Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алыу өйрәтмәй, һатыу өйрәтә
Алыу өйрәтмәй, һатыу өйрәтә
Кешенең хәтере ғәжәпләнерлек инде. Ул һинең тәбиғәтеңә хас булмаған хәлдәрҙе лә әллә ҡайһы төпкөлдәрендә һаҡлай ҙа, мөҙҙәте еткәс, “уян, ана, һорап килгәндәр”, тигәндәй, хәтерҙе яңыртып ебәрә. Тик улар, ваҡыт иләгенән үтеп, беҙҙең аңға бүтәнсә төҫ-буяу, икенсерәк мәғәнә йөкмәп әйләнеп ҡайта.

Ауылыбыҙҙың үрге осондараҡ йәшәгән Хәмзә олатайҙың оло улы Ишҡол ағай, фронт юлдарын үткәндән һуң, әсә-ата йортонда бигүк тотҡарланмай, даланын ситтән эҙләргә сығып киткән икән. Кисәге яугирҙе яҙмыш Урта Уралға, торф промыслаларына алып барып һуҡҡан. Атаһы йортона Ишҡол Мәхмүтов беҙ аң белә башлағас ҡына әйләнеп ҡайтты. Ағайыбыҙ яңғыҙ түгел ине. Илеш районының Дөмәй ауылы ҡыҙы Раҡиә, шулай итеп, беҙгә еңгә булды.
Ишҡол ағай менән Раҡиә еңгәнең нисек донъя көтөүҙәре үҙе бер ғәжәйеп ҡиссаға торорлоҡ. Ләкин еңгәбеҙҙең ауыл кибетендә һатыусы булып эшләүе әлегәсә ҡыҙыҡ итеп тә, өлгөгә ҡуйып һөйләрлек тә тарих булып ҡалды.
Мәсьәлә шунда: һуғыш бөтөп бер нисә йыл үтеүгә хатта төпкөл ауыл кибеттәренә лә йорт кәрәк-ярағы, өҫ-баш бөтәйтерлек туҡыма, шәкәр-сәй килә башлағайны. Әммә кейем-һалым, туҡымалар ҡыйбат, колхоз халҡы аҡсаһыҙ. Әмәлен тапҡан кешеләр Магнитогорск ҡалаһына йөрөргә тырыша. Шулай итеп, Раҡиә еңгәй магазинға эшкә төшкәндә үтмәй ятҡан тауар байтаҡ йыйылып киткән булған.
Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң, кибеткә һирәк йөрөгән әсәйемдең: “Раҡиә килен мынау тауарҙы, Асҡарҙан әле генә апҡайттым, ул Мәғниттә лә юҡ, тиҙәр. Бар сағында алып ҡал, ҡайынбикә, тип бик ҡыҫтағас, ништәйең, алдым”, — тип аҡланғандай йөрөүҙәре хәтерҙә. Һәр хәлдә кибет кәштәләрендә саңланып ятҡан тауарҙы Раҡиә еңгәйебеҙҙең әллә таҫма теле, әллә бүтәнсә арбауы тиҙ генә арала хәтһеҙ кәметте.
Хәтерҙән юйыла барған был хәлгә хәҙерге аҡыллы баштар ниндәй атама бирер ине икән? Ауыл кибетендәге күренеш, бәлки, ғүмер баҡый булған мохтажлы тормошобоҙҙоң йәш аралаш көлкөлө кәүҙәләнешелер?
Баҙар иҡтисады тигән төшөнсәне сауҙалашыу урыны булған ҡәҙимге баҙарға ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгелдер. Илебеҙ ҡалалары һәм ауылдары тотош һатыу-алыу майҙанына әүерелгән саҡта тауар етештереү процесы артҡараҡ күсә — тотош иҡтисадта сауҙа өҫтөнлөклө урын ала. Туҡайҙың, “береһе алдай, береһе шунда алдана”, тип әйткән һүҙҙәре хәҙер һатыусы менән һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәттең яҙылмаған ҡағиҙәһе булып китте. Шул уҡ ваҡытта сауҙа халыҡтың донъяуи ихтыяжын хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелгән күп тармаҡтарҙың береһе генә булырға тейештер. Беҙҙең илдә иһә ул сәйәсәткә, әхлаҡи ҡиммәттәргә йоғонто яһаған, криминаль ҡанундарға таянып эшләгән ғәйәт ҡеүәтле структура төҫөн алды.
Көндәлек көнкүреш сауҙаһының халыҡ тор­мошоноң көҙгөһө булыуы күптән мәғлүм. Кибеттәрҙә рәхәтләнеп, үҙ кеҫәңә самалап һайлап алырлыҡ тауар һәм аҙыҡ-түлек күп икән, тимәк, ил иҡтисады ла тере. Американ дәүләт эшмәкәре Бенджамин Франклин әйтмешләй, сауҙа бер генә ҡәүемде лә фәҡирлектә ҡалдырғаны юҡ әле. Әтнәкә тик шунда: кибеттәрҙә, баҙарҙарҙа кем эшләгән тауарҙар, кем ҡулы тейгән аҙыҡ-түлек һәм ни хаҡҡа һатыла? Бына ошонда инде елкәне тырнарға ла, “дә-ә-ә”, тигән өн сығарырға ла урын бар.
Октябрь инҡилабынан алдағы тормошто яңыр­тып һөйләйекме, Совет власы йылдарын хәтер­ләйекме йәки тарих төпкөлөнә сумырға өлгөрмәгән 20-25 йылдың һөйәктәрен йыуайыҡмы, барыбер ил һәм халыҡтың көнкүрешендә сауҙа төп урында торған. Ил тарихының һуңғы йөҙ йылын күҙ алдынан үткәргәндә лә дәүләт институттарының ошо өлкәгә иғтибарын кәметмәүен күрербеҙ. Һәр кемдең үҙ мәйеле: берәүгә затлы әйберҙәр, аҫылташтар кәрәк, икенселәр икмәк-сәй, тәнен ҡаплар ябай ғына кейем менән хушһына. Сауҙалағы эштәрҙең торошо етештереү тармаҡтарының хәленә, хеҙмәт хаҡына, тауарҙарҙың төрлөлөгөнә һәм үҙҡиммәтенә туранан-тура бәйле. Бына миҫалға йәнә 1913 йылды килтерәйек. Ул Рәсәй империяһының социаль-иҡтисади үҫешендә иң юғары күтәрелеш йылы һанала. Ил буйынса йыллыҡ уртаса эш хаҡы 263 һум тәшкил иткән, ә квалификациялы эшселәрҙең килеме 480-700 һумға еткән. Әгәр һумдың алтын менән нығытылыуы Европала иң ышаныслы булыуын иҫәпкә алғанда, әлеге аҡсаларҙың тослоғо шик тыуҙырмай. Ватандаштарыбыҙҙың йөҙ йыл әүәлге хәлен бер нисә һан менән генә раҫлап ҡарайыҡ. Арыш икмәгенең килограмы биш, ағыныҡы — 12 тин, ыҫланған колбаса — 75, бешерелгәне — 35 тин, иң юғары сортлы һыйыр ите — 50, май — 70-90 тин, ҡатын-ҡыҙ ботинкаһы — дүрт, ирҙәрҙеке —өс һум, ситсаның бер метры — 18 һум, буҫтауҙыҡы – ике һум 80 тин, балаңдың мәктәптә уҡыуы өсөн айына — ике, табипҡа күренеү өсөн 20 һум түләйһең. Бер литр хәмерҙең 30 тин торғанын уйлап, уфтанған ағай-эне лә булыр.
Йөҙ йыл ил тарихы өсөн һәммә нәмәне юғалтыр һәм онотор ара ла түгел һымаҡ. Ләкин ошо йыл­дарҙа илдең сауҙа системаһы төрлө сәбәптәр йоғонтоһонда, ысынлап та, революцион үҙгәреш­тәргә дусар булған. ХХ быуаттың 20 – 30-сы йылдарында һәм Бөйөк Ватан һуғышынан һуң сауҙа, айырыуса уның кооператив формаһы ябай кешеләрҙең көнкүрешен тәьмин итеүгә йүнәлтелә, был йәһәттән уның социаль роле баһалап бөткөһөҙ. Халыҡ телендәге “алтыға алып, бишкә һат, атаң булһын һатыусы” тигән һүҙҙәр элегерәк ауыл ерендә кооператив сауҙаны, төрлө әҙерләүҙәр эшмә­кәр­леген ойоштороусыларға ҡарата әйтелгәндер. Ауылда шәхси кибеттәр ишәйгән саҡта элек ауыл халҡына сауҙа хеҙмәтен күрһәткән “Башпотребсоюз” һәм уның райондарҙағы ойошмаларының хәҙер нимә менән шөғөлләнеүен әйтеүе ауыр.
Мин, әлбиттә, ауылдан ауылға йөрөп еп, энә, төймә һымаҡ әйберҙәр таратҡан ҡырҡтарт­ма­сы­ларҙың эшен тергеҙергә теләүҙән әйтмәйем. Һәр замандың үҙ мөмкинлектәре һәм талабы. Ләкин халыҡтың шәхси хужалығынан ит-һөт, картуф-йәшелсә, тире-ярыны йыйып, эшкәртеп, йәнә сауҙаға сығарыуҙы дәүләт үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Алтын һатып бөлөүгә ҡарағанда, һалам һатып булһа ла байығыу яҡшыраҡ инде.
Беҙҙең дәүләт йоғонтоһонан һәм хаҡтарын дәүләт көйләүенән азат сауҙа системаһы, халыҡты хеҙмәтләндереүҙән бигерәк, табыш алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Һәм ошо сәйәсәт кибеттәргә алыҫ-яҡын тарафтарҙан сифатһыҙ, хатта зыянлы аҙыҡ-түлек, бүтән илдәрҙә кәрәкмәгән кейем-һалым килтереп тултырҙы. Минең бик яҡшы танышым, Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында “Әһли” фермер хужалығын ойошторған Наил Әһлиуллин, картуф, сөгөлдөр, иген уңышын ни тапшыра, ни үҙе һата алмай ыҙа сигеп йөрөнө-йөрөнө лә йәшләй генә гүр эйәһе булды. Уның ҡарауы, кибеттән ете диңгеҙ кисеп килгән картуфты алабыҙ. Ирекле сауҙа, йәмәғәт!..
Баҙар иҡтисадының өҫтөнлөктәре бәхәс тыуҙыр­май, әлбиттә. Мохтажлыҡтан сығып өлгөрмәгән беҙгә колбасаның иркен һатылыуы ла бәхет. Шөкөр, бөтәһе лә тулып ята. Ләкин һушыңды алырлыҡ ҡыйбатсылыҡ! “Үҙәк баҙар” павильондарынан халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә йөрөгәндәй үтәһең. Сәнәғәт тауарҙарына ла, аҙыҡ-түлеккә лә дефицит тигән төшөнсә онотола бара. Тик осһоҙло, тәмле, сифатлы ризыҡҡа, үҙебеҙҙең оҫталар бесеп теккән кейем-һалымға ҡытлыҡ юғалһасы. Был хыялды ҡулланыусы бойомға ашыра алмай, ул дәүләт һәм намыҫын янсыҡҡа һалмаған сауҙа хеҙмәткәрҙәре ҡулында.
...Раҡиә еңгәйҙең ҡасандыр юҡсыллыҡта ла дәрт табып гөрләп торған кибете, яңыртылып, әле лә эшләй. Ауылға юлым төшһә лә, минең унда инеп йөрөргә теләгем юҡ, сөнки Ҡытай тауарҙарын, тәмһеҙ ризыҡтарҙы, теләһәң, ҡайҙа ла табырға мөмкин. Бенджамин Дизраэли атлы бер дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы “ирекле сауҙа — принцип түгел, бәлки, маҡсатҡа өлгәшеү сараһы” тигән. Маҡсатың ниндәйлеген аңлатып тораһы ла түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 365

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 504