Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Агросәнәғәт үҫешенә өмөт тыуҙы”
“Агросәнәғәт  үҫешенә өмөт тыуҙы”
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, агросәнәғәт комплексы — төбәкте һәм тотош илде үҫтереүҙең иң өмөтлө йүнәлештең береһе. 14 августа ИТАР-ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ул республиканың сит ил тауарҙарынан башҡа ла йәшәй алыуы, шулай уҡ мегафермалар хаҡында һөйләне.


— Бөгөн Рәсәйҙең санкцияларға яуап итеп сит ил ауыл хужалығы продукцияһын илгә индереүҙе тыйыуы аграрийҙарыбыҙға нығынырға ярҙам итәсәге хаҡында күп һөйләйҙәр. Башҡортостанда был йәһәттән нисек булыр?
— Агросәнәғәт комплексы беҙҙең өсөн — иң өмөтлө үҫеш йүнәлештәренең береһе ул. Башҡортостандағы халыҡтың 40 проценты самаһы ауылда йәшәй. Әлеге хәл-шарттарҙы беҙ, ысынлап та, үҙебеҙҙәге ауыл хужалығын йылдам үҫтереү мөмкинлеге булараҡ ҡабул итәбеҙ. Беҙҙә үҫеш өсөн мөмкинлек ҙур. Ауылға аҡсаны күп бүләбеҙ. Республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл хужалығы тауарҙары сығарыу йәһәтенән тәүге бишәү иҫәбендә. Мәҫәлән, беҙ — илдә һөт етештереү буйынса алдынғы ике төбәктең береһе (йыл һайын республикала 1,7 миллион тонна һөт алына).
Беҙҙә фермаларҙы яңыртыу һәм модернизациялау программалары эшләй. Шарттар ябай — 50-гә 50, йәғни ауыл етештереүселәре тотонған һәр һум бюджеттан ошо уҡ күләмдә ҡаплана. Өс йыл эсендә 186 малсылыҡ бинаһы реконструкцияланды һәм сафҡа индерелде, 103 һөтсөлөк фермаһы яңыртылды. Әле ошо йәһәттән тағы ла 87 фермала эш бара, 62 малсылыҡ комплексы яҡын киләсәктә был программала ҡатнашыуға дәғүә итә. Киләһе йылдарҙа бөтә фермаларҙы ла (улар беҙҙә 700-гә яҡын) яңыртырға йыйынабыҙ.
Бынан тыш, мегафермалар төҙөүгә ҙур инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә бәйле эш алып барабыҙ. Һәр мегаферма йылына 30-50 мең тонна һөт етештерәсәк. Был һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә ҡеүәтле этәргес буласаҡ. 2020 йылға ҡуйылған план буйынса һөт етештереү ҡеүәтен 2 миллион тоннанан ашыуға еткерергә тейешбеҙ. Был дөйөм Рәсәй күләменең 5-6 процентына тиң.
— Сит илдән һыйыр малын һатып алыуҙан баш тартып, үҙебеҙҙең селекцияны үҫтерергә кәрәк, тигән фекер бар. Республика өсөн был ҡулаймы?
— Әлегә — юҡ, сифатлы малды сит илдән килтереүҙе дауам итәбеҙ. Әммә мегафермалар составында генетика үҙәктәрен ойоштороу күҙаллана. Уларҙа йыллыҡ һауымды 7-8 мең литр күләмендә биргән юғары продуктлы малдар аҫраласаҡ.
Ғөмүмән, һыйыр малы беҙҙә иң күбе. Уның сифатын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. Хәҙер шәхси хужалыҡтар ҙа тоҡомло мал эҙләй. Фермалар, ҙур хужалыҡ милекселәре хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Генетика үҙәктәре һөттө күпләп биргән һыйырҙар һанын йылдам арттырыу мөмкинлеген бирер, тип ышанабыҙ.
— Һөт эшкәртеүгә бәйле хәл нисек тора?
— Етештереүгә ҡарағанда насарыраҡ. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә 10-12-се урынды биләйбеҙ. Быны өс-дүрт йыл эсендә яҡшыртыу еңел түгел, әммә ошо йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ. Йыл һайын һөт ризыҡтары етештереү буйынса ҙур производстволарҙы сафҡа индерәбеҙ. Инвесторҙарҙың күбеһе — үҙебеҙҙең республика эшҡыуарҙары.
— Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға субсидия бүлеү йәһәтенән дәүләт программаһы бар. Ул нисек тормошҡа ашырыла?
— Беҙ фермерҙарыбыҙ һатып алған машиналар, механизмдар хаҡының 50 процентҡа тиклемен ҡаҙнанан субсидиялайбыҙ. Әле иң элек үҙебеҙҙә сығарылған ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу әүҙемләште. Һуңғы йылдарҙа ауылдың матди базаһы етди нығынды.
— Республикалағы агросәнәғәт комплексында тағы ла ниндәй йүнәлештәрҙә импортты алмаштырыу йәһәтенән эш алып барыла?
— Һөт һәм һөт ризыҡтарынан тыш, ит малсылығына, ҡош ите етештереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Был йәһәттән дә алға китеш бар. Йылына 30 мең тонна күркә ите етештереү ҡеүәтенә эйә булған производство сафҡа индерелде. Тауыҡ ите етештереү буйынса яңы ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөләсәк. Ҡаҙ, өйрәк үрсетеү буйынса ла Рәсәйҙә алдынғылыҡты биләйбеҙ.
Бөгөн агросәнәғәт комплексының үҫеш өсөн ғәйәт ҙур этәргес алыуын аңлап, уңайлы мәлде мотлаҡ фай­ҙаланасаҡбыҙ. Аграрийҙарға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Яҡын киләсәктә ыңғай һөҙөмтәләрҙе күрербеҙ, әлбиттә.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә