Сергей Витальевич Павлов – ағастан ырып һынландырылған образдары, үҙенсәлекле әйберҙәре менән Бөрөлә генә түгел, республикала танылыу яулаған рәссам-һырлаусы. Уның юғары художестволы оҫталыҡ менән етештерелгән әйберҙәренә тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ һалынған. Быға нәҫелдән бирелгән һәләт тә ҡушылған (атаһы Виталий Павлов оҙаҡ йылдар “Һәнәк” журналында рәссам-карикатурасы булып эшләй). Сергей Павловтың күҙ нуры түгелгән уникаль эштәре республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның авторлыҡ эштәре Рәсәйҙә, Канадала, Сәғүд Ғәрәбстанында, Израилдә, Германияла, Японияла, Америка Ҡушма Штаттарында һәм башҡа илдәрҙә шәхси коллекция булып һаҡлана.Сергей Павлов 1982 йылда Абрамцево ҡасабаһындағы В.М. Васнецов исемендәге художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай. Иҫтәлекле урындары, тарихи ҡомартҡылары менән дан тотҡан ижади мөхиттә “Сәскәләр” исемле сығарылыш эшен яҙа. Ул бөйөк рәссамдарҙан абрамцев-кудрин исемен алған һырлап эшләүҙең юғары өлгөһөн күрһәтә.
Йәш рәссамдың фантазияһын, оҫталығын дәүләт имтиханы комиссияһы ағзалары шунда уҡ күреп ҡала. Абрамцев-кудрин һырлауына нигеҙләнеп эшләп килгән Хотьков художестволы әйберҙәр етештереү фабрикаһына эшкә саҡыралар, ләкин Сергей Павлов үҙенең тыуған Башҡортостанына ҡайтырға ҡарар итә. Йәш рәссам училищеға тиклем үк Өфөлә йәштәр күргәҙмәһендә ҡатнашырға һәм көсөн һынап ҡарарға өлгөргән була.
1984 йылда йәш белгес Бөрө художестволы әйберҙәр етештереү фабрикаһына эшкә килә. Тормош юлдашы, ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе Галина Павлова ла эксперименталь лабораторияның рәссамы итеп тәғәйенләнә. Биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең яңы образдарын барлыҡҡа килтереү өҫтөндә ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы эштәр башлана. Фабрикала туғыҙ йыл эшләү дәүерендә бер-береһен ҡабатламаған меңдән ашыу декоратив һын тыуҙыра һәм етештереү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә улар.
Үҙгәртеп ҡороуҙар һәм торғонлоҡ осоро фабриканы ла урап үтмәй. Эш хаҡын ваҡытында түләмәү, ҡыҫҡартыуҙар башлана, шуға күрә Павловтар ғаиләһе үҙҙәренең шәхси предприятиеһын асырға ниәтләй. 1992 йылдан алып Сергей Витальевич Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡ художество промыслаһын етештергән “Юнон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш рәссамы, ә Галина Алексеевна – ойоштороусы-етәксеһе. Өфөнөң “Көньяҡ” биҫтәһендә урынлашҡан “ЛАПА – БАШКИРСКИЙ МЕДведъ” магазин-салонына өфөләр һәм ҡунаҡтар яратып йөрөй.
Рәссам-скульпторҙың авторлыҡ күргәҙмәһендә айыуҙар төп урынды биләй: көрәшсе айыу, саңғысы айыу, айыу-хоккейсы, айыу-футболсы, еңеүсе айыу һ.б. Ябай ағас киҫәктәренә рәссамдың алтын ҡулдарынан йән өрөлгәс, улар изге күңелле, көләс, шат айыуҙарға әйләнгән. Башҡорт халҡының эпосын, тормош-көнкүрешен һынландырған “Һабантуй”, “Ҡурайсы”, “Башҡорт һыбайлыһы” ҡулланма-әкиәти эштәр ҙә күңелгә дәрт өҫтәй. Ә бына “Әбекәй” милли колорит менән һуғарылған, традицияларҙы һәм тәбиғәтте һаҡлауға саҡыра.
Сергей Павловтың коллекцияһында бирестән яһалған әйберҙәр айырыуса бер зауыҡ менән баһалана. Рәссамдың һөйләүенсә, бирес – ағас материалының иң яҡшы сорты. Элек ул Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмаһы һаналған. Рәсеме буйынса малахитты, төҫө буйынса йәшмә, янтарҙы хәтерләтә. Бирестән эшләнгән ағас киҫәктәре рәссамдың фантазияһын үҫтерергә мөмкинлек бирә. Интерьерға ҡуйылған биҙәү-ҡулланма әйберҙәре, сәғәттәр, вазалар, батмандар, тәпәндәр бирестән эшләнгән.
Сергей Павлов ваҡытын һәм көсөн яратҡан шөғөлөнә бүлеп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ художество етештереү сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, халыҡ традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм таратыу өҫтөндә эшләй.