Ауыл хәстәре менән янып26.07.2016
Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Ғәзинур Ҡыуандыҡов бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмауы, тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра.
Ул 1964 йылда Үҙән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң урындағы ағас әҙерләү участкаһына тракторсы булып эшкә урынлаша. Хәрби хеҙмәтте Монголия Республикаһында үтә. “Медьмолибденстрой” төҙөлөш идаралығында эшләп, бай күмер ятҡылығын үҙләштереү урынын төҙөүҙә ҡатнаша. Шул саҡта ул иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡый.
Армияла саҡта әсәһенең йорто янып ҡуя. Шуға ла хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егетте тыуған ауылында күңелһеҙ хәл ҡаршылай. Шулай ҙа ул юғалып ҡалмай, “Рәсәй” колхозына иретеп-йәбештереүсе булып эшкә урынлаша, шул уҡ йылда ауылдашы Ирина Григорьевна менән ғаилә ҡора. Яҡшы эш тәҡдим иткәс, Силәбе өлкәһенең Агаповка районындағы “Искра” совхозына бригадир булып бара. Тау-урман ҡосағында үҫкән егет даланы оҡшатмай һәм 1986 йылда кире тыуған яғына ҡайтып, Үҙәнбаш ауылында төпләнә.
Был ваҡиғалар әле генә булған кеүек тойолһа ла, Ғәзинур Ғилман улының Үҙәнбашта йәшәүенә 30 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, халыҡтың төп терәгенә әйләнә. Ун йылға яҡын Белорет леспромхозының Үҙәнбаш участкаһында иретеп-йәбештереүсе, аҙаҡ ҡаҙанлыҡта, урман хужалығында эшләй. 2013 йылда үҙ эшен аса.
Бар күңелен биреп староста йөгөн тартҡан Әкрәм Сафа улы Ғүмәров 2013 йылда һәләк булып ҡалғас, ауылдаштары Ғәзинур Ғилман улын староста итеп һайлай. “Әкрәм Сафа улы шәп кеше ине”, – тип Үҙәнбаш ауылының тәүге старостаһын яҡшы һүҙ менән иҫкә ала ул.
Үҙе лә старосталыҡ эшенә етди тотона. Балаларға уйын майҙансығы эшләү өсөн материал бүлә, яңы мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүҙә ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск урынлаштырыу өсөн нигеҙ әҙерләүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Төҙөкләндереү, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу ҙа уның иңендә. Ветерандарға утын алып килеү, ауылда үткән төрлө сараларға бағыусы ярҙамы күрһәтеү кеүек эштәрҙән ситтә ҡалмай.
– Әлеге ваҡытта Үҙәнбаш ауылында ла өмәләр үтә. Ололар бик ихлас ҡатнаша, ә йәштәр битарафлыҡ күрһәтә. Өмә беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк, шуны кеше аңлап ҡабул итһен ине. Йорт-ҡураһын рәтләргә теләгәндәргә штакетник, һайғау ҙа бирәм. Пенсионерҙарға яҡшы төҙөлөш материалдарына 50 процент ташлама яһайым. Ауыл матур йәшәһен өсөн һәр кем өлөш индерергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр эшһеҙ ятһа ла, сығып баҡсаһын, өй тирәһен тәртипкә килтерергә уйламай. Ауыл тормошонда эшҡыуарҙарҙан Салауат Сәлмән улы Хафизов, Рита Әхтәм ҡыҙы Әсфәндиәрова, Наил Ғиниәт улы Мөлөков әүҙем ҡатнаша, – ти староста.
Ғәзинур Ҡыуандыҡов менән осрашҡандан һуң ауылдарҙа старосталарҙың ни тиклем кәрәк булыуына тағы ла бер инанаһың. Ауыл хакимиәте башлығы бөтә ергә лә өлгөрмәүе ихтимал, ә староста ауылдағы һәр ваҡиғаны күреп- белеп тора, халыҡтың мәнфәғәтен яҡлай.
Р. МУСИНА.
Белорет районы.
Шәкәр заводы яңыртыла
Раевка шәкәр заводы бөтә күрһәткестәр буйынса республикала юғары кимәлдә тора. Йыл һайын уны яңыртыуға һәм модернизациялауға шаҡтай аҡса бүленә. Быйыл да предприятиела ремонт эштәре бара һәм цехтар яңыртыла.
– Заводты модернизациялауҙы апрелдә башланыҡ, – ти “Раевшәкәр” йәмғиәтенең техник директоры В. В. Григорьев. – 105 миллион һумлыҡ инвестиция бизнес-проектын тормошҡа ашырыу тәүлегенә өс-дүрт мең тонна сөгөлдөр эшкәртеү мөмкинлеге бирәсәк. Ошо маҡсатта предприятиела ДС-12 яңы диффузия ҡоролмаһы, парлау станцияһы урынлаштырыу эштәре алып барыла. Татарстандың Түбәнге Кама төҙөүселәре бер ай дауамында градирня секцияларының береһендә реконструкциялау үткәрҙе. Был энергия ресурстарына һәм һыуға киткән сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Жом киптереү цехы яңыртыла. Әгәр былтыр тәүлегенә 80 тоннаға яҡын ҡоро жом етештерһәк, быйыл күрһәткесте 110 тоннаға арттырыу планлаштырыла. Бөгөн 12 мең тоннаға тиклем шәкәр һаҡлау өсөн келәт төҙөлә. Ошо уҡ станция эшселәре эзбиз мейесен утҡа сыҙамлы кирбес менән алмаштырыу эшен алып бара. Етештереүсәнлекте арттырыу, “Технопром” ғилми-етештереү берекмәһе” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләнмәләре буйынса продукцияның сифатын яҡшыртыу маҡсатында заводта составында шәкәр миҡдары булған иретмә өсөн эзбиз һөтөн химик активациялау буйынса яңылыҡ индерелә.
Шулай уҡ предприятиела, бөтә цехтарҙа ағымдағы ремонт үткәрелә. Сентябрь башында заводҡа “татлы тамыр” килә башлаясаҡ. Был миҙгелдә 400 – 450 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө сеймалы әҙерләнәсәк.