Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Диалекттар һаҡлауға мохтаж
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары йыл һайын Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында диалектология буйынса практика үтә. Был эш халҡыбыҙҙың диалект­тарын, һөйләштәрен, тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү өсөн материал туплау маҡсатында башҡарыла.

Быйыл беҙ, дүрт төркөмгә бүленеп, Баймаҡ, Ғафури, Ейәнсура һәм Салауат райондарында туған телебеҙҙең хазиналарын йыйҙыҡ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын өйрәндек. Төрлө төбәктән йыйылған студенттарға республикабыҙҙың башҡа райондарын күреү, кешеләр менән танышыу, аралашыу, йәнле һөйләш өлгөләрен йыйыу бик оҡшаны.

Практика барышында иҫтәлекле урындарҙы ла күрҙек. Мәҫәлән, күренекле төркиәтсе, башҡорт теле белгесе Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында, Рәми Ғарипов тыуып үҫкән йортта булыу, “Урал батыр” эпосы яҙып алынған урынды күреү, хозур тәбиғәте, бейек ҡаялары, саф һыулы Еҙем йылғаһы, тәрән мәмерйәләре менән дан тотҡан “Еҙем” тәбиғәт паркының географик объекттары һәм топонимдары менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә алған тәьҫораттар күңелгә матур хәтирә булып уйылды. Практиканан беҙ байтаҡ тәжрибә, белем туплап, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт алып ҡайттыҡ.

Әлбиттә, фәнни-ғәмәли эшебеҙ бының менән генә тамамланманы. Уның икенсе этабында тупланған материалдарҙы эшкәрттек, ғилми һығымталар яһаныҡ, видео-, аудиояҙ­маларҙы ҡулъяҙмаға күсерҙек. Яңы уҡыу йылы башланғас, конференция үткәреп, презентациялар менән сығыш яһаныҡ, стена гәзиттәре күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Өйрәнгән һөйләш үҙенсә­лектәрен ҡулланып, практика бары­шындағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙы, танышҡан йолаларҙы сәхнәләштереү йомғаҡлау конференцияһының иң сағыу һәм йәнле өлөшө булды.

Фәһемле лә, файҙалы ла эште ойошторғандары өсөн М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Сәмситоваға, башҡорт һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире Сәлимә Таһи­роваға, уҡытыусыларыбыҙ Гөлнур Бохароваға, Вадим Толомбаевҡа, Зөләйха Хәбибуллинаға, Рита Аҡбу­латоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Практика барышында ошондай һығымтаға килдек: бөгөн диалекттарҙы һаҡлап ҡалыу – башҡорт тел ғиле­мендә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың шул тиклем алсаҡ, ҡунаҡсыл, ә телебеҙҙең бай, матур, бөйөк икәненә тағы бер тапҡыр инандыҡ.


Автор: Ләйсән СОЛТАНОВА, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ башҡорт филологияһы факультетының 3-сө курс студенты


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә