Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Программа нисек үтәлә?
Программа нисек үтәлә?
2011 – 2015 йылдарҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы ҡабул ителгәнгә өс йыл уҙҙы. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй эштәр атҡарылған? Төбәк үҫеше өсөн был махсус программаның әһәмиәте бармы? Көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ниндәй тармағына әле ситтән инвесторҙар талап ителә? Ошо һорауҙарға яуап табыу өсөн Сибайҙа Координация советының сираттағы ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Азат Йыһаншин, башҡа тармаҡ вәкилдәре, район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.

Тәүҙә ҡаланың күптән түгел эш башлаған сәнәғәт предприятиелары менән таныштылар. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла әлеге махсус программаға ярашлы барлыҡҡа килгән. Элекке Сибай ит комбинаты биләмәһендә Көньяҡ Уралда тәүге индустрия паркы ойоштороласаҡ. Хужаһы Андрей Андреевтың әйтеүенсә, инфраструктураны тергеҙеүгә алты миллион һум аҡса тотонолған, әммә уны тулыһынса сафҡа индереү өсөн 130 миллион һумлыҡ инвестиция талап ителә. Әле индустрия паркын рәсми теркәүгә кәрәкле документтар туплана, шулай уҡ ситтән инвесторҙар эҙләйҙәр. Киләсәктә бында 300 кешегә эш урыны булдырыласаҡ, айлыҡ эш хаҡы 18 мең һум тирәһе булыр тип күҙаллана.
Артабан ҡунаҡтар “СибайУрманПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Ул Рәсәйҙә 20 йылдан ашыу ағас эшкәртеү ҡорамалдары буйынса шөғөлләнгән “Глобал Эдж” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Был предприятие үткән йылдың декабрендә тәүге продукцияһын сығарғайны.
“СибайУрманПром” йәмғиәте директоры Андрей Ивашечкин әйтеүенсә, эшселәрҙең уртаса эш хаҡы 40 мең һум тирәһе буласаҡ. 100-гә яҡын кешегә эш урыны асылыр тип көтөлә.
Шуныһы ҡыуаныслы: предприятие етәкселеге ҡаланың 24-се һөнәрселек лицейында ағас эшкәртеү буйынса махсус ике төркөм булдырып, кәрәкле белгестәр әҙерләп сығарыу тәҡдимен индергән. Әйткәндәй, был төҙөлөшкә 200 миллион һумға яҡын инвестиция һалынған.
Ҡалала тотороҡло эшләп килгән “Технострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дә танышты сарала ҡатнашыусылар. 28 кешене эш менән тәьмин иткән предприятие үҙ тауарын Пермь крайына, Ҡурған, Силәбе, Төмән өлкәләренә лә оҙата. Цехтар тулыһынса автоматлаштырылған, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, “Башкиравтодор” предприятиеһы ла төбәк юлдарын төҙөкләндереүҙә “Технострой” йәмғиәте продукцияһын файҙаланған.
Координация советы ултырышын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов асты. Ул үҙ сығышында программаның үтәлеше һәм төп проблемалар хаҡында һүҙ йөрөттө.
— Программаны тормошҡа ашырыуҙа ыңғай динамика күҙәтелә. Инвестициялар килә, көньяҡ-көнсығыш райондарының инфраструктураһы үҫешә, халыҡтың йәшәү сифаты күтәрелә, район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында программалар ҡабул ителә. Йүнселдәргә ярҙам йөҙөнән республика бюджетынан һәм урындағы ҡаҙналарҙан субсидия бүленә. Иң мөһиме — яңы эш урындары барлыҡҡа килә, — тине ул.
— Проблемалар ҙа юҡ түгел, мәҫәлән, күп проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ситтән инвесторҙар йәлеп итеү зарур. Әммә бөгөн капитал табыу ауыр.
Азат Йыһаншин үҙ сығышында Көньяҡ Урал райондарында ауыл хужалығы үҫешен тотҡарлаусы бер нисә ҡаршылыҡты телгә алып үтте. Дәүләттән матди ярҙам, төрлө субсидиялар бирелһә лә, бөгөн был төбәк республиканың башҡа райондарынан шаҡтай ҡалыша. Төп сәбәбе — яҙғы сәсеү эштәрендә орлоҡтоң сифатһыҙ булыуы, көҙөн уңышты ваҡытында йыйып алыу өсөн техниканың етешмәүе. 2009 йылда барлыҡҡа килгән “Көньяҡ Урал” МТС-ы әле булһа ныҡлап эшләп китә алмай, бөгөн ундағы техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләү өсөн генә 45 миллион һум талап ителә. Малсылыҡта ла башҡараһы эштәр күп: тоҡомсолоҡ буйынса Дүртөйлө, Саҡмағош райондарынан өлгө алырға кәрәк.
— “500 ферма” программаһында төбәктән Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының (Баймаҡ районы) ғына ҡатнашыуы, “Ғаилә фермаһы” программаһына инергә теләк белдереүселәрҙең аҙлығы ла малсылыҡҡа тейешле иғтибарҙың булмауына бер дәлил, — тине Азат Салауат улы.
Фекер алышыуҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов төбәк өсөн төп проблемаларҙың береһенә — етештерелгән һөттө ҡайҙа тапшырыу мәсьәләһенә туҡталды.
— Сибайҙа эшләп килгән һөт-консерва комбинатын тергеҙеү – заман талабы. Бөгөн беҙ һөттө Ырымбур, Силәбе өлкәләренә арзан хаҡҡа тапшырырға мәжбүрбеҙ. Әгәр тауарҙың хаҡы сыҡмай икән, уны етештереү кәрәкме? — тигән һорау ҡуйҙы Илшат Хәмит улы.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ауыл хужалығына дөйөм күҙәтеү яһағанда төбәктең тәбиғәт шарттарын да иҫәпкә алыу кәрәклеген әйтте.
— Беҙ ҙә башҡалар кеүек сәсәбеҙ, әммә һуңғы биш йылдағы ҡоролоҡ, былтырғы ташҡын кеүек күренештәр ауыл хужалығына шаҡтай ҙур зыян килтерҙе. Һөҙөмтәлә төбәк хәҙер игенселек, малсылыҡ буйынса алдынғылар рәтенә инмәй.
Ошондай шарттарҙа ниндәй инвестор көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ауыл хужалығын үҫтерһен?! Был осраҡта республика етәкселегенән ярҙамға ғына өмөт итергә тура килә. Ҡайһы бер дәүләт программаларының төптән уйланып еткерелмәүе тураһында ла һүҙ булды. Мәҫәлән, талап ителгән 200 баш урынына 120 баш малды рөхсәт иткәндә, бөгөн үк күп район “500 ферма” программаһына ҡушыла алыр ине тигән фекерҙәр яңғыраны. Урман өҫкә ауырҙай булып торған ерҙәрҙә халҡының ағас ҡырҡыу өсөн әллә күпме саҡрымдарға йөрөүе, урманды ҡуртымға биргәндә район, ауыл хакимиәттәренең бөтөнләй ҡатнашмауы, юлдарҙың булмауы кеүек һорауҙарға яуап табырға тырышты ултырышта ҡатнашыусылар.
Ғөмүмән, 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән комплекслы программаға ярашлы, төбәк үҫеше мәнфәғәтендә ярайһы уҡ ҙур эштәр башҡарылған, һөҙөмтә юҡ түгел. Шуны ла билдәләп китеү кәрәк: Сибайҙа үткән Координация советы ултырышы ҡалала икенсе тапҡыр ойоштороласаҡ инвестиция форумына әҙерлек сараһы ла булды. Тәүгеһенән айырмалы, быйыл сарала сит илдәрҙән дә инвесторҙар ҡатнашырға теләк белдергән.
Эшлекле фекер алышыу аҙағында индустрия паркын төҙөү һәм үҫтереү, Әбйәлил районы менән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлекте дауам итеү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.


Илшат СитдИҡов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы:
— Был программа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса айырыуса ныҡ ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта ситтән инвесторҙар йәлеп итеүгә лә иғтибарҙы арттырырға кәрәк, сөнки улар килә лә китә, ә беҙгә йәшәргә. Инвесторҙар араһында төрлөһө осрай: кемдер оҙаҡҡа килһә, икенселәренә байығыу ғына кәрәк.
Иҡтисади үҫеш программаһы беҙгә күп ишектәрҙе асып инергә, ҡайһы бер ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Уны 2020 йылға тиклем дауам итеү һәйбәт булыр ине.
Рим Сыңғыҙов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:
— Программа тәүге ике йылда яҡшы эшләне, аҙаҡ бер аҙ тотҡарланды. Илшат Тажетдинов ҡайтанан яуаплы итеп ҡуйылғас, эштәр ыңғайға китте. Районда программаға ярашлы махсус ҡабул ителгән проекттарҙың күбеһе тормошҡа ашырылды. Шуныһы бер аҙ күңелде ҡыра: ҡайһы бер инвесторҙар килешеүҙе үтәмәй.
Наил Хәлиуллин, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары:
— Үткән йылда махсус программа буйынса 15 проектҡа барлығы 1663,2 миллион һум капитал һалыу үҙләштерелде. Инвестфорумда ҡабул ителгән килешеү нигеҙендә “Сибай элеваторы” йәмғиәте ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра.
Бөгөн беҙ тимер-бетон әйберҙәр һәм конструкциялар етештереүҙе ойоштороуға, юғары сифатлы эзбиз, цемент һәм төҙөлөш ҡатнашмалары эшләп сығарыуға инвесторҙар эҙләйбеҙ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә