Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙең кешеләр менән тау аҡтарырға була!”
“Беҙҙең кешеләр менән тау аҡтарырға була!”
“Беҙҙең кешеләр менән тау аҡтарырға була!”
— ти предприятиеның генераль директоры
Зәкәриә Ғибәҙуллин


— Зәкәриә Рәфғәт улы, һеҙ Учалы ҡалаһын барлыҡҡа килтергән һәм Рәсәйҙә иң ҙурҙар рәтендә булған предприятиеға етәкселек итәһегеҙ. Үҙегеҙҙе тормош хужаһы, ҡаланы ашатып-эсереп тороусы кеше итеп тояһығыҙмы?
— Элек тә, бөгөнгө шарттарҙа ла үҙебеҙҙе бөтә нәмәгә лә хужа итеп күҙ алдына килтергәнебеҙ булманы. Һәр хәлдә, теге йәки был предприятиены, шул иҫәптән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын да, төҙөү тураһындағы ҡарар ил Хөкүмәте һәм Төҫлө металлургия ми­нистрлығы кимәлендә ҡабул ителгән, йәғни был комбинатты беҙ — бөгөнгө етәкселек һәм коллектив — барлыҡҡа килтермәнек. Шуны ғына әйтә алам: комбинаттың һәр етәксеһе Ватан ышанып тапшырған бурыс өсөн ғәйәт ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә лә һайланып торорға тура килмәй, сөнки төп бурыс — илгә баҡыр һәм цинк биреү. Ә улар, белеүебеҙсә — стратегик ресурс.
— Үҫмер саҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтһаҡ, тау инженеры һөнәрен һайлауығыҙға нимә йоғонто яһаны?
— Атайымдың хәтирәләрелер, мо­ғайын. Ул тәүҙә Ҡаҙағстан шахталарында, артабан Өфөлә тимер юлсы булып эшләне. Һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, атайым етди произ­водствоға һәм белемле кеше булып, мөмкин икән, инженер сифатында барырға кәңәш итте. Мине мотлаҡ тау инженеры булырға өгөтләмәне, әлбиттә. Ләкин, ул за­мандағы күпселек малайҙар кеүек, хәрби кеше булырға теләгәйнем. Әммә медицина комиссияһы күҙҙәремдең әллә ни шәп булмауын асыҡлағас, ғаилә кәңәш­мәһендә мине тау институтына уҡырға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Атай-әсәйемдең фекере минең өсөн төп күрһәтмә ине.
— Һеҙ “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы асыҡ ысул менән эшкәртеүҙең тех­нологияһы һәм комплекслы меха­низацияһы” йүнәлеше буйынса Магнитогорск дәүләт техник университетында белем алғанһығыҙ, бер нисә йыл үткәс, ошонда уҡ ятҡылыҡтарҙы ябыҡ ысул менән эшкәртеү һөнәренә эйә булғанһығыҙ. 2001 йылда “Иҡтисад” һөнәре буйынса Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын да тамамлағанһығыҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаң, һеҙҙең командала тау сәнәғәте белгестәре етерлек...
— Заман шулай талап итте. Нисә белгес бар, ҡараштар ҙа шул хәтлем күп. Бөтөн фекерҙәрҙе тыңлағас, етәксе һуңғы һәм хәл иткес һүҙҙе әйтергә тейеш. Ә бының өсөн уның барлыҡ мәсьәләләрҙә хәбәрҙар булыуы мөһим. Тау сәнәғәте буйынса ла, тау эше иҡтисады йәһәтенән дә, хеҙмәт тураһындағы за­кондарҙа ла... Етештереүҙең техноло­гияһы менән иҡтисады тығыҙ бәйләнгән. Хәҙерге шарттарҙа уларҙың ҡайһыһы мөһимерәк икәнен әйтеүе лә ҡыйын. Иҡтисади рычагтарҙы файҙаланмай тороп, технология ла кәрәкле һөҙөмтәне бирмәйәсәк.
— Интернеттағы ҡайһы бер сайттарға ышанһаң, элекке етәкселек предприятиены бөлгөнлөккә төшөр­гән. Ошо вазифаға килгәндә хәлде төҙәтеү өсөн әҙер ысулдарығыҙ бар инеме? Әллә бөтәһен дә көнө-сәғәте менән уйлап табырға тура килдеме? Ғөмүмән, тәүге көндәрҙә эш нисек барҙы?
— Элекке етәкселек нимәне булһа ла насар йәки һәйбәт эшләгән тип әйтә алмайым. Миңә фәҡәт хәлде баһаларға һәм бөгөнгө шарттарҙа предприятие тото­роҡло эшләһен, программа үтәлһен өсөн саралар күрергә ҡушылды. Эйе, хәлде анализларға, һәр төрлө килешеүҙәрҙе һәм сметаларҙы тыйырға, цех начальниктарын тау эшенең иҡтисади яғын өйрәнеүҙе мәжбүр итергә лә тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлештә кәмселектәр бар ине.
— Һеҙгә күберәк өлгөрөргә, яҡшыраҡ етәкселек итергә, күберәккә өлгәшергә нимә ярҙам итә?
— Иң башта үҙеңә эшләргә, мәсьәләнең айышына төшөнөргә кәрәк. Шул саҡта ғына белгестәрҙең күпселеге етәксене дөрөҫ аңлаясаҡ һәм уға терәк буласаҡ. Ә ҡалғандарын эшләтеүе ҡыйын түгел. Бына ошондай варианттар етерлек: шәхси миҫалдан һәм өгөтләүҙән алып мәжбүр итеүгә саҡлы. Әгәр ҙә ҡул аҫтыңдағы теге йәки был етәксенең эш һөҙөмтәһе барыбер насар булып сыға икән, уға квалификацияһына ярашлы бүтән вазифа тәҡдим итергә кәрәк. Ҡуйылған бурысты үтәй алмауы уның үҙе өсөн дә уңайһыҙ бит. Ә һәр бурыстың тәғәйен башҡарыусыһы булырға тейеш, яуаплылыҡты бөтәһенә лә бүлгеләргә ярамай. Хатта шуны ла әйтә алам: һәр тәғәйен бурыстың ниндәй ҙә булһа тәғәйен кешене күҙ уңында тотоп ҡуйылыуы мотлаҡ. Етәксенең бурысы — уға башҡарып сығырлыҡ ваҡыт билдәләү. Һәм, тәбиғи, башҡарыуҙың сифаты һәм уға контроль мөһим. Эйе, предприяти­еның етәксеһе берәү генә, ләкин бөтәһе лә сифатлы һәм ваҡытында үтәлһен өсөн башҡарыу вертикале уйлап табылған да инде. Әгәр ҙә етәксе — үҙ урынбаҫарын, тегеһе үҙ ҡул аҫтындағы белгесте контролдә тотмаһа, башҡарыу тәртибе булмаясаҡ. Республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Зәки улы яңыраҡ әйткәнсә, ҡайһы бер башҡарыусыларға ҡараһаң, хәрәкәт бар ҙа кеүек, әммә етештерелгән “быу” һыҙғыртыуға ғына китеп бөтә. Миңә был лаҡап шул тиклем оҡшаны, уны үҙ кешеләрем менән һөйләшкәндә хатта бер нисә тапҡыр ҡабатланым: ”Һыҙғыртыу өсөн генә быу етештереү менән шөғөлләнмәгеҙ әле!”
— Бер саҡ һеҙҙең цех начальнигы менән телефон аша һөйләшеүегеҙҙе ишетеп торорға тура килде: “Цех буйлап барғанда күрәм: ике эшсе ҡорамал ремонтлай, икәүһе тик ултыра. Ҡайтҡан саҡта ҡарайым: теге икәүһе эшләй, хәҙер былары ултыра. Һеҙҙә артыҡ кешеләр бармы әллә?” Шуны беләһе ине — баҙар шарттарында хәҙерге етәксенең эшселәргә талаптары ниндәй икән?
— Етәкселәргә лә, хеҙмәткәрҙәргә лә талап бер — эшләргә кәрәк. Ләкин был осраҡта шарт ҡуйылырға тейеш: эшсенең махсус кейеме лә, эш документтары ла, хеҙмәт хәүефһеҙлеге лә, кәрәк осраҡта йылы бүлмәһе лә булһын. Икенсе төрлө әйткәндә, эшсегә хеҙмәт шарттары тыуҙырылырға, ә уның етәксеһенән талап булырға тейеш. Хәйер, барыһы ла — бурыстар ҙа, хоҡуҡтар ҙа — хеҙмәт закондарында яҙылған. Ошо хоҡуҡи нигеҙҙә ялланыусы менән эш биреүсе килешеү төҙөй һәм уның үтәлеүе мотлаҡ. Минеңсә, эш биреүсе яғынан баҫым булмай, талап ҡына ҡуйыла.
— Һуңғы арала һеҙ ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итә алдығыҙ? Хәл итеүе әлегә мөмкин булмағандары бармы? Һеҙҙең күҙлектән ҡарағанда, проблемаларға мөнәсәбәт нисек булырға тейеш?
— Проблемалар һәр ваҡыт бар инде ул. Уларҙы хәл итеү өсөн, әйткәнемсә, мәсьәләләрҙең көнүҙәклеген һәм хәл итеү тәртибен билдәләй алырлыҡ профессиональ белемең һәм әҙерлегең булһын. Әгәр ҙә проблема беҙҙең белдеклелек һәм мөмкинлек сиктәренән сыға икән, уйлап башҡарыуға махсус ойошманы йәлеп итә алабыҙ. Ә дөйөмләштереп әйткәндә, беҙ — алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы хәл итә алырлыҡ ҡеүәтле коллектив.
— Предприятиеның ниндәй ҡаҙа­ныш­тары менән айырыуса ғорурлана алаһығыҙ?
— Учалы тау-байыҡтырыу комбина­ты­ның етди ҡаҙанышы — ул беҙҙең коллектив. Бында элекке СССР-ҙың барлыҡ республикаларынан төрлө милләт кеше­ләре эшләй. Фәҡәт ошо коллектив пред­приятиеға ҡатмарлы 90-сы йылдарҙы аҙыраҡ юғалтыу менән йырып сығырға мөмкинлек бирҙе. Ә бит күптәр быға түҙмәне. Мәҫәлән, беҙҙең тармаҡтағы Сибай баҡыр-көкөрт комбинаты бөл­гөнлөк сигенә еткәйне, һәм Учалы комбинатының филиалы итеп үҙгәртеү генә уға эшләүен дауам итергә форсат бирҙе. Беҙҙең 5 мең кешелек коллектив, ҡабатлап әйтәм, һынатманы. “Ундай кешеләр менән тау аҡтарырға була” тигән әйтем бар. Беҙ аҡтарабыҙ ҙа инде. Ни тиһәң дә, был — беҙҙең профессия.
— Учалы комбинатынан бер нисә километр алыҫлыҡта ғына Ҡаҙағстан ере башлана. Һеҙ тау сәнәғәтендә һәм төҫлө металлургияла күрше илдең конку­ренцияһын тояһығыҙмы?
— Беҙҙең тармаҡта ысын мәғәнә­һендәге конкуренция юҡ, фәҡәт күр­шеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ эшләү теләге генә бар. Бөтәһе лә мәғлүмәттәр менән алышырға ла, бер-береһенә белгестәр ебәрергә лә әҙер, сөнки кимәлде һаҡлап тоторға кәрәк бит.
— Зарарлы эш шарттары әүҙем социаль сәйәсәт тә талап итә. Был йүнәлештә комбинат тарафынан ниҙәр башҡарыла?
— Беҙҙә дәртләндереүҙәр, льготалар, матди ярҙам буйынса социаль-иҡтисади пакет бар. Уның эсенә “УГМК-Перспектива” дәүләткә ҡарамаған пенсия фондында ҡатнаштырыу, маҡтаулы исемдәр биреү, һөнәр оҫталығы һәм эштең йоғонтололоғо өсөн бүләкләү, ипотека кредиты ставкаһының бер өлөшөн субсидиялау, эшләүселәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына льготалы шарттарҙа шифа­ханаларға, балаларҙың йәйге һауыҡ­тырыу лагерҙарына путевка биреү һәм дөйөм башҡалар инә. Путевканы беҙҙә эшләүселәр дөйөм хаҡының 15 процентын ғына түләп ала. Йыл һайын балалар төркөмө Болгарияла ял итеп ҡайта. Ҡайһы бер йылдарҙа икешәр төркөм дә ебәрәбеҙ. Хәл ителмәгән проблемалар юҡ түгел, әлбиттә. Мәҫәлән, йәш ғаиләләрҙең торлаҡҡа мохтажлығы. Шуға күрә был мәсьәләне хәл итеүҙе лә туҡтатмайбыҙ — 35-әр фатирлы ике йорт төҙөлә башлаясаҡ. Алдағы йылдарҙағы кеүек, беҙҙең хеҙмәткәр торлаҡ хаҡының 15 проценты күләмендә тәүге иғәнәне түләй, артабан уға 10 йыл эсендә ҡаплап бөтөү шарты менән ипотека кредиты бирелә.
— Матди булмаған дәртләндереү саралары бөгөн кәрәкме, әллә ул коммунистик үткәндәрҙән ҡалған мираҫ ҡынамы? Һеҙҙең комбинатта матди булмаған дәрт­ләндереүҙән ниндәй саралар ҡулла­ныла?
— Дәртләндереү һәр заманда ла кәрәк. Эш аҡсала ғына түгел, тиҙәр бит. Әл­биттә, мораль һәм матди дәртләндереү сараларының нисбәте лә һаҡланырға тейеш, сөнки иң яҡшы шахтер, байыҡ­тырыусы, транспортсы йәки иҡтисадсы исеме ҙур баһаға лайыҡ. Был — кешене туған коллективында ғына түгел, ғаиләһендә лә, йәмғиәттә лә юғары белгес итеп таныу бит. Был бик мөһим.
— Предприятиеға етәкселек итеүгә киткән ғәйәт ҙур көс әүҙем ял итеүҙе лә талап итәлер, моғайын. Һеҙгә ҡайҙа сәфәр сығыу оҡшай?
— Отпускты мин ғаиләм менән үткә­рәм. Улар Сибайҙа йәшәй, ә мин — Учалыла. Йортобоҙҙа ял көндәрендә генә булам. Шуға күрә бергә ял итеүҙе йыл буйы һағынып көтөп алабыҙ. Отпуск — кинйә улым менән бергә булыу мөмкинлеге лә, сөнки уға минең менән аралашыу етмәй. Бергә булғанда төрлө уйындар менән мауығып, хәлдән тайып бөтәбеҙ. Ә иртән ул мине таң һарыһынан уята: “Атай, балалар майҙансығына һуңлайһың!” Артабан урманға сығабыҙ, шунан һуң — футбол йәки бассейн. Отпусктың ике аҙнаһы шулай үтеп тә китә. Ә өлкән улым эшләп йөрөй инде, металлург һөнәрен һайланы. Иң мөһиме — уға үҙ эше һәм һөнәре оҡшай. Кинйә улым да йүнәлеште үҙаллы һайлаясаҡ.
— Комбинаттың юбилейына күп тә ҡалманы. Белеүебеҙсә, предприя­тиеның тарихы СССР-ҙың төҫлө металлургия министры П.Ф. Ломако биргән әмерҙән башланған. Был уңайҙан ниндәйҙер тантаналар, премиялар, үрләтеүҙәр һәм башҡа “сюрприздар” планлаштырыламы, әллә һеҙ сығымдарҙы самалап тотоноуға өҫтөнлөк бирәһегеҙме?
— Коллектив байрамға әҙерләнә. Тәүге ярты йыллыҡтағы эш һөҙөм­тәләренә ҡарағанда, тантана итергә нигеҙ бар. План күрһәткестәре үтәлде, хатта арттырып та. Башҡортостан һәм “УГМК-Холдинг” етәкселеге эшебеҙгә ыңғай баһа бирә. Күп һанлы эшселәр һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәр дәүләт һәм ведомство наградаларын аласаҡ. “УГМК-Холдинг” етәкселеге юбилей айҡанлы 45 тонна һыйҙырышлы шахта үҙбушатҡысы бүләк итте. Был — беҙҙең эшкә юғары баһа.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 337

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503