Рәсәйҙәге иң бай кешеләрҙең береһе Андрей Кузяев ике йыл элек һис көтмәгәндә нефть тармағындағы юғары вазифанан китеп, ғаилә бизнесына ҡайтты һәм элемтә компанияһын үҫтереүгә ныҡлап тотондо. Был уның өсөн һис тә ниндәйҙер кимәлдә түбән тәгәрәү түгел, киреһенсә, үҙе әйтмешләй, “ирекле баҙарҙа ижади эшләү”, “ҙур тиҙлектә алға барыу мөмкинлеге”.Илдең дәүләткә ҡарамаған иң ҙур компанияһы “Лукойл” менән егерме йыл самаһы бәйләнештә торҙо, шул ваҡыттың күпселегендә нефть гигантының сит илдәрҙәге проекттары өсөн яуаплы булды Кузяев. Көн дә тиерлек самолетта осоп, планетаны арҡырыға-буйға гиҙеү, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә айҙар, йылдар сарыф итеү, моғайын, ялҡытмағандыр, сөнки “холҡом буйынса күскенсемен”, “дәғүәсеңде йығыр өсөн гел бер урынға һуғырға кәрәк”, “атыуға хөкөм ителеү янаған вазифаларҙы яратам” тип әйтергә ярата ул. Һөҙөмтә булараҡ, “Лукойл Оверсиз” Ҡаһирә, Аҡтау, Тәһран, Бухарест, Дубай һәм башҡа урындарҙа яңы офистар асты, Үзбәкстандан – Колумбияға, Гананан Норвегияға тиклем төрлө ерҙәрҙә сеймал сығарыуға бәйле мөһим контракттар төҙөнө, нефть һәм газ етештереүҙе алты тапҡырҙан ашыуға арттырҙы. 2010 йылдан алып йәш, тәжрибәле Андрей Кузяевтың Вагит Алекперовҡа алмашҡа “Лукойл”дың президенты булып ҡаласағын фаразланылар. Тик өмөт аҡланманы, ул дүрт йылдан һуң элекке эшенә – Пермь финанс-етештереү төркөмөнә – ҡайтты.
Таныштары, партнерҙары Кузяевты “йүнселлегенә хайран ҡалырлыҡ” тип баһалай. Ул барыһын да алдан күрә белә, шуға ла “Лукойл”дан вице-президент булараҡ алған хеҙмәт хаҡының ҙур ғына өлөшөн туҡһанынсы йылдарҙа Пермдә төҙөгән холдингын үҫтереүгә тотоноп барған. Беҙгә шуныһы ғына билдәле: уның финанс-етештереү төркөмө инвестиция фонды рәүешендә эшләй, нефть тармағындағы сервис, элемтә, күсемһеҙ милек һәм башҡа йүнәлештәге тиҫтәләгән предприятиены берләштерә, йылына яҡынса 54 миллиард һумлыҡ килем ала. Әле Андрей Кузяевты рәсми сығанаҡтарҙа ошо холдингка ҡараған “Эр-Телеком”дың етәксеһе тип кенә күрһәтәләр. Хәйер, ул кәмһенмәй, сөнки перспективаға ышана. “Әгәр нефть компанияһы өсөн йылына 4 процентлыҡ үҫеш бик ҙур булһа, интернет-провайдер унан 40 тапҡырға тиҙерәк алға бара”, – ти.
“Форбс” журналы Кузяевты илдәге иң бай кешеләр иҫәбенә 2005 йылдан бирле индерә. Бер заман “Топ-100” исемлегендә ине ул, һуңғы рейтинг буйынса 115-се урынды биләй. Шулай ҙа Андрей Равел улы өсөн байлыҡ, дан-шөһрәт түгел, ә халыҡҡа хеҙмәт итеү мөмкинлеге ҡиммәтерәк. “Донъяның теләһә ҡайһы урынында йәшәй, эшләй алыр инем, әммә белемемде, тәжрибәмде тыуған илем мәнфәғәтендә файҙаланғым килә”, – ти бизнесмен. Былтыр төп вазифаһына өҫтәп Алыҫ Көнсығышты һәм Байкал төбәген үҫтереү фондының директорҙар советы рәйесе булып китеүе лә осраҡлы түгелдер. Был фонд, әйткәндәй, яманатлы ине: дүрт йыл эсендә бер проектты ла финансламаны, өс тапҡыр етәксе алмаштырҙы, ил Президенты һәм Хөкүмәте тарафынан ҡаты тәнҡитләнде. Кузяев килгәс тә “боҙ ҡуҙғалды”: Рәсәй менән Ҡытай араһында тәүге тимер юл күперен төҙөү, Камчаткала алтын сығарыуҙы инфраструктура йәһәтенән яйға һалыу, Сахалинда коммуналь хужалыҡтың ҡаты ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороу һымаҡ проекттарға аҡса бүленде.
Миллиардерҙың атаһы тыумышы менән Пермь крайындағы Ҡуян ауылынан. Тарихтан мәғлүм булыуынса, үҙ аҡсаһына Рәсәйҙә тәүге техник юғары уҡыу йортон төҙөткән данлыҡлы башҡорт сәнәғәтсеһе, меценаты Исмәғил Тасимов нәҡ ошо ерҙә тыуып үҫкән. Бәлки, изгелек эшләүгә, халыҡҡа, илгә хеҙмәт итеүгә ынтылыш XXI быуат эшҡыуары Андрей Кузяевтың да ҡанындалыр? Ҡасандыр үҙе белем алған Пермь дәүләт университетының уҡытыусылары һәм ғалимдары өсөн күп фатирлы йорт төҙөп бирһенме, Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһына даими рәүештә матди ярҙам бүлһенме, бизнесмендарҙың яңы быуынын тәрбиәләү маҡсатында “Строганов клубы”н асһынмы – барыһын да халҡыбыҙға хас булғанса ихлас күңелдән эшләй бит ул. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ла ниәттәренең күпселеген тап Андрей Равел улының хәстәрлеге арҡаһында бойомға ашыра.