Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҫабалыҡ хоҡуҡтарын даулап...
"Тамыры ныҡлы ағас ҡоромаҫ", — ти халыҡ. Ҡаңны ырыуы вәкилдәренең III йыйыны быға тағы бер ҡат инандырҙы. Туймазы районының Ҡандракүл ауылында уҙған күркәм байрамда милләтебеҙҙең тамырҙары ныҡлығына, гөлләмәләге сәскәләрҙәй төрлөлөгөнә һоҡландыҡ, йәшәүгә ынтылышынан, һынмаҫ рухынан көс һәм өлгө алдыҡ.

Еребеҙ өсөн олатайҙарға рәхмәт!


Аҫабалыҡ хоҡуҡтарын даулап...Риүәйәттәргә ярашлы, ата-бабабыҙ Көньяҡ Уралға бүре өйөрө артынан килгән. Атамаһы "баш бүре" тигәнде аңлатҡан ҡәүем быуаттар дауамында төрлө ырыу иҫәбенә тулыланған. Каманан Тубыл йылғаһына ҡәҙәр ерҙе биләгән башҡорттар берҙәмлеге, уңғанлығы, көс-ҡеүәте, батырлығы менән дан тотҡан.
Милләтебеҙҙең тарихында һәр ырыуҙың ныҡлы урыны, йолалары, ҡабатланмаҫ һыҙаты, юйылмаҫ эҙе бар. "Ошо үҙенсәлектәрҙе юғалтмайыҡ, тамырҙарҙы тарҡатмайыҡ, берләшәйек!" тигән оран яңғыраны ҡаңнылар йыйынында. Сарала ҡатнашыусылар өсөн был ҡоро һүҙ генә түгел: һәр съезда аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителә, артабан уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса ныҡлы эш алып барыла. Йыйынды ойоштороусы, ике йыл элек барлыҡҡа килгән "Ҡаңны ырыуы" төбәк йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Фәнил Шәрипов әйтеүенсә, бөгөнгө йыйын — ырыуҙаштарҙы яҡынайтыуға тағы ла бер мөһим һәм тос аҙым.
— Аҫаба ерҙәрен һаҡлап, әллә күпме ҡан ҡойған, әммә бирешмәгән ата-бабабыҙға мәңгелек дан! — тигән һүҙҙәр менән асты ул йыйынды. — Беҙҙең ҡаңнылар борон-борондан иң көслө, ғәййәр ырыу булып танылған. Бөгөн ошондай матур, бай урында ғүмер итәбеҙ икән, барыһы өсөн дә ырыуыбыҙға нигеҙ һалғандарға рәхмәтлебеҙ.
Ысынлап та, хозур, мул ерҙе төйәк иткән ҡаңнылар. Уларҙың күбеһе Бүздәк районында йәшәй, шулай уҡ Туймазы, Бәләбәй, Благовар, Кушнаренко, Бөрө, Мишкә яҡтарына таралғандар. Йыйынға был төбәктәрҙең барыһынан да килделәр, башҡа ҡала-район вәкилдәре лә күпләп ҡатнашты. Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин, уларҙы сәләмләп, райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, мәҙәни тормошо менән таныштырҙы, халҡының һулышын еткерҙе. Биләмәһе аша Силәбе — Мәскәү тимер юлы, Һамар — Өфө — Силәбе федераль автомагистрале үткән Туймазы республиканың көнбайышында мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул төбәгебеҙҙе барлыҡ ил менән бәйләй, бының иҡтисади үҫеш йәһәтенән әһәмиәте ҙур. Районда шулай уҡ нефть сығарыу һәм эшкәртеү уңышлы алып барыла, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтары, йүнселлек алға киткән.
Халыҡ һанына килгәндә, Туймазыла 131 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың яртыһынан күберәге ҡалала төйәкләнгән. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттар — 44 мең тирәһе, татарҙар — 50 меңдән ашыу, урыҫтар — 30 меңгә яҡын. Ҡалғандары — башҡа милләт вәкилдәре.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары районда һәр халыҡтың йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән ныҡлы эш алып барылыуын билдәләне.

Балыҡтың мәнфәғәте өҫтөнөрәк түгелме?


Аҫабалыҡ хоҡуҡтарын даулап...Барса халыҡ, шул иҫәптән аҫаба милләт булған башҡорттар, үҙ ерендә киләсәгенә ышаныслы ҡарап, хәстәрлектә йәшәй, тигән фекер төйнәлде власть вәкиленең сығышынан һуң. Шулай ҙа, трассанан боролоп, Ҡандракүл ауылына тиклем соҡор-саҡырлы юлдан килгәнебеҙ иҫкә төшөп, күңелдә ниндәйҙер шик тыуып ҡуйҙы. Шундай бай райондың бер нисә саҡрым ергә асфальт йәйергә көсө етмәйме? Әммә тиҙ арала шул асыҡланды: юлһыҙлыҡ урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең башы ғына икән.
— Ҡандракүл менән Асылыкүл — ҡаңны ырыуының аҫаба ерҙәре, — тип белдерҙе сығышында уҡытыусы-пенсионер Фәсим Ғәшимов. — Был урындарҙан файҙаланған өсөн элек Тевкелев та яһаҡ түләтергә теләгән, әммә беҙҙең олатайҙар үҙ хоҡуҡтарын намыҫлы яҡлай алған. "Бөгөн ошондай көс-ҡеүәтебеҙ юҡмы?" — тип һорарға мәжбүрмен, сөнки аҫаба халыҡ битараф, ғәмһеҙ була бара кеүек. Һарыҡ өйөрө һымаҡбыҙ, өндәшмәйбеҙ. Әйтәйек, Ҡандракүл биләмәһендә тәбиғәт паркы төҙөлгәс, унда малды индермәҫкә ҡуштылар. Ярамай икән, ниңә мал һуғарыу өсөн айырым ҡоҙоҡ ҡаҙмайҙар? Етмәһә, биләмәлә ауыл халҡына йорт төҙөү өсөн урын бирмәй башланылар. Аҫаба халыҡты ситкә тибергә тырышыумы был? Мәктәптә балалар кәмемәй ни эшләһен?
Юҡ, тәбиғәт паркына ҡаршы түгелмен. Әйҙә, тирә-йүнде һаҡлаһындар, аҡса эшләһендәр. Шулай ҙа был ерҙәрҙең төп хужалары — борон-борондан йәшәгән аҫаба халҡы — барлығын онотмаһындар ине. Юғиһә, дөрөҫөн әйткәндә, күлдәге балыҡтың, биләмәләге кейектәрҙең хоҡуғы кешеләрҙекенә ҡарағанда күпкә юғары була бара бит!
Минеңсә, тәбиғәт паркы эшләгән аҡсанан урындағы хакимиәткә күпмелер өлөш сығырға тейеш. Юғиһә, аҫаба ерҙәребеҙҙе ҡулланалар, нефтебеҙҙе алалар, ә ябай халыҡ бының бер ниндәй файҙаһын күрмәй. Тимәк, районыбыҙҙың байыуынан ни фәтүә? Тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланып, аҡса эшләргә теләйҙәр икән, бының урынына мәҙәниәтебеҙҙең, телебеҙҙең, йолаларыбыҙҙың һаҡланыуы, социаль хәлебеҙҙең хәстәрләнеүе мөһим. Хоҡуҡтарыбыҙҙы белергә, боронғо ата-бабабыҙ кеүек еребеҙҙә ныҡ баҫып торорға, аҫабалыҡты раҫларға тейешбеҙ.
Ҡаңнылар Фәсим Шәмси улының һүҙҙәрен дәррәү күтәреп алды. Ысынлап та, ниңә байлыҡты бушҡа биреп ҡуйырға? Аҫаба халыҡ уянып, үҙ хоҡуҡтарын белдерә башлаһа, данлыҡлы күлгә табан насар юлдар ҙа таҡырайыр, тигән ышаныс бар.

Бөрйәндәр аптырар ине...


Аҫабалыҡ хоҡуҡтарын даулап...Йыйында сығыш яһаусыларҙың "Беҙ — аҫаба башҡорттар!" тип ҡабатлауына был төбәккә Бөрйән, Баймаҡ яҡтарынан тәүге тапҡыр килгән кеше ғәжәпләнеп ҡарар ине. Ҡыҙыҡ та шул: үҙҙәре "һ" һәм "ҫ" урынына "з", "с" өндәрен ҡуйып һөйләшә, әммә "башҡортбоҙ" тип күкрәк һуға. Был — республикабыҙҙың төньяғында төйәкләнгән күпселек милләттәшебеҙ өсөн хас күренеш. Заманында "һ", "ҙ" хәрефтәре арҡаһында ҡайырылып, ситләтелеп ҡалған улар. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең, һөйләштәрен үҙһенмәйенсә, "һеҙ башҡорт түгел!" тип кәмһетеүен элек-электән эсенә йотоп йәшәйҙәр. Үҙебеҙҙекеләр ситләткәндә, ситтәр уларҙы "ҡосағына алырға" әҙер тора. Бәләкәй генә үҙенсәлек арҡаһында милләт тарҡалырға, кәмергә тейешме?
— "Икенсе сортлы" башҡорт булып йәшәргә мәжбүрбеҙ, — тип әсенде Фәнил Шәрипов. — Әммә шуныһы мөһим: ырыуыбыҙҙы беләбеҙ һәм тамырҙарыбыҙҙы юғалтырға юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Фәнил Йәмғетдин улы был йәһәттән тәү сиратта республиканың милли матбуғат баҫмалары менән киң хеҙмәттәшлек булдырыу кәрәклеген әйтте. Изге ниәтте хуплап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов киләсәктә гәзиттә ҡаңныларҙың тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе күберәк баҫтырыу, төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа донъя күргән баҫмалар менән бәйләнеште көсәйтеү мөһимлеген билдәләне.
Ғөмүмән, күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, "Ҡаңны ырыуы" берләшмәһенең халыҡ өсөн башҡарған эше бихисап. Мәҫәлән, Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында ырыуҙың тарихына бәйле музей асҡандар. Бындай рухи мөйөштө башҡа ауылдарҙа ла булдырырға ниәтләйҙәр, экспонаттар, яҙма мәғлүмәт күпләп йыйылған. Шулай уҡ Башҡортостандың бөйөк улы, милләттәрҙе берләштереүгә күп көс һалған Муллайән Халиҡовтың тыуған йортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Аҫаба ерҙәренең юлдарын төҙөкләндереү, туризм ойоштороп, республика халҡын үҙҙәрендәге тарихи урындар менән таныштырыу, шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү һәм башҡа бихисап изге маҡсат менән янып йәшәй ҡаңнылар. Съезда ҡатнашҡан данлыҡлы ырыуҙаштары, күрше райондарҙан, баш ҡаланан килгән вәкилдәр, был ниәттәрҙе дәррәү күтәреп алып, борсоған мәсьәләләрҙе берҙәм, кәңәшләшеп хәл итергә, ярҙамлашып йәшәргә һүҙ ҡуйышты.

* * *


Ҡаңны волосы старшинаһы, Пугачев полковнигы Минәй Солтоҡов, Башҡорт Хөкүмәтенең секретары, шағир Шәйехзада Бабич, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Муллайән Халиҡов, КПСС өлкә комитетының беренсе секретарҙары Зыя Нуриев менән Миҙхәт Шакиров... Үҙенсәлекле, сағыу шәхестәр тыуҙырған ҡаңны ере. Бөгөн дә ошондай рух, алға ынтылыш, ғәм һәм сәм дөрләй ырыуҙаштар күңелендә. Ниндәй генә хәлдә лә башын эймәгән, асылына тоғро ҡалған, милли һыҙаттарын юғалтмаған, көслө ихтыярлы ҡаңныларҙың ҡеүәте һәр башҡортҡа өлгө булһын ине, тип теләргә ҡала.

Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576