Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һум “бәйҙән ысҡынды”
Һум “бәйҙән ысҡынды”
Рәсәй халҡының тыныс ҡына йәшәгәне бармы икән?! Үткән аҙнала евро менән долларҙың бығаса булмағанса кинәт үҫеп китеүе халыҡтың Сочиҙа барған Олимпиадаға бәйле шик-шөбһәһен тағы арттырып ебәрҙе, валюта алмаштырыу пункттарында сираттар барлыҡҡа килде.


Алыпһатарҙы байытмағыҙ!
Аҙмы-күпме һаҡлыҡ аҡсаһы булғандар уны евроға, долларға алмаштырыуҙы хуп күрҙе. Әйткәндәй, был йәһәттән депутаттарҙың үҙ ҡарашы бар. Дәүләт Думаһының Иҡтисад баҙары буйынса комитеты рәйесе Наталья Бурыкина: “Ҡайһы бер граждандар, аҡсабыҙҙы евроға күсерһәк, зарар килмәйәсәк, тип уйлай. Әлбиттә, бындай аҙым эҙһеҙ ҡалмай. Аҡсаны тегеләй-былай алмаштырыуҙың мәғәнәһен күрмәйем. Банкта һаҡланғанда, киреһенсә, үҙгәрештәр ундағы процент иҫәбенә тигеҙләнә, аҡса юғалмай”, – ти. Әйткәндәй, халыҡтың 95 проценты аҡсаһын еврола түгел, ә һумда һаҡлай. Икенселәр банктарға, валюта алмаштырыу пункттарына ашыҡмаҫҡа кәрәклеген, был алыпһатарҙарға файҙаға ғына буласағын белдерҙе.
“Беҙҙең һум тәүге кварталда һәр ваҡыт төшөп ала. Быйыл ул башҡа йылдар менән сағыштырғанда нығыраҡ арзанайҙы, – ти Федерация Советының Бюджет һәм финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Владимир Петров. – Евроның, долларҙың йәнә артыу факторы һығып сығарылды. Борсолорға ярамай. Әгәр ҙә кемдер доллар йәки евро алам тип сәбәләнә икән, ул отоласаҡ ҡына”.
Ә инде 20 февралдә һумдың бер аҙ бәҫе артҡан һымаҡ тойолдо. Доллар курсы – 3, ә евроныҡы 19 тингә төштө. Шулай итеп, һум, үҫешкән егерме дүрт ил валюталары араһында үҙенең түбәнәйеүен күрһәтеп, бәғзе әҙәмдәргә кеҫәһен ҡалынайтырға форсат бирҙе. “Һөҙөмтәлә үҫешкән илдәрҙең валюталары араһында ярайһы көслө күренгән һум иң аҙаҡҡы урында ҡалды”, — тине “Зенит” банкы аналитигы Владимир Евстифеев.
Ни өсөн һум күҙгә күренеп арзанайҙы һуң? Бының төп сәбәбен белгестәр былтыр Рәсәй банкының егерменән ашыу коммерция банкыһының лицензияһын тартып алыуы, шул сәбәпле инвесторҙарҙың һумға ҡарата ышанысын юғалтыуы менән аңлата.
Йәнә былтыр эске тулайым продукт күләме һөҙөмтәләре бик шәптән булманы, шуға ла сит ил инвестицияларының үҫешкән илдәрҙән ситләшеүе мәғлүм.

Сәбәптәр күп...
Был хәлде ил халҡына төрлөсә аңлата торғас, чиновниктар үҙҙәре лә буталып бөттө шикелле. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач: “Иҡтисадта торғонлоҡ дауам итә (быны улар стагнация тип әйтә), бынан икенсе-өсөнсө кварталда сығыуыбыҙ көтөлә. Тәүге кварталда тулайым эске продукт бер процент самаһы тәшкил итәсәк”, – тиһә, Алексей Улюкаев Берлинда үткән матбуғат конференцияһында икенсе төрлөрәк билдәләне. Имеш, иҡтисадта бер ниндәй ҙә стагнация күренмәй. Ул бары әкрен һәм тотороҡһоҙ үҫешә.
Алдағы көндәрҙә һумды ниндәй яҙмыш көтә һуң? Әлбиттә, барыһы ла ил иҡтисадына бәйле буласаҡ. Шулай ҙа күп эксперттар һумдың хаҡы төшөүе оҙаҡҡа бармаҫ тип өмөтләндерә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй банкы уны үҫтереү йәһәтенән әлегә әүҙемлек күрһәтмәйәсәк. Ә ил етәксеһе, граждандарҙың эш хаҡы йыл һайын аҙлап булһа ла арта барасаҡ, яҡын йылдарҙа яңы иҡтисади көрсөк көтөлмәй, тип ышандыра.
Әйткәндәй, милли валютаның көсһөҙләнеүенең дәүләт өсөн отошло яғы бар. Билдәле: “хәлһеҙ” һум экспортты арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, финанс көрсөгө һәм һумдың дүрт тапҡырға арзанайыуы һөҙөмтәһендә 1998 йылда беҙҙең ил сит дәүләттәрҙән тауар алыуҙы 10 процентҡа арттырҙы. Бөгөн дә шундай уҡ хәл ҡабатлана. Рәсәй үҙ сиратында нефть һәм газ иҫәбенә экспортты арттырыуын дауам итә. Машина төҙөлөшө тауарҙары, эшкәртеү тармағы күптән бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай.
Ни генә булмаһын, һумдың арзанайыуы бигерәк тә ябай ватандаштарыбыҙҙың кеҫәһенә һуға. Халыҡҡа әйтмәй генә эш хаҡын түбәнәйтеү тигән һүҙ был. Һум курсы төшә барған һайын граждандарҙың һатып алыу мөмкинлеге насарлана. Бөгөн валюта баҙарындағы хәл Рәсәй иҡтисадының көсһөҙләнә барыуын, уның инвестиция йәлеп итеү һәләте кәмеүен күрһәтә. Сит ил тауарына, башлыса, электроника әйберҙәренә, дарыуҙарға, автомобилдәргә, кейемгә, аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта. Йәнә сит илдә ял итеү ҙә ҡиммәтләнә, сөнки ят дәүләт валютаһын һатып алыу өсөн күберәк аҡса кәрәк буласаҡ.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә