Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары йыл һайын Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында диалектология буйынса практика үтә. Был эш халҡыбыҙҙың диалекттарын, һөйләштәрен, тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү өсөн материал туплау маҡсатында башҡарыла.
Быйыл беҙ, дүрт төркөмгә бүленеп, Баймаҡ, Ғафури, Ейәнсура һәм Салауат райондарында туған телебеҙҙең хазиналарын йыйҙыҡ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын өйрәндек. Төрлө төбәктән йыйылған студенттарға республикабыҙҙың башҡа райондарын күреү, кешеләр менән танышыу, аралашыу, йәнле һөйләш өлгөләрен йыйыу бик оҡшаны.
Практика барышында иҫтәлекле урындарҙы ла күрҙек. Мәҫәлән, күренекле төркиәтсе, башҡорт теле белгесе Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында, Рәми Ғарипов тыуып үҫкән йортта булыу, “Урал батыр” эпосы яҙып алынған урынды күреү, хозур тәбиғәте, бейек ҡаялары, саф һыулы Еҙем йылғаһы, тәрән мәмерйәләре менән дан тотҡан “Еҙем” тәбиғәт паркының географик объекттары һәм топонимдары менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә алған тәьҫораттар күңелгә матур хәтирә булып уйылды. Практиканан беҙ байтаҡ тәжрибә, белем туплап, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт алып ҡайттыҡ.
Әлбиттә, фәнни-ғәмәли эшебеҙ бының менән генә тамамланманы. Уның икенсе этабында тупланған материалдарҙы эшкәрттек, ғилми һығымталар яһаныҡ, видео-, аудиояҙмаларҙы ҡулъяҙмаға күсерҙек. Яңы уҡыу йылы башланғас, конференция үткәреп, презентациялар менән сығыш яһаныҡ, стена гәзиттәре күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Өйрәнгән һөйләш үҙенсәлектәрен ҡулланып, практика барышындағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙы, танышҡан йолаларҙы сәхнәләштереү йомғаҡлау конференцияһының иң сағыу һәм йәнле өлөшө булды.
Фәһемле лә, файҙалы ла эште ойошторғандары өсөн М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Сәмситоваға, башҡорт һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире Сәлимә Таһироваға, уҡытыусыларыбыҙ Гөлнур Бохароваға, Вадим Толомбаевҡа, Зөләйха Хәбибуллинаға, Рита Аҡбулатоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Практика барышында ошондай һығымтаға килдек: бөгөн диалекттарҙы һаҡлап ҡалыу – башҡорт тел ғилемендә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың шул тиклем алсаҡ, ҡунаҡсыл, ә телебеҙҙең бай, матур, бөйөк икәненә тағы бер тапҡыр инандыҡ.