Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мал-тыуарҙы йәй һанайҙар
Тарихтан күренеүенсә, ауыл хужалығы иҫәбен алыу дәүләт идараһында ҙур урынды биләй. Башҡортостанда XVIII быуат башына тиклем бындай сараларҙың ойошторолғанын раҫлаған мәғлүмәт булмаһа ла, яһаҡ йыйыу үҙе үк ниндәйҙер хисап үткәрелгәнен иҫбатлай.

Урыҫ дәүләтендә территориаль-статис­тика теркәүе тәжрибәһе XV быуатта, республикабыҙ үҙ ирке менән Рәсәй сос­тавына ингәнгә тиклем барлыҡҡа килә. Кенәгәләр (писцовые книги) нигеҙҙә хужалыҡ тәғәйенләнешендәге ер фондын асыҡлау өсөн тотола. Шул уҡ ваҡытта улар кешенең ергә хоҡуғын раҫлау кәрәк булған осраҡта юридик документ та булып тора. Әйткәндәй, теркәү һәм иҫәп кенәгә­ләренең әһәмиәте әле лә ҙур. Тарихи сығанаҡ булараҡ, улар Рәсәйҙең иҡтисади-финанс торошон, көнкүрешен, тарихи-статистик, тарихи-этнографик мәсьәләләр­ҙе өйрәнеүҙә әүҙем ҡулланыла.
1630 йылда Башҡортостанда яһаҡ кенәгәләре буйынса 888 башҡорт ауылы иҫәпкә алына, дүрт йылдан һуң 2,5 мең йорт барлығы асыҡлана. Был иҫәпкә һалымдан азат ителгән тархандар (тоҡомло башҡорт хәрбиҙәре) инмәй.
Үҙенең идара итеү осоронда Петр Беренсе бер нисә кон­троль иҫәп алыу уҙғара. XVIII быуат йомғаҡтары йорттарҙың бушап ҡалыуын, кәмеүен күрһәткәс, өйҙәрҙе һанау ысулы һалым түләгән халыҡтың административ-финанс хисабын билдәләүгә үҙгәртелә. Ревизияның бындай ысулы 140 йыл дауам итә. Башҡортостан тәүге тапҡыр XVIII быуатта 5-се иҫәп алыуға ҡушыла.
Илдең ауыл хужалығы торошо тура­һындағы тулы мәғлүмәтте земство статис­тикаһы бирә. Ул 1864 йылдағы реформаға бәйле барлыҡҡа килә. Земстволарҙың төп килеме – һалым. Тимәк, ҡиммәтлелекте һәм килемлелекте билдәләү зарурлығы тыуа. Артабан маҡсат киңәйеп, статистар крәҫтиәндең тормошон, хужалыҡ торошон ентекле өйрәнергә тотона. Иҫәп алыу барышында йорттағы кешеләрҙең, эшкә яраҡлыларҙың һаны, өйҙөң, сәсеү май­ҙанының күләме, мал һаны теркәлә. Хужалыҡта ниҙәр башҡарғанын асыҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Тикшереү програм­маһына шулай уҡ мал-тыуар, ер билә­мәләре, баҫыуҙар, бесәнлектәр һәм башҡалар инә.
XX быуатта ауыл хужалығына өс тапҡыр ревизия үткәрелә. Аграр тармаҡта тәүге контроль-иҫәп сараһы 1916 йылда ойошторола. Батша хөкүмәте тәҡдим иткән был башланғыс аҙыҡ-түлек продукцияһын һаҡлауға йүнәлтелгән тәүге аҙымдарҙың береһе була. Мал тотмаған шәхси хужа­лыҡтар, халыҡтың һәм үҙенең ерен эшкәр­теүҙән тыш, кәсепселек менән шөғөлләнгән сәнәғәтселәрҙең милке, үҙ ере булмаған­дар теркәлә.
Земство статистикаһы барлыҡҡа кил­гәндән алып Өфө губернаһы идараһы нәшриәте тарафынан даими рәүештә “Статистика мәғлүмәттәре” һәм “Хужалыҡ-статистика яҙмалары” йыйынтыҡтары донъя күрә, уларҙың фәнни ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Был хеҙмәттәрҙә һандар ғына түгел, губерналағы барлыҡ олоҫтарҙың, һәр ауылдың географик урыны, милли составы, эш ысулдары һәм башҡалар хаҡында аныҡ мәғлүмәт бирелә.
1918 йылда, совет хөкүмәте декретына ярашлы, земство учреждениелары бөтө­рөлә. Улар менән бергә ғәмәлдәге статис­тика эше лә туҡтала. Ләкин мәғлүмәт туплауға ихтыяж тыуғас, демографик, һөнәри һәм ауыл хужалығы иҫәбен алыу ҡарары сығарыла. Һуңғыһы буйынса крәҫтиән йәмғиәттәре, артелдәр, совхоздар, айырым хужалыҡтар теркәлә. Әммә иҫәп алыуға Кесе Башҡортостан ғына эләгә.
1925-1926 йылдарҙа ерҙән файҙа­ланғандарҙы асыҡлау эше алып барыла. Метеорологик күрһәткестәр, эш башҡарыу урыны, эшселәрҙе яллау, мал тотоу шарттары, ҡуртымға ер алыу, ауыл хужалығы продукттары хаҡы һәм башҡа мәғлүмәт өйрәнелә. Граждандар һуғышынан һуң Башҡортостан республикаһы һәм Өфө губернаһы халҡының 22 процентҡа кәмегәне, 82,9 мең крәҫтиән хужалығының, сәсеүлек майҙандарының яртыһынан күберәге тиерлек юҡҡа сыҡҡаны билдәле була. Яңы иҡтисади шарттарҙа төбәк тулы кимәлдә үҫешә алмай. Һөҙөмтәлә 1927 йылдың декабрендә ауыл хужалығын коллективлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уға ярашлы 1928 – 1930 йылдарҙа республикала 16 эре иген һәм малсылыҡ совхозы ойошторола. 1934 йылға крәҫтиән хужалыҡтарының 75,2 проценты колхоз­дарға берләшә.
Статистика күҙәтеүе ысулдары, иҫәп алыу системаһы ла үҙгәрә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукция етештереүҙәге әһәмиәтен иҫәпкә алып, был йәһәттән дә мәғлүмәт йыйыу дауам итә. Тотош тармаҡ статистикаһы буйынса алып барылған иң ҙур эштең береһе – 1936 йылда уҙғарылған һәм аҙаҡ йыл һайын дауам иткән мал иҫәбен алыу.
1992 йылдан башлап колхоз-совхоз­дарҙың күпселеге тарҡала. Уларҙың нигеҙендә ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән хужалыҡтары ассоциациялары, акционер йәмғиәттәре ойошторола. Тармаҡ тамырынан үҙгәрә. Уның торошон асыҡлау өсөн 2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә. Сара яңы иҡтисади, мәғлүмәти техноло­гияларҙы, ватан статистикаһында туп­ланған барлыҡ тәжрибәне ҡулланып уҙғарыла. Быйыл 1 июлдән 15 авгусҡа ҡәҙәр үтәсәк сираттағы иҫәп алыу ҙа ауыл хужалығының торошон билдәләп, уны үҫтереүгә яңы шарттар булдырыу өсөн нигеҙ һаласаҡ.


Автор: А. САЛАУАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә