Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Әҙәм балаһы өйрәнмәҫтәй шөғөл юҡ”
“Әҙәм балаһы  өйрәнмәҫтәй шөғөл юҡ” – Руслан ауылға ҡайтҡан, ти! Фермер булырға уйлай.
– Анау ҡала егетеме? Китсәле!
– Эйе!
– Йә, йөрөр-йөрөр ҙә, ник килгәненә үкенеп, ҡойроғон кире һыртҡа һалыр әле. Ауыл тигәс тә, бында ла әҙерҙе тоттороп ҡуймайҙар, эшләргә кәрәк. Рәхәт булһа, ана, ауылдыҡылар ташлап ҡасмаҫ ине.
– Былай ныҡлап тотонған, тиҙәр, буш торған ферманы ремонтлап алған...
Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Руслан Рәжәповтың бынан дүрт йыл элек ауылға ҡайтып, фермерлыҡ эшенә тотоноуына аптырамаған кеше ҡалмағандыр. Нефть университеты дипломы алған егетте туғандары ла Себер яҡтарына юлланып, аҡсаны “тоҡлап” ала торған ергә урынлашыр, тип уйлағайны.
“Әҙәм балаһы  өйрәнмәҫтәй шөғөл юҡ”Ҡалала үҫһә лә, ауыл тормошо бөтөнләй ят түгел ине егеткә. Ял, каникул көндәрендә өләсәһе янына ҡайтып, ярҙамлашып йөрөнө. Шуға ла бындағы көнитмеште яҡшы белә. Күптәр “ауылда шөғөл юҡ” тип зарланһа ла, йыбанмаһаң, йөҙөп эшләргә була. Иренең уй-ниәтен кәләше Айгөл дә хуплай.
– Ҡайһы берәүҙәр, “Улай булғас, ниңә нефть университетыңда уҡының һуң?” тип ғәжәпләнеп һорай, – ти Руслан. – Унда ла йүнселлек нигеҙҙәре, психология уҡытыла. Йәнә теүәллек, аныҡлыҡ талап иткән техник вуз эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән һәр кемгә кәрәкле йүнәлеш бирә, башлағаныңды ахырына еткерергә, уйлап эш итергә өйрәтә. Икенсенән, хәҙер ауыл хужалығы өлкәһенә ҡараған махсус китаптар етерлек, шуларҙы уҡыйым, үҙләштерәм. Бер ҡараһаң, әҙәм балаһы өйрәнмәҫтәй бер нәмә лә юҡ. Теләк кенә кәрәк.
Тәүҙә Руслан Ҡотлоғужала мал үрсетеүгә тотона. Күп эҙләнгән, тәжрибәле фермерҙарҙың эше менән ҡыҙыҡһынған егет ситтән тоҡомло һыйырҙар алырға ҡарар итә, сөнки урындағылар менән генә әллә нимә ҡыйратып булмаҫын яҡшы аңлай. Бының өсөн Үтәк ауылында етемһерәп торған ҡураларҙы ҡуртымға алып, кәрәк урындарын ипләп, эшкә тотона. Бер аҙҙан махсус программала ҡатнашып, грантҡа эйә була. Тиҙҙән кредит та алған егет Волгоград өлкәһенән утыҙҙан ашыу ҡара-сыбар тоҡомло тана алып ҡайта. Бөгөн уның фермаһында 100 башҡа яҡын һыйыр аҫрала, шуның 34-е – йәш мал. Бер-бер артлы һәүкәшкәйҙәр быҙаулап, ишәйәләр.
Һыйырҙың һөтө телендә, тигән халыҡ әйтемен яҡшы аңлай эшҡыуар. Шуға ла мал аҙығын төрләндереүгә, бесәнде сифатлы килеш һаҡлауға етди иғтибар бирелә.
– Барлыҡ төр аҙыҡ япма аҫтында тотола. Асыҡ һауала өйөлөп ҡуйылған бесән үҙенең сифатын, туҡлыҡлылығын юғалта. Күп хужалыҡтар аҙыҡты ихатала ҡалдырып, төптө яңылыша, – ти Руслан.
Йәнә ауылдың ун кешеһенә эш урыны бул­ды­рылған. Һауынсылар Гөлнара Исламова, Ләйсән Арыҫланова, Эльвира Федосеева, малсылар Рифат Камалов, Раил Кәримов, Дамир Маликов, тракторсы Фидус Әбелғәйеров, ферма мөдире Динар Камалов – етәксенең эшендә төп ярҙам­сылар. Һыйырҙар быҙаулаған мәлдә Руслан үҙе лә, мал ҡараусылар ҙа өйҙәренә ҡайтыуҙы онотоп эшләй.
Стәрлетамаҡ әллә ни алыҫ түгел. Ә ҡала халҡы хәҙер ауылдан килтерелгән сифатлы һөттө көтөп кенә тора. Яңы һауылған аҡты Фәнилә Арыҫланова пластик шешәләргә тултырһа, водитель Михаил Федосеев уларҙы сауҙа нөктәләренә йәһәт кенә таратып сыға. Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙың һөтө ҡуйы булғанлыҡтан, халыҡ теләп һатып ала.
…Күптән ауыл ситендә етемһерәп торған ҡураларға йән инде, һыйырҙар мөңрәшә, тракторҙар тауышы ишетелә. Йәштәрҙең көлөшә-көлөшә һөйләшеп фермаға йөрөүе, эштән ҡайтыуы ауылды йәмләй. Уларға ҡарап, өлкәндәр ҡыуанып бөтә алмай:
– Әлдә Руслан ауылға ҡайтты әле. Эше бара бит!
– Шулай шул! Бына һиңә ҡала егете!


Автор: В. АЙҘАРОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә