Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Маҡсаты ҙур, хыялы яҡты ине
Маҡсаты ҙур, хыялы яҡты ине
Хәҙер ауыл кешеһе матур йәшәргә тырыша бит ул. Бөтә уңайлыҡтары булған өй төҙөй, ихатаһына юл түшәй, йорт-ҡураһын төрлөсә семәрләй. Семәрләй тигәндән, бөтәһе лә оҫта була алмай шул. Кейәүле-ҡайнағалы Стәрлебаш егеттәре Илшат Маннанов менән Илдар Вәлиев бер саҡ нәҡ ошо “етешһеҙлек”те күреп ҡала.


“Ауылдаштар теге-был биҙәү әйберҙәрен йыраҡтан заказ буйынса һатып ала, кешенән сүкеттерә, ә ниңә уларға тимерҙән семәрләнгән әҙер ҡойма-ҡапҡа, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы үҙебеҙгә эшләп бирмәҫкә?” — тип уйлай былай ҙа “йүнселлек икмәге” тәмен яҡшы белгән егеттәр. Быға тиклем магазин төҙөп, уны һатыусыларға ҡуртымға биргән булалар.
Әйтелгән – эшләнгән, күп тә үтмәй Илшат менән Илдар ниәтенә тотона: Стәрлетамаҡтан – тимер, Мәскәүҙән – сүкелгән элементтар, Сыуашстандан буяу һатып алып, шуларҙан иретеп-йәбештереү ысулы менән ҡапҡалар, ҡоймалар, ултырғыстар, яҡтыртҡыстар һәм башҡа күҙҙең яуын алырлыҡ йорт биҙәүестәре етештерә башлайҙар. Һүҙ ҙә юҡ, заказдар берәрләп-икешәрләп кенә килә башта. Улары ла ваҡ-төйәккә генә. Әммә күрше тауығы ҡаҙҙай, ти. Берәүҙең матур ҡоймаһын күреп, икенсе кеше тағы ла күркәмерәген эшләтергә хыяллана башлай бит ул. Халыҡтың бындай аҡ көнләшеүе эшҡыуарҙар өсөн ҡулай. Шунан китә заказдар, стәрлебаштар ғына түгел, федоровкалар ҙа, стәрлетамаҡтар ҙа, миәкәләр ҙә, хатта күгәрсендәр ҙә матур ҡойма-ҡапҡа артынан ағыла. Үткән йәй үҙҙәре өлгөрә алмағас, ярҙамға бер нисә егетте лә саҡыралар. Эшләгәнһең икән – икмәген дә ҡайырып аша, Илдар менән Илшатҡа ғына түгел, уларға ла ярайһы табыш төшә. Шулай итеп, йүнселдәр үҙҙәренә лә, өс ауылдашына ла хеҙмәт урыны булдыра.
…Улар менән танышырға барғанда Илдар Вәлиев Стәрлетамаҡҡа “документ эше” менән киткән ине. Әйткәндәй, бөтә “ҡағыҙ” уның өҫтөндә икән, Илшат Маннановта – заказдар ҡабул итеү, “ҡара эш”те контролдә тотоу. Шулай итеп, тик Илшат менән генә күрешергә тура килде. Ваҡиғаларҙың осраҡлы ғына шулай килеп сыҡмағанын һуңынан аңланым…
— Ҡулдан килгәнсә эшләйбеҙ инде. Ҡышын ғына заказдар аҙыраҡ, ә былай, йәй етһә – көн-төн сүкейбеҙ ҙә йәбештерәбеҙ. Эш башлағанда алған кредитты түләп бөтөп киләбеҙ, бина ла хәҙер үҙебеҙҙеке. Ваҡ-төйәк проблемаларҙы иҫәпкә алмағанда, эш яйға һалынып килә. Иң мөһиме — район етәкселеге бизнесты хуплай, бюрократик заманда йәшәгәндә бындай күренеш ҡыуандыра, әлбиттә. Мәҫәлән, яңы проектыбыҙ бар, уның өҫтөндә хакимиәт менән берлектә көс түгәбеҙ. Ғөмүмән, эште киңәйтеп, халыҡҡа күберәк хеҙмәт урыны булдырырға ине, — тип шәп пландары менән бүлешеп торҙо Илшат.
Әйткәндәй, йүнселде урындағы янғын һүндереү хеҙмәте бүлегендә барып таптым. Аптырауыма:
— Заказдар әлегә гел генә булып тормай бит, янғын һүндереүсе булып та эшләйем, төрлө яҡлап үҫешергә кәрәк, — тип йылмайҙы Илшат. Уның менән, төп һорауҙарыма яуап алғас та, оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Йүнселлеккә, ғөмүмән, тормошҡа үҙ ҡарашын асыҡ һәм ҡыйыу итеп белдерҙе. Бигерәк тә ғаиләһе, балалары хаҡында һөйләгәндә талпынып-талпынып торғандай булды. Иң мөһиме — маҡсаты ҙур, хыялы яҡты ине егеттең.
…Бер нисә көн үткәс, шәп эшҡыуарҙар тураһында мәҡәлә яҙырға ултырҙым. Һуңғы һөйләмгә нөктә ҡуйған мәлдә, Стәрлебаштан шылтыраттылар. Бәйләнештең икенсе осонда:
— Бөгөн Илшат мәрхүм булып ҡалды бит. Янғын һүндергәндә өҫтөнә тимер-бетон плитә төшкән, — тигәс, башҡа тимер таяҡ менән килтереп һуҡтылармы ни! Бына бит яҙмыш тигәнең, әле генә һин дә мин янып эшләп йөрөгән, тормоштоң уртаһында ҡайнаған типһә тимер өҙөрлөк ир-егет 35 кенә йәшендә өс балаһын етем ҡалдырып китте лә барҙы… Ашмаған хыялдары ғына түгел, сабыйҙары йөҙөндә, үҙ бурысын теүәл үтәгән өсөн яҡындарының ғорурлығы сифатында һәм матур эшенә (эшҡыуарлығына) һоҡланыуҙа сағылған яҡтылыҡ та ҡалды уның артынан. Тик шул ғына бер аҙ күңел яраларын баҫа төшкәндәй. Ауыр тупрағың еңел булһын, Илшат!

Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.



Һандар телендә:
Стәрлебаш районында 486 берәмек эре һәм урта йүнсел теркәлгән. Шул иҫәптән 330 шәхси эшҡыуар бар. Уларҙың 97-һе – ауыл хужалығында, 112-һе – берәмләп (ваҡлап) һатыуҙа, икәүһе күмәртәләп һатыуҙа үҙ йүнен тапҡан. Бынан тыш, ете эшҡыуар ағас эшкәртә, туғыҙ йүнсел бөҙрәхана тота, 12-һе автосервис асҡан. Шулай уҡ 12 эшҡыуар автотранспортта кеше ташый, туғыҙы аҙыҡ-түлек эшкәртә һәм һигеҙе тимер әйберҙәр етештерә.
Райондың дүрт йүнселе дүрт миллион ярым һумлыҡ республика грантына лайыҡ булған.


Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә