Әммә тормош бында уй-хыялдарға байыраҡ.Октябрьский ҡалаһындағы 4-се мәктәптең тарихы үткән быуаттың егерменсе йылдарына барып тоташа. Ялҡынлы Октябрь революцияһынан һуң Иҫке Зәйеттә башланғыс мәктәп асыла. 1946 йылда ҡала статусына эйә булған Октябрьский яҡын-тирәләге дүрт ауылды үҙенә “йотоп”, киңәйгәндән-киңәйә генә.
“Аҡһаҡаллы” гимназия хәҙерге мәлдә — заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, электрон белем биреүҙе индереү буйынса программаны тормошҡа ашырыуға ҙур көс һалған мәғариф учреждениеһы.
— Гимназияла капиталь ремонт үткәреп, ағас тәҙрәләрҙе яҡшыһына алыштырҙыҡ, — ти гимназия директоры Рәсимә Усманова. — Бөтә кабинеттар ҙа йыһазландырылған, бик матур спорт залыбыҙ бар. Ә Хәрби Дан музейы — беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ.
300 бала белем алған абруйлы гимназияның иркен, яҡты коридорҙары буйлап үтәбеҙ. Тәнәфес башланыу менән ул балаларҙың шат, күтәренке тауышына күмелде, шуҡтар һәм шаяндарға аралашыу өсөн бынан да ҡулайлыраҡ мәл юҡтыр. Гимназистарға буш ваҡыттарын ҡайҙа, нисек үткәрергә тип аптырап йөрөйһө юҡ. Кластан һәм дәрестән тыш башҡорт телендә уҙғарылған фәһемле, тәрбиәүи саралар, театр студияһы, “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор төркөмө, йәш журналистар түңәрәге, йыл һайын тамашасыларҙы йыйған “Ҡурай” байрамдары, “Изгелек” дәрестәре — барыһы ла йәш быуынды гармониялы шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа белем алыу өлкән быуындың төшөнә лә инмәгән, күҙ алдына ла килтерә алмаған оло бәхет икәнен кескәйҙәр аңламайҙыр ҙа, әммә уларҙы олимпиадаларға, конкурстарға бөтә йәнен бирерҙәй булып әҙерләгән, һәр яҡлап ярҙам иткән уҡытыусыларының фиҙакәр хеҙмәтен улар баһаламай булмаҫ. Араларында Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф отличниктары, атҡаҙанған уҡытыусы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған тәжрибәле, талантлы остаздары ла етерлек.
— Уҡыусыларыбыҙҙың уңышы — беҙҙең өсөн иң ҙур баһа, — ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы. — Сығарылыш уҡыусыларының ҙур өлөшө тәүге йылда уҡ илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Һәр береһенә аҡ юл теләп, ҙур өмөттәр бағлап, ғорурланып һәм бер аҙ моңһоуланып, ун йыл буйы ҡаҙандай ҡайнаған белем усағынан оҙатабыҙ.
Хәрби Дан музейын барлыҡҡа килтереүгә ифрат ҙур хеҙмәт һалған З. Торгашова, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” ҡала конкурсында еңеүсе, физика уҡытыусыһы А. Антонова, төрлө ижади бәйгеләрҙә гимназия, ҡала данын яҡлаған И. Исәргәкова һәм башҡа талантлы һөнәр эйәләренең эш тәьҫирлеген балаларҙың олимпиадаларҙа күрһәткән һөҙөмтәһенә ҡарап та баһаларға мөмкин. Мәҫәлән, Ирина Исәргәкованың уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, “Мостай уҡыуҙары”нда, “Урал батыр”, “Тере шишмәләр”, “Йәш йондоҙҙар” бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашып, приздарға лайыҡ булған, гимназия йылъяҙмаһына матур өр-яңы биттәр өҫтәгән.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, былтыр көҙ бер миллион 900 мең һумдан ашыуға төшкән спорт майҙаны асылыуына гимназия директоры һөйөнөп бөтә алмай. “Республика ҡаҙнаһынан бер миллион һум субсидия алыуға өлгәштек, 660 мең һумын — бағыусылар, 150 меңен муниципалитет бирһә, 155 меңен ата-әсәләр, уҡытыусылар үҙҙәре йыйҙы. “Ил төкөрһә, күл була” тигәндәй, күмәкләп дәррәү тотонһаң, иң ауыр эште лә аҙағына еткереп була, — ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы. — Әле балалар унда конькиҙа шыуа, йәйен ул футбол, волейбол ярыштары ҡыҙған күңелле майҙанға әүереләсәк”.
Тәүәккәл етәксегә тынғы бирмәгән күптәнге уй-хыялы хаҡында ла хәбәрҙар булдыҡ.
— Гимназияла киностудия асырға ҙур теләгебеҙ бар. Проектын эшләп, грантҡа материалдар ҙа ебәрҙек. Нисек кенә булмаһын, хыялыбыҙҙан баш тартырға уйыбыҙ юҡ, — директорҙың ихтыяр көсөнә, ҡайһы саҡта аҡылдан да юғарыраҡ торған ҡыйыулығына нисек икеләнмәк кәрәк — эшлекле ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай.