Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Рәсәйҙә кемгә йәшәү рәхәт?
Етәкселәр йыш ҡына, беҙ халыҡ яҡшы йәшәһен өсөн эшләргә тейеш, был ауырлыҡтар ваҡытлыса, инфляция булмаясаҡ, тип ҡабатлаһа ла, әйләнгән һайын программалар ҡабул ителһә лә, илдә ябай кешенең тормошо яҡшырмағанын аңлау өсөн бөгөн ғилемле булыу кәрәкмәйҙер, моғайын. Хатта тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған өлкәндәрҙең дә йыш ҡына, беҙ йәшәнек, бына йәштәр йәл, улар нисек көн күрер, тип хафаланыуында ҙур мәғәнә ята.


Бының сәбәптәре аңлашыла: ҡырағай баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Ни генә эшләйем тиһәң дә, бөтә нәмә аҡсаға барып төртөлә. Дауаланыу түләүһеҙ тиһәк тә, кеҫәң таҡыр икән, табиптарҙың һиңә әйләнеп тә ҡарамауы ихтимал. Бушлай фатир юҡ, әүәле гөрләп торған предприятиелар ябыла. Хатта ауылдарҙа йәшәп килгән йолаға ярашлы өмә яһап йорт күтәреү, бер-береңә ярҙамлашыу кеүек матур күренештәрҙе һағынып һөйләргә генә ҡалды. Туғандар араһындағы мөнәсәбәт тә аҡса менән баһалана хәҙер. Коррупция сәскә ата, йәшерен-батырыны юҡ: Рәсәйҙә хатта юридик белем биргән, буласаҡ прокурорҙар, судьялар тәрбиәләгән уҡыу йорттарында ла уҡытыусылар ришүәт ала. Теге йәки был сетерекле мәсьәләлә, хаҡлы булһа ла, аҡсаһыҙ кеше еңелеп ҡала, хоҡуҡтары тапала.
Төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең отчет­тарындағы күрһәткестәр, уңыштар, шәбе­рәк күренергә теләү ниәтенәндер инде, йыл да арта барһа ла, бөтәһе лә кире­һенсә килеп сыға төҫлө. Килемле, аҡсалы урындар, башлыса, таныш-тоношо, ата-әсәһе “йылы” урын биләгәндәр­ҙең балаларына тәтей. Белемдең ҡәҙере лә, баһаһы ла юҡ. Өҙлөкһөҙ барған ҡыҫҡар­тыуҙар, ҡулайлаштырыу сәйәсәте был хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Етәкселек “ҡыҫ­ҡар­тыуға эләккәндәр урам­да ҡалмая­саҡ, уларға урындар табыла” тип өмөт­лән­дерһә лә, ауылдарҙа бына тигән тәж­рибәле уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалы­уы күңелде әрнетә. Күбе­һенең балалары бар, уларҙы уҡытырға, ғаилә ҡорорға ярҙам итергә кәрәк. Күптәр, ауылда эшһеҙлектең булыуы мөмкин түгел, ана, ҡура тултырып мал тот, һат, аҡса эшлә, тип аҡыл һатһа ла, бының әллә күпме сығым, көс талап иткәнен ауыл кешеһе үҙе генә белә. Башлыса ундай кәңәште ҡала ерҙәрендә йылы бүлмәләрҙә көнөн бер ҡағыҙҙы тегеләй-былай шылдырып үткәргән аҡһөйәктәр бирә.
Байтаҡ тәжрибә туплап, эшен юғалт­ҡан белгестәрҙең белеме ҡапыл кәрәкһеҙ булып ҡала, ә был иһә улар өсөн фажи­ғәгә әүерелә. Өмөтһөҙлөккә бирелгән йәштәр аптырағандан Себергә, сит илдәргә юллана. Бындай айырылы­шыу­ҙарҙың өлгөлө ғаиләләрҙе тарҡатыуына йыш шаһит булып торабыҙ.
Өмөт… Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡының үҙенең матди тормошо яҡшырасағына ышанған өлөшө өс тапҡырға кәмегән. Бының төп сәбәбе – инфляцияның ныҡ үҫеүе. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең (ВЦИОМ) һөҙөмтәләре шуны күрһәтә.
Халыҡтың күпселеге (60 проценты) яҡын арала ғаилә хәленең, көнкүрешенең яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә өмөтләнмәй. Әйткәндәй, бындай төшөнкөлөк һуңғы ун йылда арта ғына бара. Бының өсөн төрлө сәбәптәр бар. Интернеттағы имеш-мимешкә ышанып, ҡайһы берәүҙәр Сочи ҡалаһында Олимпиада үткәреү байтаҡ ҡына аҡсаны һурҙы, кемдер шул иҫәптән байыны тип иҫәпләй. Унан Ҡырымы, йәнә килеп Украина бәләһе өҫтәлде, былар үҙ сиратында һинең менән минең кеҫәне йоҡарта, тип ебәрәләр.
Рәсәйҙәрҙең һәр бишенсе өлөшө (17 проценты) быйыл үҙенең көнитмеше бына-бына насарланасаҡ тигән борсолоу менән йәшәй. Ә бер йыл элек был һан 12 процент булған. Ватандаштарыбыҙҙың бары 15 проценты ғына үҙенең матди хәле яҡшырасағына өмөтләнә. Ғәҙәттә, бындай ышаныс үҙен көслө тойған 18 – 24 йәштәге ҡыҙ һәм егеттәргә хас.
Алдағы көнгә ышаныстың кәмеүен халыҡ тауарға, төрлө түләүҙәрҙең өҙлөк­һөҙ күтәрелеүе, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы­ның артмауы менән аңлата. Бөгөн кредит түләмәгән кеше һирәктер, сөнки тормош үҙе бурыслы булырға мәжбүр итә. Машина яңыртам тиһәң дә, фатир алырға уйлаһаҡ та, әлеге лә баяғы банктарға йүгерәбеҙ. Шуға ла һәр туғыҙынсы кеше кредит процентынан йәшәйеше ауырайыр тип хафалана, һигеҙ проценты эш урынын юғалтыуҙан ҡурҡа.
Рәсәй халҡының йәшәү сығанағы — әлбиттә, төп эшендә алған килеме. Был хаҡта һорау алыусыларҙың 60 проценты белдергән.
Рәсәйҙә кемгә йәшәү рәхәт һуң? Быны ябай халыҡҡа аңлау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәйҙер…


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә