Етәкселәр йыш ҡына, беҙ халыҡ яҡшы йәшәһен өсөн эшләргә тейеш, был ауырлыҡтар ваҡытлыса, инфляция булмаясаҡ, тип ҡабатлаһа ла, әйләнгән һайын программалар ҡабул ителһә лә, илдә ябай кешенең тормошо яҡшырмағанын аңлау өсөн бөгөн ғилемле булыу кәрәкмәйҙер, моғайын. Хатта тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған өлкәндәрҙең дә йыш ҡына, беҙ йәшәнек, бына йәштәр йәл, улар нисек көн күрер, тип хафаланыуында ҙур мәғәнә ята.
Бының сәбәптәре аңлашыла: ҡырағай баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Ни генә эшләйем тиһәң дә, бөтә нәмә аҡсаға барып төртөлә. Дауаланыу түләүһеҙ тиһәк тә, кеҫәң таҡыр икән, табиптарҙың һиңә әйләнеп тә ҡарамауы ихтимал. Бушлай фатир юҡ, әүәле гөрләп торған предприятиелар ябыла. Хатта ауылдарҙа йәшәп килгән йолаға ярашлы өмә яһап йорт күтәреү, бер-береңә ярҙамлашыу кеүек матур күренештәрҙе һағынып һөйләргә генә ҡалды. Туғандар араһындағы мөнәсәбәт тә аҡса менән баһалана хәҙер. Коррупция сәскә ата, йәшерен-батырыны юҡ: Рәсәйҙә хатта юридик белем биргән, буласаҡ прокурорҙар, судьялар тәрбиәләгән уҡыу йорттарында ла уҡытыусылар ришүәт ала. Теге йәки был сетерекле мәсьәләлә, хаҡлы булһа ла, аҡсаһыҙ кеше еңелеп ҡала, хоҡуҡтары тапала.
Төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең отчеттарындағы күрһәткестәр, уңыштар, шәберәк күренергә теләү ниәтенәндер инде, йыл да арта барһа ла, бөтәһе лә киреһенсә килеп сыға төҫлө. Килемле, аҡсалы урындар, башлыса, таныш-тоношо, ата-әсәһе “йылы” урын биләгәндәрҙең балаларына тәтей. Белемдең ҡәҙере лә, баһаһы ла юҡ. Өҙлөкһөҙ барған ҡыҫҡартыуҙар, ҡулайлаштырыу сәйәсәте был хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Етәкселек “ҡыҫҡартыуға эләккәндәр урамда ҡалмаясаҡ, уларға урындар табыла” тип өмөтләндерһә лә, ауылдарҙа бына тигән тәжрибәле уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуы күңелде әрнетә. Күбеһенең балалары бар, уларҙы уҡытырға, ғаилә ҡорорға ярҙам итергә кәрәк. Күптәр, ауылда эшһеҙлектең булыуы мөмкин түгел, ана, ҡура тултырып мал тот, һат, аҡса эшлә, тип аҡыл һатһа ла, бының әллә күпме сығым, көс талап иткәнен ауыл кешеһе үҙе генә белә. Башлыса ундай кәңәште ҡала ерҙәрендә йылы бүлмәләрҙә көнөн бер ҡағыҙҙы тегеләй-былай шылдырып үткәргән аҡһөйәктәр бирә.
Байтаҡ тәжрибә туплап, эшен юғалтҡан белгестәрҙең белеме ҡапыл кәрәкһеҙ булып ҡала, ә был иһә улар өсөн фажиғәгә әүерелә. Өмөтһөҙлөккә бирелгән йәштәр аптырағандан Себергә, сит илдәргә юллана. Бындай айырылышыуҙарҙың өлгөлө ғаиләләрҙе тарҡатыуына йыш шаһит булып торабыҙ.
Өмөт… Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡының үҙенең матди тормошо яҡшырасағына ышанған өлөшө өс тапҡырға кәмегән. Бының төп сәбәбе – инфляцияның ныҡ үҫеүе. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең (ВЦИОМ) һөҙөмтәләре шуны күрһәтә.
Халыҡтың күпселеге (60 проценты) яҡын арала ғаилә хәленең, көнкүрешенең яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә өмөтләнмәй. Әйткәндәй, бындай төшөнкөлөк һуңғы ун йылда арта ғына бара. Бының өсөн төрлө сәбәптәр бар. Интернеттағы имеш-мимешкә ышанып, ҡайһы берәүҙәр Сочи ҡалаһында Олимпиада үткәреү байтаҡ ҡына аҡсаны һурҙы, кемдер шул иҫәптән байыны тип иҫәпләй. Унан Ҡырымы, йәнә килеп Украина бәләһе өҫтәлде, былар үҙ сиратында һинең менән минең кеҫәне йоҡарта, тип ебәрәләр.
Рәсәйҙәрҙең һәр бишенсе өлөшө (17 проценты) быйыл үҙенең көнитмеше бына-бына насарланасаҡ тигән борсолоу менән йәшәй. Ә бер йыл элек был һан 12 процент булған. Ватандаштарыбыҙҙың бары 15 проценты ғына үҙенең матди хәле яҡшырасағына өмөтләнә. Ғәҙәттә, бындай ышаныс үҙен көслө тойған 18 – 24 йәштәге ҡыҙ һәм егеттәргә хас.
Алдағы көнгә ышаныстың кәмеүен халыҡ тауарға, төрлө түләүҙәрҙең өҙлөкһөҙ күтәрелеүе, шул уҡ ваҡытта эш хаҡының артмауы менән аңлата. Бөгөн кредит түләмәгән кеше һирәктер, сөнки тормош үҙе бурыслы булырға мәжбүр итә. Машина яңыртам тиһәң дә, фатир алырға уйлаһаҡ та, әлеге лә баяғы банктарға йүгерәбеҙ. Шуға ла һәр туғыҙынсы кеше кредит процентынан йәшәйеше ауырайыр тип хафалана, һигеҙ проценты эш урынын юғалтыуҙан ҡурҡа.
Рәсәй халҡының йәшәү сығанағы — әлбиттә, төп эшендә алған килеме. Был хаҡта һорау алыусыларҙың 60 проценты белдергән.
Рәсәйҙә кемгә йәшәү рәхәт һуң? Быны ябай халыҡҡа аңлау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәйҙер…