Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хуш, нефть! Рәсәйҙәге иң бай кешеләрҙең береһе Андрей Кузяев ике йыл элек һис көтмәгәндә нефть тармағындағы юғары вазифанан китеп, ғаилә бизнесына ҡайтты һәм элемтә компанияһын үҫтереүгә ныҡлап тотондо. Был уның өсөн һис тә ниндәйҙер кимәлдә түбән тәгәрәү түгел, киреһенсә, үҙе әйтмешләй, “ирекле баҙарҙа ижади эшләү”, “ҙур тиҙлектә алға барыу мөмкинлеге”.

Илдең дәүләткә ҡарамаған иң ҙур компанияһы “Лукойл” менән егерме йыл самаһы бәйләнештә торҙо, шул ваҡыттың күпселегендә нефть гигантының сит илдәрҙәге проекттары өсөн яуаплы булды Кузяев. Көн дә тиерлек самолетта осоп, планетаны арҡырыға-буйға гиҙеү, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә айҙар, йылдар сарыф итеү, моғайын, ялҡытмағандыр, сөнки “холҡом буйынса күскенсемен”, “дәғүәсеңде йығыр өсөн гел бер урынға һуғырға кәрәк”, “атыуға хөкөм ителеү янаған вазифаларҙы яратам” тип әйтергә ярата ул. Һөҙөмтә булараҡ, “Лукойл Оверсиз” Ҡаһирә, Аҡтау, Тәһран, Бухарест, Дубай һәм башҡа урындарҙа яңы офистар асты, Үзбәкстандан – Колумбияға, Гананан Норвегияға тиклем төрлө ерҙәрҙә сеймал сығарыуға бәйле мөһим контракттар төҙөнө, нефть һәм газ етештереүҙе алты тапҡырҙан ашыуға арттырҙы. 2010 йылдан алып йәш, тәжрибәле Андрей Кузяевтың Вагит Алекперовҡа алмашҡа “Лукойл”дың президенты булып ҡаласағын фаразланылар. Тик өмөт аҡланманы, ул дүрт йылдан һуң элекке эшенә – Пермь финанс-етештереү төркөмөнә – ҡайтты.
Таныштары, партнерҙары Кузяевты “йүнселлегенә хайран ҡалырлыҡ” тип баһалай. Ул барыһын да алдан күрә белә, шуға ла “Лукойл”дан вице-президент булараҡ алған хеҙмәт хаҡының ҙур ғына өлөшөн туҡһанынсы йылдарҙа Пермдә төҙөгән холдингын үҫтереүгә тотоноп барған. Беҙгә шуныһы ғына билдәле: уның финанс-етештереү төркөмө инвес­тиция фонды рәүешендә эшләй, нефть тармағындағы сервис, элемтә, күсемһеҙ милек һәм башҡа йүнәлештәге тиҫтәләгән предприятиены берләштерә, йылына яҡынса 54 миллиард һумлыҡ килем ала. Әле Андрей Кузяевты рәсми сығанаҡтарҙа ошо холдингка ҡараған “Эр-Телеком”дың етәксеһе тип кенә күрһәтәләр. Хәйер, ул кәмһенмәй, сөнки перспективаға ышана. “Әгәр нефть компанияһы өсөн йылына 4 процентлыҡ үҫеш бик ҙур булһа, интернет-провайдер унан 40 тапҡырға тиҙерәк алға бара”, – ти.
“Форбс” журналы Кузяевты илдәге иң бай кешеләр иҫәбенә 2005 йылдан бирле индерә. Бер заман “Топ-100” исемлегендә ине ул, һуңғы рейтинг буйынса 115-се урынды биләй. Шулай ҙа Андрей Равел улы өсөн байлыҡ, дан-шөһрәт түгел, ә халыҡҡа хеҙмәт итеү мөмкинлеге ҡим­мәтерәк. “Донъяның теләһә ҡайһы урынында йәшәй, эшләй алыр инем, әммә белемемде, тәжрибәмде тыуған илем мәнфәғәтендә файҙаланғым килә”, – ти бизнесмен. Былтыр төп вазифаһына өҫтәп Алыҫ Көнсығышты һәм Байкал төбәген үҫтереү фондының директорҙар советы рәйесе булып китеүе лә осраҡлы түгелдер. Был фонд, әйткәндәй, яманатлы ине: дүрт йыл эсендә бер проектты ла финансламаны, өс тапҡыр етәксе ал­маштырҙы, ил Президенты һәм Хөкүмәте тарафынан ҡаты тәнҡитләнде. Кузяев килгәс тә “боҙ ҡуҙғалды”: Рәсәй менән Ҡытай араһында тәүге тимер юл күперен төҙөү, Камчаткала алтын сығарыуҙы инфраструктура йәһәтенән яйға һалыу, Сахалинда коммуналь хужалыҡтың ҡаты ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороу һымаҡ проекттарға аҡса бүленде.
Миллиардерҙың атаһы тыумышы менән Пермь крайындағы Ҡуян ауылынан. Тарихтан мәғлүм булыуынса, үҙ аҡсаһына Рәсәйҙә тәүге техник юғары уҡыу йортон төҙөткән данлыҡлы башҡорт сәнәғәтсеһе, меценаты Исмәғил Тасимов нәҡ ошо ерҙә тыуып үҫкән. Бәлки, изгелек эшләүгә, халыҡҡа, илгә хеҙмәт итеүгә ынтылыш XXI быуат эшҡыуары Андрей Кузяевтың да ҡанындалыр? Ҡасандыр үҙе белем алған Пермь дәүләт университетының уҡытыусылары һәм ғалимдары өсөн күп фатирлы йорт төҙөп бирһенме, Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһына даими рәүештә матди ярҙам бүлһенме, бизнесмендарҙың яңы быуынын тәрбиәләү маҡсатында “Строганов клубы”н асһынмы – барыһын да халҡыбыҙға хас булғанса ихлас күңелдән эшләй бит ул. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ла ниәттәренең күпселеген тап Андрей Равел улының хәстәрлеге арҡаһында бойомға ашыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә