаршылай. Шулай ҙа ул юғалып ҡалмай, “Рәсәй” колхозына иретеп-йәбештереүсе булып эшкә урынлаша, шул уҡ йылда ауылдашы Ирина Григорьевна менән ғаилә ҡора. Яҡшы эш тәҡдим иткәс, Силәбе өлкәһенең Агаповка районындағы “Искра” совхозына бригадир булып бара. Тау-урман ҡосағында үҫкән егет даланы оҡшатмай һәм 1986 йылда кире тыуған яғына ҡайтып, Үҙәнбаш ауылында төпләнә.
Был ваҡиғалар әле генә булған кеүек тойолһа ла, Ғәзинур Ғилман улының Үҙәнбашта йәшәүенә 30 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, халыҡтың төп терәгенә әйләнә. Ун йылға яҡын Белорет лес­промхозының Үҙәнбаш участ­ка­һында иретеп-йәбеш­тереүсе, аҙаҡ ҡаҙанлыҡта, урман хужалығында эшләй. 2013 йылда үҙ эшен аса.
Бар күңелен биреп староста йөгөн тартҡан Әкрәм Сафа улы Ғүмәров 2013 йылда һәләк булып ҡалғас, ауылдаштары Ғәзинур Ғилман улын староста итеп һайлай. “Әкрәм Сафа улы шәп кеше ине”, – тип Үҙәнбаш ауылының тәүге старос­таһын яҡшы һүҙ менән иҫкә ала ул.
Үҙе лә старосталыҡ эшенә етди тотона. Балаларға уйын майҙансығы эшләү өсөн материал бүлә, яңы мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүҙә ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск урынлаштырыу өсөн нигеҙ әҙерләүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Төҙөкләндереү, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу ҙа уның иңендә. Ветерандарға утын алып килеү, ауылда үткән төрлө сараларға бағыусы ярҙамы күрһәтеү кеүек эштәрҙән ситтә ҡалмай.
– Әлеге ваҡытта Үҙәнбаш ауылында ла өмәләр үтә. Ололар бик ихлас ҡатнаша, ә йәштәр битарафлыҡ күрһәтә. Өмә беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк, шуны кеше аңлап ҡабул итһен ине. Йорт-ҡураһын рәтләргә теләгәндәргә штакетник, һайғау ҙа бирәм. Пенсионерҙарға яҡшы төҙөлөш материалдарына 50 процент ташлама яһайым. Ауыл матур йәшәһен өсөн һәр кем өлөш индерергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр эшһеҙ ятһа ла, сығып баҡсаһын, өй тирәһен тәртипкә килтерергә уйламай. Ауыл тормошонда эшҡыуар­ҙарҙан Салауат Сәлмән улы Хафизов, Рита Әхтәм ҡыҙы Әсфәндиәрова, Наил Ғиниәт улы Мөлөков әүҙем ҡатнаша, – ти староста.
Ғәзинур Ҡыуандыҡов менән осраш­ҡандан һуң ауылдарҙа старосталарҙың ни тиклем кәрәк булыуына тағы ла бер инанаһың. Ауыл хакимиәте башлығы бөтә ергә лә өлгөрмәүе ихтимал, ә староста ауылдағы һәр ваҡиғаны күреп- белеп тора, халыҡтың мәнфәғәтен яҡлай.

Р. МУСИНА.

Белорет районы.



Шәкәр заводы яңыртыла

Раевка шәкәр заводы бөтә күрһәткестәр буйынса республикала юғары кимәлдә тора. Йыл һайын уны яңыртыуға һәм модернизациялауға шаҡтай аҡса бүленә. Быйыл да предприятиела ремонт эштәре бара һәм цехтар яңыртыла.


– Заводты модернизациялауҙы апрелдә башланыҡ, – ти “Раевшәкәр” йәмғиәтенең техник директоры В. В. Григорьев. – 105 миллион һумлыҡ инвестиция бизнес-проектын тормошҡа ашырыу тәүлегенә өс-дүрт мең тонна сөгөлдөр эшкәртеү мөмкинлеге бирәсәк. Ошо маҡсатта предприятиела ДС-12 яңы диффузия ҡорол­маһы, парлау станцияһы урынлаштырыу эштәре алып барыла. Татарстандың Түбәнге Кама төҙөүселәре бер ай дауамында градирня секцияларының береһендә реконструкциялау үткәрҙе. Был энергия ресурстарына һәм һыуға киткән сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Жом киптереү цехы яңыртыла. Әгәр былтыр тәүлегенә 80 тоннаға яҡын ҡоро жом етештерһәк, быйыл күрһәткесте 110 тоннаға арттырыу планлаштырыла. Бөгөн 12 мең тоннаға тиклем шәкәр һаҡлау өсөн келәт төҙөлә. Ошо уҡ станция эшселәре эзбиз мейесен утҡа сыҙамлы кирбес менән алмаштырыу эшен алып бара. Етештереүсәнлекте арттырыу, “Технопром” ғилми-етештереү берекмәһе” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләнмәләре буйынса продукцияның сифатын яҡшыртыу маҡсатында заводта составында шәкәр миҡдары булған иретмә өсөн эзбиз һөтөн химик активациялау буйынса яңылыҡ индерелә.
Шулай уҡ предприятиела, бөтә цехтарҙа ағымдағы ремонт үткәрелә. Сентябрь башында заводҡа “татлы тамыр” килә башлаясаҡ. Был миҙгелдә 400 – 450 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө сеймалы әҙе­р­ләнәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә