Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бирестән батмандар, тәпәндәр, сәғәттәр...
Бирестән батмандар, тәпәндәр, сәғәттәр...Сергей Витальевич Павлов – ағастан ырып һынланды­рылған образдары, үҙенсәлек­ле әйберҙәре менән Бөрөлә генә түгел, республикала танылыу яулаған рәссам-һырлаусы. Уның юғары художестволы оҫталыҡ менән етеш­терелгән әйберҙәренә тырышлыҡ, ны­ҡыш­маллыҡ һалынған. Быға нәҫелдән бирелгән һәләт тә ҡушылған (атаһы Виталий Павлов оҙаҡ йылдар “Һәнәк” журналында рәссам-карикатурасы булып эшләй). Сергей Павлов­тың күҙ нуры түгелгән уникаль эштәре республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның авторлыҡ эш­тәре Рәсәйҙә, Канадала, Сәғүд Ғәрәбстанында, Израилдә, Германияла, Японияла, Америка Ҡушма Штаттарында һәм баш­ҡа илдәрҙә шәхси коллекция булып һаҡлана.

Сергей Павлов 1982 йылда Абрамцево ҡасабаһындағы В.М. Васнецов исемендәге художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай. Иҫ­тәлекле урындары, тарихи ҡо­март­ҡылары менән дан тотҡан ижади мөхиттә “Сәскәләр” исемле сығарылыш эшен яҙа. Ул бөйөк рәссамдарҙан абрамцев-кудрин исемен алған һырлап эшләүҙең юғары өлгөһөн күрһәтә.
Йәш рәссамдың фантазияһын, оҫталығын дәүләт имтиханы ко­миссияһы ағзалары шунда уҡ күреп ҡала. Абрамцев-кудрин һырлауына нигеҙләнеп эшләп килгән Хотьков художестволы әйберҙәр етештереү фабрикаһына эшкә саҡыралар, ләкин Сергей Павлов үҙенең тыуған Башҡорт­останына ҡайтырға ҡарар итә. Йәш рәссам училищеға тиклем үк Өфөлә йәштәр күргәҙмәһендә ҡатнашырға һәм көсөн һынап ҡарарға өлгөргән була.
1984 йылда йәш белгес Бөрө художестволы әйберҙәр етеште­реү фабрикаһына эшкә килә. Тормош юлдашы, ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе Галина Павлова ла эксперименталь лабораторияның рәссамы итеп тәғәйенләнә. Биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең яңы образдарын барлыҡҡа килтереү өҫтөндә ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмар­лы эштәр башлана. Фабрикала туғыҙ йыл эшләү дәүерендә бер-береһен ҡабатламаған меңдән ашыу декоратив һын тыуҙыра һәм етештереү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә улар.
Үҙгәртеп ҡороуҙар һәм торғон­лоҡ осоро фабриканы ла урап үтмәй. Эш хаҡын ваҡытында түлә­мәү, ҡыҫ­ҡартыуҙар башлана, шуға күрә Павловтар ғаиләһе үҙҙәренең шәхси предприятиеһын асырға ниәтләй. 1992 йылдан алып Сергей Витальевич Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡ художество промыслаһын етештергән “Юнон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­те­нең баш рәссамы, ә Галина Алексеевна – ойоштороусы-етәксеһе. Өфөнөң “Көньяҡ” биҫтәһендә урын­лашҡан “ЛАПА – БАШКИРСКИЙ МЕДведъ” магазин-салонына өфө­ләр һәм ҡунаҡтар яратып йөрөй.
Рәссам-скульпторҙың авторлыҡ күргәҙмәһендә айыуҙар төп урынды биләй: көрәшсе айыу, саңғысы айыу, айыу-хоккейсы, айыу-фут­бол­сы, еңеүсе айыу һ.б. Ябай ағас киҫәк­тәренә рәссамдың алтын ҡулдарынан йән өрөлгәс, улар изге күңелле, көләс, шат айыу­ҙар­ға әйләнгән. Башҡорт халҡы­ның эпосын, тормош-көнкү­решен һынландырған “Һабантуй”, “Ҡурай­сы”, “Башҡорт һыбайлыһы” ҡул­лан­ма-әкиәти эштәр ҙә күңелгә дәрт өҫтәй. Ә бына “Әбекәй” милли колорит менән һуғарылған, традиция­ларҙы һәм тәбиғәтте һаҡлауға саҡыра.
Сергей Павловтың коллекция­һында бирестән яһалған әйберҙәр айырыуса бер зауыҡ менән баһа­лана. Рәссамдың һөйләүенсә, бирес – ағас материалының иң яҡшы сорты. Элек ул Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмаһы һаналған. Рәсеме буйынса малахитты, төҫө буйынса йәшмә, янтарҙы хәтер­лә­тә. Бирестән эшләнгән ағас киҫәктәре рәссамдың фантазия­һын үҫтерергә мөмкинлек бирә. Интерьерға ҡуйылған биҙәү-ҡул­ланма әйберҙәре, сәғәттәр, вазалар, батмандар, тәпәндәр би­рес­тән эшләнгән.
Сергей Павлов ваҡытын һәм көсөн яратҡан шөғөлөнә бүлеп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ художество етештереү сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткө­һөҙ өлөш индерә, халыҡ традиция­ларын һаҡлау, тергеҙеү һәм таратыу өҫтөндә эшләй.


Автор: Ғәлиә ҒӘНИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 0

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы

Комментарий өҫтәргә