Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттәшлеккә ышаныслы аҙым йәки Күршең менән татыу бул
Хеҙмәттәшлеккә ышаныслы аҙым йәки Күршең менән татыу бул
Хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары-2014”: “25-20” стратегияһы” II төбәк-ара инвестиция форумы уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Ырымбур өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Берг, Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Кокорин, Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Руслан Гаттаров, “Эшлекле Рәсәй” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһынан Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, “Урал аръяғы”н үҫтереү программаһының координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, федераль һәм төбәк власы органдары, үҫеш институттары, Рәсәйҙең бизнес структуралары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм эксперттары, республиканың көньяҡ-көнсығыш район хакимиәттәре башлыҡтары, күренекле ғалимдар ҡатнашты.


Уңайлы шарттар булһын

Ҡунаҡтар тәүҙә ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә халыҡ кәсептәренән, ҡул эштәренән ойошторолған ғәжәп бай күргәҙмә менән танышты. Уларҙы бигерәк тә милли кейем, Сибай йәшмәһенән яһалған сувенирҙар, биҙәүестәр, кейеҙҙән баҫылған әйберҙәр һоҡландырҙы.
Унан республиканың көньяҡ-көнсығыш район хакимиәттәре башлыҡтары үҙ төбәге буйынса инвестиция проекттарын тәҡдим итте.
– Илдәге глобалләшеү, донъя баҙа­рындағы үҙгәрештәр төбәк-ара ­бәй­ләнеш­тәрҙең яңы юлдарын табыуҙы, төрлө мөмкинлектәрҙе фай­ҙаланыуҙы, яңыса фекерләүҙе талап итә, – тине Рөстәм Зәки улы, форум­ды асып. – Сарала төбәк-ара хеҙмәт­тәш­лек мәсьәләләренә ентекле туҡта­лып, фекер алышып, тәжрибә ур­таҡлашып, иҡтисад, мәҙәниәт, сәнәғәт, социаль өлкәләрҙә яңы баш­ланғыстарға нигеҙ һалыныр тигән ышаныстамын. Ә “үҙ ҡаҙа­ныңда ғына ҡайнап” эш итеүҙең тейешле һөҙөм­тәгә килтермәүе көн кеүек асыҡ. Заман муниципалитеттар, төбәктәр алдына агломерациялар, территориаль кластерҙар ойоштороу, бер нисә төбәк өсөн отошло булған програм­маларҙы дөйөм көс менән тормошҡа ашырыу бурысын ҡуя. Был йәһәттән үҫешкә этәргес биргән проекттарға ентекле туҡталыу, уның мөмкин­лек­тәрен өйрәнеү мотлаҡ. Әлбиттә, төбәктәр араһында үҙ-ара конкурент­лыҡ барлыҡҡа килеүе бик ихтимал. Көнләшергә түгел, ә эшлекле мөнә­сәбәт­тә булыу кәрәк: шул саҡта башланғыстар һөҙөмтәлерәк һәм тиҙерәк тормошҡа ашасаҡ.
Рөстәм Хәмитов белде­реүенсә, төбәк-ара хеҙмәт­тәшлеккә аҡрынлап булһа ла тәүге аҙымдар яһалған да инде. Мәҫәлән, Әбйәлил һәм Белорет райондарында Магнитогорск ҡалаһы­ның ял йорттары асылған, Учалы һәм Верхнеуральск (Силәбе өлкәһе) район­дары, Хәйбулла районы һәм Ырым­бур өлкәһе араһында билә­мә-ара кооперация булдырылған. Мәҙә­ниәт өлкә­һенә туҡталғанда ла ҡаҙа­ныштар бар: төбәк-ара конкурс­тар, гастролдәр, баш­ҡорт мәҙәниәте көндәре, һабантуйҙар даими үтеп тора. Күрше төбәктәрҙә милләттәш­тәребеҙҙең күп­ләп йәшәүен иҫәпкә алғанда, бындай хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ.
Был фекерҙе күрше төбәктәрҙең башлыҡтары ла ҡеүәтләне. Улар үҙ сығышында форумда күтәрелгән мәсьә­ләләрҙең көнүҙәклеген билдә­ләне һәм үҙҙәрендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа тот­ҡарлыҡ­тар булмаясағын белдер­ҙе.
Форумдың көн тәртибенә ҡуйылған тағы ла бер мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йыл­ға ҡәҙәр илдә юғары техноло­гияларға нигеҙләнгән 25 миллион яңы эш урыны булдырыу бурысына ҡайтып ҡалды. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының ултырышында иһә республикала уңайлы инвестицион мө­хит булдырылыуы хаҡында бәйән ителде. Шулай уҡ төбәккә оҙайлы инвестицияларҙы йәлеп итеү технологиялары, уға бәйле за­кондарға үҙгәрештәр индереү, бил­дәле ваҡыт­ҡа тиклем ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, эшмәкәр­лекте көйләүгә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы формалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү кеүек мәсьә­ләләр ҡаралды.
Йыйында Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре хөкүмәттәре араһында төрлө тармаҡ­тар буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡу­йылды. Улар райондар араһында ла төҙөлдө. Миҫал өсөн, Баймаҡ–Силә­бе өлкәһенең Ҡыҙыл районы, Әбйә­лил Магнитогорск ҡа­лаһы менән тығыҙ бәйләнештә була­саҡ.
Шулай уҡ сит илдәр менән хеҙ­мәттәшлеккә юл асҡан килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйылды.
Төбәк-ара йыйынға бәйле БДУ-ның Сибай инс­титутында, ҡаланың 24-се һөнәр­селек лицейында “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.

Киләсәк – йәштәр ҡулында

Йыйын иртәгәһенә Баймаҡта да­уам итте. Сарала ҡатнашыу­сыларҙы Халыҡ ижады үҙәгендә эшҡыуар­лыҡҡа арналған күргәҙмә ҡаршы­ланы. Күптәр, Өфөнән килеп, тәмле коктейлдәрен тәҡдим иткән йәш йүнсел Игорь Чернов (һүрәттә) янына йыйылды. Бушлай эсемлекте ауыҙ итергә теләү менән бергә, егеттең эш тәжрибәһен өйрәнергә ашҡынған йәштәр байтаҡ ине. Игорь, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән.
“Йәштәр эшҡыуарлығы: киләсәк архитекторҙары” тип аталған йыйын­да Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Александра Акулина, “Һин – эш­ҡы­уар” федераль проектының Башҡорт­остандағы кураторы, “Синергия” эш­ҡыуарлыҡ һәм социаль иннова­цияларҙы үҫтереү институты президенты Руслан Ҡазыханов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, йәш эшҡыуарҙар, үҙ эшен асырға теләүселәр, студенттар ҡатнашты.
Илшат Азамат улы үҙ сығышында республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, йәштәрҙең мәшғүллек проблемаларын хәл итеү буйынса байтаҡ аныҡ эш баш­ҡа­рыл­ғаны хаҡында әйтте. Шу­лай уҡ был тармаҡҡа килергә теләк белдер­гән­дәргә ҡыйыуыраҡ булырға, фе­дерал­ь һә­м республика прог­рамма­ларын әүҙемерәк файҙа­ланыр­ға саҡырҙы.
– Республиканың көньяҡ-көнсы­ғыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса программаға яраш­лы йүн­селлекте, айырыуса бәләкәй эш­ҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән бик күп эш башҡарыла. Әммә барыһы ла был тармаҡҡа килергә ынтылып тормай. Тәү сиратта иҡтисади белем булмау бәкәлгә һуға. Ошо мәсьәләне хәл итеү — төп маҡсатыбыҙ, — тине Илшат Тажетдинов. — Үҙ эшеңде асыу, бизнес-план төҙөү, артабан уны үҫтереү мөмкинлектәре тура­һын­да юғары уҡыу йорттарында ҡыҫҡа ваҡытлы курстар, семинарҙар ойошторола. Шулай уҡ күп кенә районда Башҡортостандың микрофинанслау үҙәгенең офистары асылды, 2011- 2013 йылдарҙа ғына микрозаем күләме өс тапҡырға артҡан. Һуңғы өс йылда биш меңдән ашыу эш урыны булдырылды.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге ауыл хужалығы, урман эшкәр­теү, малсылыҡ, йәшелсәселек, йыл­ҡы­сылыҡ өсөн уңайлы. Бөгөн рес­публикала “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә фермаһы”, “500 ферма» кеүек программалар эшләй, яңы техника алыу өсөн субсидия ҡаралған. Программаларҙан, булған мөм­кин­лек­тәрҙән файҙаланырға кә­рәк. Йәш­тәр­гә әүҙемерәк булыу мө­һим. ­ Буласаҡ эш­ҡыуарҙар өсөн Рә­сәйҙең киң билдәле бизнес-тренеры Бари Алибасовтың тренингы, уның йүнсел­леккә килеү юлдары хаҡында ҡы­ҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп һөй­лә­үе бик фәһемле булды.
Ике көн дауам иткән “Урал аръяғы-2014” форумында күтәрелгән мәсьә­ләләрҙең ҡағыҙҙа ғына ҡал­мауын, тормошҡа ашыуын теләйһе ҡала. Шул саҡта ғына төбәк мән­фәғәтендә ҡабул ителгән программа һөҙөмтә бирәсәк.



Юрий БЕРГ, Ырымбур өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
— Сараның баш ҡалала түгел, ә Сибайҙа үтеүе күпкә отошло булды, тип уйлайым. Ырымбур өлкәһенең Гай районы һәм Орск ҡалаһы Хәйбулла районы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары менән күптән хеҙмәттәшлек итә.
Юғары кимәлдә үткән йыйын өсөн Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовҡа, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновҡа ҙур рәхмәт белдерәм.

Алексей КОКОРИН, Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
– Был йыйын ҙур әһәмиәткә эйә оло ваҡиға, иҡтисадты үҫтереү, урындарға яңы инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ышаныслы башланғыс булды. Ҡурған өлкәһендә “Башҡортостан продукты” проекты уңышлы эшләй, төбәк-ара хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер, килешеүҙәр ике яҡ өсөн дә отошло булыр тигән өмөттәмен.

Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
— Рәсәйҙең өс субъекты етәкселәренең ҡатнашыуы быйылғы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Иң мөһиме — өр-яңы проекттарға һәм төбәк-ара башланғыстарға нигеҙ һалынды. Программаның 2015 йылға тиклем иҫәпләнеүенә ҡарамаҫтан, уны оҙайтыу мөмкинлектәре булыр һәм ике йылдан өсөнсө тапҡыр йыйылырбыҙ тигән ҙур ышаныста ҡалам.

Бари АЛИБАСОВ, бизнес-тренер, Мәскәү ҡалаһы:
— Башҡортостанға дүртенсе тапҡыр килдем. Һәр саҡ уның тырыш халҡына, матур тәбиәғәтенә һоҡланып ҡайтам. Ғаиләм менән Абҙаҡ ял йортонда ял итергә тура килде. Донъяның бер ере лә Баш­ҡорт­остандың тәбиғәтенә етмәй. Ошо матурлыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, унан “аҡса эшләргә” өйрәнегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған

Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған 05.05.2025 // Иҡтисад

Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште

Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште 30.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште...

Тотош уҡырға 53

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды 24.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды...

Тотош уҡырға 62

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар билдәләнде 24.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар билдәләнде...

Тотош уҡырға 74

Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды 22.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 68

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан 18.04.2025 // Иҡтисад

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан...

Тотош уҡырға 70

Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты

Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты 16.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты...

Тотош уҡырға 142

Республикала Дүртөйлө – Груздевка юлында ремонт эштәре дауам итә

Республикала Дүртөйлө – Груздевка юлында ремонт эштәре дауам итә 14.04.2025 // Иҡтисад

Республикала Дүртөйлө – Груздевка юлында ремонт эштәре дауам итә...

Тотош уҡырға 69

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола 14.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 57

Башҡортостанда быйыл сәсеү майҙандары арттырыла

Башҡортостанда быйыл сәсеү майҙандары арттырыла 14.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда быйыл сәсеү майҙандары арттырыла...

Тотош уҡырға 64

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй 11.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй...

Тотош уҡырға 58

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә 10.04.2025 // Иҡтисад

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә...

Тотош уҡырға 59