Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәп ҡаланан “ҡартыраҡ”...

Әммә тормош бында уй-хыялдарға байыраҡ.

Октябрьский ҡалаһындағы 4-се мәктәптең тарихы үткән быуаттың егерменсе йылдарына барып тоташа. Ялҡынлы Октябрь революцияһынан һуң Иҫке Зәйеттә башланғыс мәктәп асыла. 1946 йылда ҡала статусына эйә булған Октябрьский яҡын-тирәләге дүрт ауылды үҙенә “йотоп”, киңәйгәндән-киңәйә генә.

“Аҡһаҡаллы” гимназия хәҙерге мәлдә — заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, электрон белем биреүҙе индереү буйынса программаны тормошҡа ашы­рыуға ҙур көс һалған мәғариф учреж­дениеһы.

— Гимназияла капиталь ремонт үт­кәреп, ағас тәҙрәләрҙе яҡшыһына алыш­тырҙыҡ, — ти гимназия директоры Рәсимә Усманова. — Бөтә кабинеттар ҙа йыһаз­ландырылған, бик матур спорт залыбыҙ бар. Ә Хәрби Дан музейы — беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ.

300 бала белем алған абруйлы гимназияның иркен, яҡты коридорҙары буйлап үтәбеҙ. Тәнәфес башланыу менән ул балаларҙың шат, күтәренке тауышына күмелде, шуҡтар һәм шаяндарға аралашыу өсөн бынан да ҡулайлыраҡ мәл юҡтыр. Гимназистарға буш ваҡыттарын ҡайҙа, нисек үткәрергә тип аптырап йөрөйһө юҡ. Кластан һәм дәрестән тыш башҡорт телендә уҙғарылған фәһемле, тәрбиәүи саралар, театр студияһы, “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор төркөмө, йәш журналистар түңәрәге, йыл һайын тамашасыларҙы йыйған “Ҡу­рай” байрамдары, “Изгелек” дәрестәре — барыһы ла йәш быуынды гармониялы шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа белем алыу өлкән быуындың төшөнә лә инмәгән, күҙ алдына ла килтерә алмаған оло бәхет икәнен кескәйҙәр аңламайҙыр ҙа, әммә уларҙы олимпиадаларға, конкурстарға бөтә йәнен бирерҙәй булып әҙерләгән, һәр яҡлап ярҙам иткән уҡытыусыларының фиҙакәр хеҙмәтен улар баһаламай булмаҫ. Араларында Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф отличниктары, атҡаҙанған уҡытыусы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған тәжрибәле, талантлы остаздары ла етерлек.

— Уҡыусыларыбыҙҙың уңышы — беҙҙең өсөн иң ҙур баһа, — ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы. — Сығарылыш уҡыусы­ларының ҙур өлөшө тәүге йылда уҡ илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Һәр береһенә аҡ юл теләп, ҙур өмөттәр бағлап, ғорурланып һәм бер аҙ моңһоуланып, ун йыл буйы ҡаҙандай ҡайнаған белем усағынан оҙатабыҙ.

Хәрби Дан музейын бар­лыҡҡа кил­тереүгә ифрат ҙур хеҙмәт һал­ған З. Торгашова, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” ҡала конкурсында еңеүсе, физика уҡытыусыһы А. Антонова, төрлө ижади бәйгеләрҙә гимназия, ҡала данын яҡлаған И. Исәргәкова һәм башҡа талантлы һө­нәр эйәләренең эш тәьҫирлеген балалар­ҙың олимпиа­даларҙа күр­һәт­кән һөҙөмтәһенә ҡарап та баһаларға мөмкин. Мәҫәлән, Ирина Исәргәкованың уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса үткәрелгән олим­пиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конферен­цияларҙа, “Мостай уҡыуҙары”нда, “Урал батыр”, “Тере шиш­мәләр”, “Йәш йондоҙҙар” бәйгелә­рендә әүҙем ҡатнашып, приздарға лайыҡ булған, гимназия йылъяҙмаһына матур өр-яңы биттәр өҫтәгән.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, былтыр көҙ бер миллион 900 мең һумдан ашыуға төшкән спорт майҙаны асылыуына гимназия директоры һөйөнөп бөтә алмай. “Республика ҡаҙнаһынан бер миллион һум субсидия алыуға өлгәштек, 660 мең һумын — бағыусылар, 150 меңен муниципалитет бирһә, 155 меңен ата-әсәләр, уҡытыусылар үҙҙәре йыйҙы. “Ил төкөрһә, күл була” тигәндәй, күмәкләп дәррәү тотонһаң, иң ауыр эште лә аҙағына еткереп була, — ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы. — Әле балалар унда конькиҙа шыуа, йәйен ул футбол, волейбол ярыштары ҡыҙған күңелле майҙанға әүереләсәк”.

Тәүәккәл етәксегә тынғы бирмәгән күптәнге уй-хыялы хаҡында ла хәбәрҙар булдыҡ.
— Гимназияла киностудия асырға ҙур теләгебеҙ бар. Проектын эшләп, грантҡа материалдар ҙа ебәрҙек. Нисек кенә булмаһын, хыялыбыҙҙан баш тартырға уйыбыҙ юҡ, — директорҙың ихтыяр көсөнә, ҡайһы саҡта аҡылдан да юғарыраҡ торған ҡыйыулығына нисек икеләнмәк кәрәк — эшлекле ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә