Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнсел йүнен тапһын өсөн
Йүнсел йүнен тапһын өсөн Хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында “Урал аръяғы-2016. Бәләкәй бизнес – идеянан алып ғәмәлгә тиклем” тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы ойошторолдо. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығындағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ департаменты директоры Максим Паршин, республика Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, үҙебеҙҙәге һәм күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт компаниялары башлыҡтары, сит ил бизнес-структуралары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.


“Йәшел” юл
ныҡлы асылһа...


Ҡунаҡтар тәүҙә Сибай ҡалаһын­дағы балалар ижады үҙәгендә халыҡ кәсепселәренең ҡул эштәре­нән ойошторолған бай күргәҙмә менән танышты. Күптәрҙе айырыуса урындағы йәшмәнән яһалған үҙенсәлекле сувенирҙар, биҙә­үестәр һоҡландырҙы. Унан форумда ҡатнашыусыларға көньяҡ-көн­сығыш төбәктәге район хакимиәт­тәре башлыҡтары, яңы инвестиция проекттарын тәҡдим итеп, үҙҙәрен­дәге йүнселдәрҙең эш һөҙөмтәһен сағылдырған күргәҙмә өлгөләре менән таныштырҙы.
Йүнсел йүнен тапһын өсөнМәғлүм булыуынса, бәләкәй эшҡыуарлыҡ бөгөнгө баҙар иҡти­садында мөһим урын биләй. Ул урындағы үҫешкә, социаль хәлде яҡшыртыуға тос өлөш индерә. Бөгөн һәр кемгә үҙ эшен асыу, шәхси кәсебен йәйелдереү өсөн дәүләт тарафынан уңайлы шарттар тыуҙырылған, мөмкинлектәр киң. Шулай ҙа хеҙмәтте башлап китеү еңелдән түгел: урындарҙағы төрлө органдарҙың ҡаршылығына осрау, бихисап документ тултырыу... Эйе, был тармаҡтағы ҡануниәтте камиллаштырмайынса, административ кәртәләрҙе емермәйенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты йәнлән­дереү мөмкин булмаясаҡ.
Йүнселлеккә урында булышлыҡ ҡылыу маҡсатында күптән тормош­ҡа ашырыла килгән ярҙам сараһы – көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәл­телгән дәүләт программаһы – 2020 йылға тиклем оҙайтылды. Уның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, башланғыс ғәмәлгә ингәндән алып төбәктә биш меңдән ашыу яңы хеҙмәт урыны булдырылған, 520 эшҡыуарға 380 миллион һумдан ашыу аҡсалата ярҙам күрһәтелгән, дүрт микрофинанслау үҙәге асылған.
Илшат Азамат улы етештереү­селәрҙең үҙ продукцияһын һатыуҙа байтаҡ проблемаға юлығыуын да билдәләне. Бының сәбәбе – урында эшкәртеү сәнәғәтенең тейешле кимәлдә үҫешмәүе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов иһә, төбәктәге йүнселдәрҙән йыйылған һалым күләменең ике тапҡырға артыуын әйтеп, кәсепселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙең, уңайлы шарттар булдырыуҙың эшкә ҙур этәргес биреүен билдәләне. Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәр­ҙәншиндың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәнфәғәтендә ҡабул ителгән ҡанундар менән ныҡлап таныштырыуы ла файҙалы булды.
Ике көнлөк йыйында Сибайҙа цемент заводы төҙөү, Баймаҡ ра­йонында тегеү цехтары асыу, ту­ризмға бәйле һәм башҡа маҡсат­тарҙа хеҙмәттәшлек итеү тураһын­да, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән киле­шеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған “түңәрәк өҫ­тәл”дәрҙә фекер алышты.
Дөйөм алғанда, тармаҡтың бихисап проблемаларын үҙ эсенә алған иҡтисади сара эшлекле шарт­тарҙа үтте. Федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәрен, инвесторҙарҙы, йүнселдәрҙе бер майҙанға туплаған йыйындың ыңғай һөҙөмтә биреренә шик юҡ.

“Бер урында тапаныу яҙыҡ”

Йүнсел йүнен тапһын өсөнЙүнсел йүнен тапһын өсөнКүргәҙмәләрҙе ҡараған ваҡытта бер нисә эшҡыуарҙың шөғөлө менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Мәҫәлән, Бөрйәндән Рәйхана Дәүләтбаева улы Айнур етештергән кәзә һөтө продукцияһын алып килгән. Район үҙәге Иҫке Собхан­ғолда йәшәгән йәш фермер ошо малды аҫрап, ярайһы мул табыш ала икән. Һөттө Өфөгә алып барып тапшыра.
– Әле 150 баш малыбыҙ бар, шуларҙың 60-ы – һауын кәзәләре, – ти хужабикә. – Был малды көтөү күпкә еңелерәк, айырыуса беҙҙең таулы Бөрйәндә. Кәзә ҡырға китмәй, ашауға талымһыҙ. Продукцияны баш ҡалаға илтеү өсөн махсус машина һатып алдыҡ. Башлыса һөт көйөнсә тапшырабыҙ. Киләсәктә ҡымыҙ етештереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ, уны һораусылар күп.
Рәйхана Дәүләтбаева кәзә һө­төнән үҙҙәре эшләгән сырҙы ла алып килгәйне. Был шөғөлгә яңы­раҡ тотонғандар. Продукцияны һа­тып алырға теләгәндәр ифрат күп, тиҙәр. Килограмы – бер мең һум. Экологик яҡтан таҙа, сифатлы кәзә һөтөнән етештерелгән сыр килә­сәктә Бөрйәндең йәнә бер брендына әүерелмәҫ тимә.
Ә бына Сибайҙан Рәмзиә Байе­гетова Әбйәлил эшҡыуары Рә­мил Юлдыбаев етештергән ҡымыҙ­ҙы, һөт ризыҡтарын һата. Әйткән­дәй, был йүнсел – районда иң йәш, ая­ғын­да ныҡлы баҫып торған мал­та­барҙарҙың береһе. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса шәх­си эшен булдырған, киләсәктә йә­шелсәселеккә лә тотонмаҡсы. Ир-уҙаман бындай ҙур иҡтисади сара­ла тәүге тапҡыр ҡатнашты. Уның Сибайҙа ғына ла алты һатыу урыны бар.
– Эшҡыуарға бер урында тапанып тороу яҙыҡ, ул һәр саҡ яңы­лыҡҡа ынтылып йәшәргә тейеш, – ти йүнсел. – Форумда юғары власть органдары вәкилдәренең сығышын тыңлап, фекерҙәрен ишетеп, эшҡыуарҙар менән һөйләшеп үҙем өсөн күп нәмә астым, башта яңы идеялар ҡайнай башланы.

Туристарҙы нисек ылыҡты­рырға?

Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү програм­маһы туризмды алға ебәреү, ошо йүнәлештә эшләгән үҙәктәрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү бурысын да ҡуйған.
Тармаҡтың килемле булыуы һис кемгә сер түгел. Шулай ҙа беҙҙә әле туризм индустрияһы үҫешкән тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ғорур Урал тауҙары, Ирән­дек ҡаялары, Бөрйән районының тәбиғәте күп урындарға алмаштыр­ғыһыҙ ҙа бит. Тик үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһа­лап еткермәйбеҙме икән, туризм ойоштороу эшенә ныҡлы иғтибар бирелмәй. Ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға ла ашҡынып тормайбыҙ кеүек. Проб­лема ниҙә һуң? Туристарҙы нимә менән ылыҡтыра алыр инек?
Форумдың икенсе көнөндә ошо мәсьәлә буйынса “Инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туризм һәм рекреация мөм­кинлектәре” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышынды. Әбйәлил райо­нынан “Экстрим” спорт-туристик фирмаһы етәксеһе Лидар Әхтәмов әйтеүенсә, урындағы етәкселек тейешле ярҙам күрһәтә икән, тармаҡты үҫтереп була.
– Беҙҙең эшмәкәрлектең төп маҡсаты – балаларҙың ялын ма­уыҡтырғыс, күңелле үткәреү, – тине ул. – Бер урында тапанғаныбыҙ юҡ: ҡыш та, йәй ҙә кескәйҙәр өсөн ниндәйҙә булһа яңылыҡ уйлап табырға тырышабыҙ. Шул уҡ ва­ҡытта, билдәле, берәү ҙә балаһын яңғыҙ ял итергә ебәрмәй. Тимәк, ғаилә менән ял итеү сараһын ойоштороу мөһим. Балаларҙы ата-әсәһе менән бергә ҡабул итерлек ял йорттары төҙөргә кәрәк. Ошо маҡсатта ер алыу өсөн район етәкселегенән ярҙам һорарға ниәтләйбеҙ.
Форумдың икенсе өлөшөнөң йәмле Яҡтыкүл буйында үтеүе лә бушҡа түгел. Бында заман талаптарына яуап бирерлек ял йорттары, күңел асыу урындары, шифалы батҡағы менән дан алған “Яҡтыкүл” шифаханаһы урынлашҡан. Ошо төбәктә йәшәгәндәрҙең күбеһе ҡунаҡтарға үҙ йортон, бүлмәһен ҡуртымға биреп, милли аш-һыуын, һөт ризыҡтарын тәҡдим итеп аҡса эшләй.
Сарала Башҡортостандың эш­ҡы­уарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәкселеге, Әбйәлил районы хакимиәте баш­лығы, Силәбе өлкәһе губернаторы араһында төбәк-ара туризмды үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән аныҡ план ҡабул ителде. Шулай уҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы биләмәһендә күңел асыу паркы төҙөү мәсьәләһе ҡара­лып, бының өсөн Ташбулат ауыл биләмәһенә ҡараған майҙандан участка бүлеү, инвесторҙар йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Кеше хәләл аҡсаһын түләп ял итергә килгән икән, уның талаптарына яуап бирерҙәй уңайлыҡтар тыуҙырырға тейешһең. Шул саҡта ғына төбәктә туризм үҫешер, йүн­селдәргә лә, урындағы халыҡҡа ла аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ. Бергәләп фекер төйнәп, уй-маҡсат ҡороп, йүнселлектең яңы юлдарын барлағандар араһында, һис шик­һеҙ, туризмды үҫтереүгә тотоноу теләге менән янғандар күбәйер.




Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Баш­ҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе:
– Ошоға тиклем үткән инвестиция форумдарының һө­ҙөм­тәһенә килгәндә, Сибай элеваторын үҙ составына алған “СИТНО” компанияһы һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводы араһында төҙөлгән килешеү­ҙәрҙе иң уңышлылары тип атарға мөмкин. Предприятиелар һаҡланды, халыҡ эшһеҙ ҡалманы.
Бөгөн республиканың көнь­яҡ-көнсығыш райондары халҡы­на эшҡыуарлыҡтың төрлө юлдарын эҙләргә, табырға кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡ, ни өсөндөр, агротуризм, этнотуризм буйынса эш башларға ҡурҡа. Бының өсөн мөмкин­лектәр етерлек бит.
Цзэн АЙГО, “Силин” импорт-экспорт корпорация­һының генераль директоры, Ҡытай Халыҡ Республикаһы:
– Сибай ҡалаһында цемент заводы һәм индустрия паркы төҙөү эшен башларға йыйы­набыҙ. Беренсе сиратта тәү­геһенә – инвестиция күләме 200 миллион доллар тәшкил итәсәк заводҡа – нигеҙ һалыу планлаштырыла. Киләсәктә башҡа төҙөлөш материалдарын да етештерербеҙ, тибеҙ. Тәүге проект буйынса 500 эш урыны булдырылһа, индустрия паркы сафҡа инһә, мең кеше хеҙмәт шөғөлө менән тәьмин ителер тигән өмөттәбеҙ.
Раил ИБРАҺИМОВ, Хәйбул­ла районы хакимиәте баш­лығы:
– Төбәктәге көньяҡ-көнсы­ғыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһы беҙҙең эшҡыуар­ҙарға ысын мәғәнәһендә яңы һулыш бирҙе. Уның ярҙамында урындағы бихисап мәсьәлә хәл ителде, бығаса ябыҡ ишектәр асылды, юғары власть органдары менән ауыл хеҙмәт­сәндәре араһында мөнәсәбәт яҡшырҙы, бер-бе­ре­­ңә ышаныс, уртаҡ маҡсат­тар барлыҡҡа килде. Программа ҡабул ителгәндән алып ра­йонда 860 кеше үҙ эшен асты, улар өсөн төрлө субсидиялар бүленде, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ярҙам күр­һәтелде. Иҡтисади ҡеүәт бар ерҙә башҡа тармаҡтар ҙа тотороҡло үҫеш кисерәсәк.
Линара ЗАҺИТОВА, “Колибри” йәмғиәте директоры, Әбйәлил районы:
– Төрлө йүнәлештә кәсеп итеүселәр етерлек, әммә еңел сәнәғәт тармағына йөҙ бороу­сылар һирәк. Беҙ былтыр Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тегеү цехы асҡай­ныҡ, күптән түгел Баймаҡ­тағы Ҡолсора, Йомаш ауылдарында ла ошо эште атҡарыу мөмкинлеге тыуҙы. Хеҙмәт даирәһен йылдан-йыл киңәй­тергә иҫәп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704