– Руслан ауылға ҡайтҡан, ти! Фермер булырға уйлай.
– Анау ҡала егетеме? Китсәле!
– Эйе!
– Йә, йөрөр-йөрөр ҙә, ник килгәненә үкенеп, ҡойроғон кире һыртҡа һалыр әле. Ауыл тигәс тә, бында ла әҙерҙе тоттороп ҡуймайҙар, эшләргә кәрәк. Рәхәт булһа, ана, ауылдыҡылар ташлап ҡасмаҫ ине.
– Былай ныҡлап тотонған, тиҙәр, буш торған ферманы ремонтлап алған...
Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Руслан Рәжәповтың бынан дүрт йыл элек ауылға ҡайтып, фермерлыҡ эшенә тотоноуына аптырамаған кеше ҡалмағандыр. Нефть университеты дипломы алған егетте туғандары ла Себер яҡтарына юлланып, аҡсаны “тоҡлап” ала торған ергә урынлашыр, тип уйлағайны.
Ҡалала үҫһә лә, ауыл тормошо бөтөнләй ят түгел ине егеткә. Ял, каникул көндәрендә өләсәһе янына ҡайтып, ярҙамлашып йөрөнө. Шуға ла бындағы көнитмеште яҡшы белә. Күптәр “ауылда шөғөл юҡ” тип зарланһа ла, йыбанмаһаң, йөҙөп эшләргә була. Иренең уй-ниәтен кәләше Айгөл дә хуплай.
– Ҡайһы берәүҙәр, “Улай булғас, ниңә нефть университетыңда уҡының һуң?” тип ғәжәпләнеп һорай, – ти Руслан. – Унда ла йүнселлек нигеҙҙәре, психология уҡытыла. Йәнә теүәллек, аныҡлыҡ талап иткән техник вуз эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән һәр кемгә кәрәкле йүнәлеш бирә, башлағаныңды ахырына еткерергә, уйлап эш итергә өйрәтә. Икенсенән, хәҙер ауыл хужалығы өлкәһенә ҡараған махсус китаптар етерлек, шуларҙы уҡыйым, үҙләштерәм. Бер ҡараһаң, әҙәм балаһы өйрәнмәҫтәй бер нәмә лә юҡ. Теләк кенә кәрәк.
Тәүҙә Руслан Ҡотлоғужала мал үрсетеүгә тотона. Күп эҙләнгән, тәжрибәле фермерҙарҙың эше менән ҡыҙыҡһынған егет ситтән тоҡомло һыйырҙар алырға ҡарар итә, сөнки урындағылар менән генә әллә нимә ҡыйратып булмаҫын яҡшы аңлай. Бының өсөн Үтәк ауылында етемһерәп торған ҡураларҙы ҡуртымға алып, кәрәк урындарын ипләп, эшкә тотона. Бер аҙҙан махсус программала ҡатнашып, грантҡа эйә була. Тиҙҙән кредит та алған егет Волгоград өлкәһенән утыҙҙан ашыу ҡара-сыбар тоҡомло тана алып ҡайта. Бөгөн уның фермаһында 100 башҡа яҡын һыйыр аҫрала, шуның 34-е – йәш мал. Бер-бер артлы һәүкәшкәйҙәр быҙаулап, ишәйәләр.
Һыйырҙың һөтө телендә, тигән халыҡ әйтемен яҡшы аңлай эшҡыуар. Шуға ла мал аҙығын төрләндереүгә, бесәнде сифатлы килеш һаҡлауға етди иғтибар бирелә.
– Барлыҡ төр аҙыҡ япма аҫтында тотола. Асыҡ һауала өйөлөп ҡуйылған бесән үҙенең сифатын, туҡлыҡлылығын юғалта. Күп хужалыҡтар аҙыҡты ихатала ҡалдырып, төптө яңылыша, – ти Руслан.
Йәнә ауылдың ун кешеһенә эш урыны булдырылған. Һауынсылар Гөлнара Исламова, Ләйсән Арыҫланова, Эльвира Федосеева, малсылар Рифат Камалов, Раил Кәримов, Дамир Маликов, тракторсы Фидус Әбелғәйеров, ферма мөдире Динар Камалов – етәксенең эшендә төп ярҙамсылар. Һыйырҙар быҙаулаған мәлдә Руслан үҙе лә, мал ҡараусылар ҙа өйҙәренә ҡайтыуҙы онотоп эшләй.
Стәрлетамаҡ әллә ни алыҫ түгел. Ә ҡала халҡы хәҙер ауылдан килтерелгән сифатлы һөттө көтөп кенә тора. Яңы һауылған аҡты Фәнилә Арыҫланова пластик шешәләргә тултырһа, водитель Михаил Федосеев уларҙы сауҙа нөктәләренә йәһәт кенә таратып сыға. Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙың һөтө ҡуйы булғанлыҡтан, халыҡ теләп һатып ала.
…Күптән ауыл ситендә етемһерәп торған ҡураларға йән инде, һыйырҙар мөңрәшә, тракторҙар тауышы ишетелә. Йәштәрҙең көлөшә-көлөшә һөйләшеп фермаға йөрөүе, эштән ҡайтыуы ауылды йәмләй. Уларға ҡарап, өлкәндәр ҡыуанып бөтә алмай:
– Әлдә Руслан ауылға ҡайтты әле. Эше бара бит!
– Шулай шул! Бына һиңә ҡала егете!