Хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында “Урал аръяғы-2016. Бәләкәй бизнес – идеянан алып ғәмәлгә тиклем” тип аталған эшҡыуарлыҡ форумы ойошторолдо. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығындағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ департаменты директоры Максим Паршин, республика Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, үҙебеҙҙәге һәм күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт компаниялары башлыҡтары, сит ил бизнес-структуралары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. “Йәшел” юл
ныҡлы асылһа...Ҡунаҡтар тәүҙә Сибай ҡалаһындағы балалар ижады үҙәгендә халыҡ кәсепселәренең ҡул эштәренән ойошторолған бай күргәҙмә менән танышты. Күптәрҙе айырыуса урындағы йәшмәнән яһалған үҙенсәлекле сувенирҙар, биҙәүестәр һоҡландырҙы. Унан форумда ҡатнашыусыларға көньяҡ-көнсығыш төбәктәге район хакимиәттәре башлыҡтары, яңы инвестиция проекттарын тәҡдим итеп, үҙҙәрендәге йүнселдәрҙең эш һөҙөмтәһен сағылдырған күргәҙмә өлгөләре менән таныштырҙы.
Мәғлүм булыуынса, бәләкәй эшҡыуарлыҡ бөгөнгө баҙар иҡтисадында мөһим урын биләй. Ул урындағы үҫешкә, социаль хәлде яҡшыртыуға тос өлөш индерә. Бөгөн һәр кемгә үҙ эшен асыу, шәхси кәсебен йәйелдереү өсөн дәүләт тарафынан уңайлы шарттар тыуҙырылған, мөмкинлектәр киң. Шулай ҙа хеҙмәтте башлап китеү еңелдән түгел: урындарҙағы төрлө органдарҙың ҡаршылығына осрау, бихисап документ тултырыу... Эйе, был тармаҡтағы ҡануниәтте камиллаштырмайынса, административ кәртәләрҙе емермәйенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты йәнләндереү мөмкин булмаясаҡ.
Йүнселлеккә урында булышлыҡ ҡылыу маҡсатында күптән тормошҡа ашырыла килгән ярҙам сараһы – көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы – 2020 йылға тиклем оҙайтылды. Уның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, башланғыс ғәмәлгә ингәндән алып төбәктә биш меңдән ашыу яңы хеҙмәт урыны булдырылған, 520 эшҡыуарға 380 миллион һумдан ашыу аҡсалата ярҙам күрһәтелгән, дүрт микрофинанслау үҙәге асылған.
Илшат Азамат улы етештереүселәрҙең үҙ продукцияһын һатыуҙа байтаҡ проблемаға юлығыуын да билдәләне. Бының сәбәбе – урында эшкәртеү сәнәғәтенең тейешле кимәлдә үҫешмәүе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов иһә, төбәктәге йүнселдәрҙән йыйылған һалым күләменең ике тапҡырға артыуын әйтеп, кәсепселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙең, уңайлы шарттар булдырыуҙың эшкә ҙур этәргес биреүен билдәләне. Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншиндың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәнфәғәтендә ҡабул ителгән ҡанундар менән ныҡлап таныштырыуы ла файҙалы булды.
Ике көнлөк йыйында Сибайҙа цемент заводы төҙөү, Баймаҡ районында тегеү цехтары асыу, туризмға бәйле һәм башҡа маҡсаттарҙа хеҙмәттәшлек итеү тураһында, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер алышты.
Дөйөм алғанда, тармаҡтың бихисап проблемаларын үҙ эсенә алған иҡтисади сара эшлекле шарттарҙа үтте. Федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәрен, инвесторҙарҙы, йүнселдәрҙе бер майҙанға туплаған йыйындың ыңғай һөҙөмтә биреренә шик юҡ.
“Бер урында тапаныу яҙыҡ”Күргәҙмәләрҙе ҡараған ваҡытта бер нисә эшҡыуарҙың шөғөлө менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Мәҫәлән, Бөрйәндән Рәйхана Дәүләтбаева улы Айнур етештергән кәзә һөтө продукцияһын алып килгән. Район үҙәге Иҫке Собханғолда йәшәгән йәш фермер ошо малды аҫрап, ярайһы мул табыш ала икән. Һөттө Өфөгә алып барып тапшыра.
– Әле 150 баш малыбыҙ бар, шуларҙың 60-ы – һауын кәзәләре, – ти хужабикә. – Был малды көтөү күпкә еңелерәк, айырыуса беҙҙең таулы Бөрйәндә. Кәзә ҡырға китмәй, ашауға талымһыҙ. Продукцияны баш ҡалаға илтеү өсөн махсус машина һатып алдыҡ. Башлыса һөт көйөнсә тапшырабыҙ. Киләсәктә ҡымыҙ етештереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ, уны һораусылар күп.
Рәйхана Дәүләтбаева кәзә һөтөнән үҙҙәре эшләгән сырҙы ла алып килгәйне. Был шөғөлгә яңыраҡ тотонғандар. Продукцияны һатып алырға теләгәндәр ифрат күп, тиҙәр. Килограмы – бер мең һум. Экологик яҡтан таҙа, сифатлы кәзә һөтөнән етештерелгән сыр киләсәктә Бөрйәндең йәнә бер брендына әүерелмәҫ тимә.
Ә бына Сибайҙан Рәмзиә Байегетова Әбйәлил эшҡыуары Рәмил Юлдыбаев етештергән ҡымыҙҙы, һөт ризыҡтарын һата. Әйткәндәй, был йүнсел – районда иң йәш, аяғында ныҡлы баҫып торған малтабарҙарҙың береһе. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса шәхси эшен булдырған, киләсәктә йәшелсәселеккә лә тотонмаҡсы. Ир-уҙаман бындай ҙур иҡтисади сарала тәүге тапҡыр ҡатнашты. Уның Сибайҙа ғына ла алты һатыу урыны бар.
– Эшҡыуарға бер урында тапанып тороу яҙыҡ, ул һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып йәшәргә тейеш, – ти йүнсел. – Форумда юғары власть органдары вәкилдәренең сығышын тыңлап, фекерҙәрен ишетеп, эшҡыуарҙар менән һөйләшеп үҙем өсөн күп нәмә астым, башта яңы идеялар ҡайнай башланы.
Туристарҙы нисек ылыҡтырырға?
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһы туризмды алға ебәреү, ошо йүнәлештә эшләгән үҙәктәрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү бурысын да ҡуйған.
Тармаҡтың килемле булыуы һис кемгә сер түгел. Шулай ҙа беҙҙә әле туризм индустрияһы үҫешкән тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ғорур Урал тауҙары, Ирәндек ҡаялары, Бөрйән районының тәбиғәте күп урындарға алмаштырғыһыҙ ҙа бит. Тик үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһалап еткермәйбеҙме икән, туризм ойоштороу эшенә ныҡлы иғтибар бирелмәй. Ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға ла ашҡынып тормайбыҙ кеүек. Проблема ниҙә һуң? Туристарҙы нимә менән ылыҡтыра алыр инек?
Форумдың икенсе көнөндә ошо мәсьәлә буйынса “Инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туризм һәм рекреация мөмкинлектәре” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышынды. Әбйәлил районынан “Экстрим” спорт-туристик фирмаһы етәксеһе Лидар Әхтәмов әйтеүенсә, урындағы етәкселек тейешле ярҙам күрһәтә икән, тармаҡты үҫтереп була.
– Беҙҙең эшмәкәрлектең төп маҡсаты – балаларҙың ялын мауыҡтырғыс, күңелле үткәреү, – тине ул. – Бер урында тапанғаныбыҙ юҡ: ҡыш та, йәй ҙә кескәйҙәр өсөн ниндәйҙә булһа яңылыҡ уйлап табырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, билдәле, берәү ҙә балаһын яңғыҙ ял итергә ебәрмәй. Тимәк, ғаилә менән ял итеү сараһын ойоштороу мөһим. Балаларҙы ата-әсәһе менән бергә ҡабул итерлек ял йорттары төҙөргә кәрәк. Ошо маҡсатта ер алыу өсөн район етәкселегенән ярҙам һорарға ниәтләйбеҙ.
Форумдың икенсе өлөшөнөң йәмле Яҡтыкүл буйында үтеүе лә бушҡа түгел. Бында заман талаптарына яуап бирерлек ял йорттары, күңел асыу урындары, шифалы батҡағы менән дан алған “Яҡтыкүл” шифаханаһы урынлашҡан. Ошо төбәктә йәшәгәндәрҙең күбеһе ҡунаҡтарға үҙ йортон, бүлмәһен ҡуртымға биреп, милли аш-һыуын, һөт ризыҡтарын тәҡдим итеп аҡса эшләй.
Сарала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәкселеге, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы, Силәбе өлкәһе губернаторы араһында төбәк-ара туризмды үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән аныҡ план ҡабул ителде. Шулай уҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы биләмәһендә күңел асыу паркы төҙөү мәсьәләһе ҡаралып, бының өсөн Ташбулат ауыл биләмәһенә ҡараған майҙандан участка бүлеү, инвесторҙар йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Кеше хәләл аҡсаһын түләп ял итергә килгән икән, уның талаптарына яуап бирерҙәй уңайлыҡтар тыуҙырырға тейешһең. Шул саҡта ғына төбәктә туризм үҫешер, йүнселдәргә лә, урындағы халыҡҡа ла аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ. Бергәләп фекер төйнәп, уй-маҡсат ҡороп, йүнселлектең яңы юлдарын барлағандар араһында, һис шикһеҙ, туризмды үҫтереүгә тотоноу теләге менән янғандар күбәйер.
Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе:– Ошоға тиклем үткән инвестиция форумдарының һөҙөмтәһенә килгәндә, Сибай элеваторын үҙ составына алған “СИТНО” компанияһы һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводы араһында төҙөлгән килешеүҙәрҙе иң уңышлылары тип атарға мөмкин. Предприятиелар һаҡланды, халыҡ эшһеҙ ҡалманы.
Бөгөн республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары халҡына эшҡыуарлыҡтың төрлө юлдарын эҙләргә, табырға кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡ, ни өсөндөр, агротуризм, этнотуризм буйынса эш башларға ҡурҡа. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек бит.
Цзэн АЙГО, “Силин” импорт-экспорт корпорацияһының генераль директоры, Ҡытай Халыҡ Республикаһы:
– Сибай ҡалаһында цемент заводы һәм индустрия паркы төҙөү эшен башларға йыйынабыҙ. Беренсе сиратта тәүгеһенә – инвестиция күләме 200 миллион доллар тәшкил итәсәк заводҡа – нигеҙ һалыу планлаштырыла. Киләсәктә башҡа төҙөлөш материалдарын да етештерербеҙ, тибеҙ. Тәүге проект буйынса 500 эш урыны булдырылһа, индустрия паркы сафҡа инһә, мең кеше хеҙмәт шөғөлө менән тәьмин ителер тигән өмөттәбеҙ.
Раил ИБРАҺИМОВ, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы:
– Төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһы беҙҙең эшҡыуарҙарға ысын мәғәнәһендә яңы һулыш бирҙе. Уның ярҙамында урындағы бихисап мәсьәлә хәл ителде, бығаса ябыҡ ишектәр асылды, юғары власть органдары менән ауыл хеҙмәтсәндәре араһында мөнәсәбәт яҡшырҙы, бер-береңә ышаныс, уртаҡ маҡсаттар барлыҡҡа килде. Программа ҡабул ителгәндән алып районда 860 кеше үҙ эшен асты, улар өсөн төрлө субсидиялар бүленде, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ярҙам күрһәтелде. Иҡтисади ҡеүәт бар ерҙә башҡа тармаҡтар ҙа тотороҡло үҫеш кисерәсәк.
Линара ЗАҺИТОВА, “Колибри” йәмғиәте директоры, Әбйәлил районы:
– Төрлө йүнәлештә кәсеп итеүселәр етерлек, әммә еңел сәнәғәт тармағына йөҙ бороусылар һирәк. Беҙ былтыр Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тегеү цехы асҡайныҡ, күптән түгел Баймаҡтағы Ҡолсора, Йомаш ауылдарында ла ошо эште атҡарыу мөмкинлеге тыуҙы. Хеҙмәт даирәһен йылдан-йыл киңәйтергә иҫәп.