Мал-тыуарҙы йәй һанайҙар08.04.2016
Тарихтан күренеүенсә, ауыл хужалығы иҫәбен алыу дәүләт идараһында ҙур урынды биләй. Башҡортостанда XVIII быуат башына тиклем бындай сараларҙың ойошторолғанын раҫлаған мәғлүмәт булмаһа ла, яһаҡ йыйыу үҙе үк ниндәйҙер хисап үткәрелгәнен иҫбатлай.
Урыҫ дәүләтендә территориаль-статистика теркәүе тәжрибәһе XV быуатта, республикабыҙ үҙ ирке менән Рәсәй составына ингәнгә тиклем барлыҡҡа килә. Кенәгәләр (писцовые книги) нигеҙҙә хужалыҡ тәғәйенләнешендәге ер фондын асыҡлау өсөн тотола. Шул уҡ ваҡытта улар кешенең ергә хоҡуғын раҫлау кәрәк булған осраҡта юридик документ та булып тора. Әйткәндәй, теркәү һәм иҫәп кенәгәләренең әһәмиәте әле лә ҙур. Тарихи сығанаҡ булараҡ, улар Рәсәйҙең иҡтисади-финанс торошон, көнкүрешен, тарихи-статистик, тарихи-этнографик мәсьәләләрҙе өйрәнеүҙә әүҙем ҡулланыла.
1630 йылда Башҡортостанда яһаҡ кенәгәләре буйынса 888 башҡорт ауылы иҫәпкә алына, дүрт йылдан һуң 2,5 мең йорт барлығы асыҡлана. Был иҫәпкә һалымдан азат ителгән тархандар (тоҡомло башҡорт хәрбиҙәре) инмәй.
Үҙенең идара итеү осоронда Петр Беренсе бер нисә контроль иҫәп алыу уҙғара. XVIII быуат йомғаҡтары йорттарҙың бушап ҡалыуын, кәмеүен күрһәткәс, өйҙәрҙе һанау ысулы һалым түләгән халыҡтың административ-финанс хисабын билдәләүгә үҙгәртелә. Ревизияның бындай ысулы 140 йыл дауам итә. Башҡортостан тәүге тапҡыр XVIII быуатта 5-се иҫәп алыуға ҡушыла.
Илдең ауыл хужалығы торошо тураһындағы тулы мәғлүмәтте земство статистикаһы бирә. Ул 1864 йылдағы реформаға бәйле барлыҡҡа килә. Земстволарҙың төп килеме – һалым. Тимәк, ҡиммәтлелекте һәм килемлелекте билдәләү зарурлығы тыуа. Артабан маҡсат киңәйеп, статистар крәҫтиәндең тормошон, хужалыҡ торошон ентекле өйрәнергә тотона. Иҫәп алыу барышында йорттағы кешеләрҙең, эшкә яраҡлыларҙың һаны, өйҙөң, сәсеү майҙанының күләме, мал һаны теркәлә. Хужалыҡта ниҙәр башҡарғанын асыҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Тикшереү программаһына шулай уҡ мал-тыуар, ер биләмәләре, баҫыуҙар, бесәнлектәр һәм башҡалар инә.
XX быуатта ауыл хужалығына өс тапҡыр ревизия үткәрелә. Аграр тармаҡта тәүге контроль-иҫәп сараһы 1916 йылда ойошторола. Батша хөкүмәте тәҡдим иткән был башланғыс аҙыҡ-түлек продукцияһын һаҡлауға йүнәлтелгән тәүге аҙымдарҙың береһе була. Мал тотмаған шәхси хужалыҡтар, халыҡтың һәм үҙенең ерен эшкәртеүҙән тыш, кәсепселек менән шөғөлләнгән сәнәғәтселәрҙең милке, үҙ ере булмағандар теркәлә.
Земство статистикаһы барлыҡҡа килгәндән алып Өфө губернаһы идараһы нәшриәте тарафынан даими рәүештә “Статистика мәғлүмәттәре” һәм “Хужалыҡ-статистика яҙмалары” йыйынтыҡтары донъя күрә, уларҙың фәнни ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Был хеҙмәттәрҙә һандар ғына түгел, губерналағы барлыҡ олоҫтарҙың, һәр ауылдың географик урыны, милли составы, эш ысулдары һәм башҡалар хаҡында аныҡ мәғлүмәт бирелә.
1918 йылда, совет хөкүмәте декретына ярашлы, земство учреждениелары бөтөрөлә. Улар менән бергә ғәмәлдәге статистика эше лә туҡтала. Ләкин мәғлүмәт туплауға ихтыяж тыуғас, демографик, һөнәри һәм ауыл хужалығы иҫәбен алыу ҡарары сығарыла. Һуңғыһы буйынса крәҫтиән йәмғиәттәре, артелдәр, совхоздар, айырым хужалыҡтар теркәлә. Әммә иҫәп алыуға Кесе Башҡортостан ғына эләгә.
1925-1926 йылдарҙа ерҙән файҙаланғандарҙы асыҡлау эше алып барыла. Метеорологик күрһәткестәр, эш башҡарыу урыны, эшселәрҙе яллау, мал тотоу шарттары, ҡуртымға ер алыу, ауыл хужалығы продукттары хаҡы һәм башҡа мәғлүмәт өйрәнелә. Граждандар һуғышынан һуң Башҡортостан республикаһы һәм Өфө губернаһы халҡының 22 процентҡа кәмегәне, 82,9 мең крәҫтиән хужалығының, сәсеүлек майҙандарының яртыһынан күберәге тиерлек юҡҡа сыҡҡаны билдәле була. Яңы иҡтисади шарттарҙа төбәк тулы кимәлдә үҫешә алмай. Һөҙөмтәлә 1927 йылдың декабрендә ауыл хужалығын коллективлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уға ярашлы 1928 – 1930 йылдарҙа республикала 16 эре иген һәм малсылыҡ совхозы ойошторола. 1934 йылға крәҫтиән хужалыҡтарының 75,2 проценты колхоздарға берләшә.
Статистика күҙәтеүе ысулдары, иҫәп алыу системаһы ла үҙгәрә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукция етештереүҙәге әһәмиәтен иҫәпкә алып, был йәһәттән дә мәғлүмәт йыйыу дауам итә. Тотош тармаҡ статистикаһы буйынса алып барылған иң ҙур эштең береһе – 1936 йылда уҙғарылған һәм аҙаҡ йыл һайын дауам иткән мал иҫәбен алыу.
1992 йылдан башлап колхоз-совхоздарҙың күпселеге тарҡала. Уларҙың нигеҙендә ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән хужалыҡтары ассоциациялары, акционер йәмғиәттәре ойошторола. Тармаҡ тамырынан үҙгәрә. Уның торошон асыҡлау өсөн 2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә. Сара яңы иҡтисади, мәғлүмәти технологияларҙы, ватан статистикаһында тупланған барлыҡ тәжрибәне ҡулланып уҙғарыла. Быйыл 1 июлдән 15 авгусҡа ҡәҙәр үтәсәк сираттағы иҫәп алыу ҙа ауыл хужалығының торошон билдәләп, уны үҫтереүгә яңы шарттар булдырыу өсөн нигеҙ һаласаҡ.