Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылғаларҙа балыҡ күп булһын тиһәк...
Йылғаларҙа балыҡ күп булһын тиһәк...Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йылғаларҙа балыҡ иҫәбен арттырыу маҡсатында тәбиғәткә зыян килтергән ойошмалар менән берлектә Ағиҙел йылғаһына селбәрәләр ебәреү эшен атҡара. Ошо көндәрҙә Кушнаренко ҡасабаһы эргәһендә Ағиҙелгә балыҡтың һуңғы партияһын ебәрҙеләр.


Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Нурғәлиев билдәләүенсә, быға тиклем район биләмәһендә бындай сара уҙғарылмаған.
– Алдан белешеп ҡарағайныҡ, 1975 йылда балыҡсы бабай быуаға балыҡ ебәргән булған. Шуға ла бөгөн яр буйынса ауыл халҡының күпләп килеүенә аптырарға түгел. Бала-сағаға был, берҙән, ҡыҙыҡ булһа, икенсе яҡтан, ололарҙың тәбиғәткә, ер-һыуға иғтибарын күреп, улар ҙа фәһем алыр тип уйлайым, – ти Руслан Вил улы.
Ысынлап та, яр буйында бала-саға күп ине. “Кем балыҡ тоторға ярата?” – тип һорайым малайҙарҙан. “Мин!” – тип ҡул күтәрә араларынан берәү. VII класс уҡыусыһы Роман Быковты балыҡ тоторға олатаһы өйрәткән:
– Мин тотҡан иң ҙур балыҡ 4 килограмм самаһы ине. Олатайым иһә был тирәлә 20 килограмлыҡ һаҙандар, суртандар булыуы тураһында һөйләне.
– Иртәгә үк ҡармаҡ тотоп, был тирәгә киләһең инде, – тип ҡылын сиртәм егеттең.
– Юҡ, был балыҡты тоторға ярамай. Бер нисә йыл үтһен әле. Ғөмүмән, мин ваҡ балыҡты ебәрәм. Эреһен генә алып ҡайтам, – ти малай.
Беҙ һөйләшкән арала Һарытау өлкәһенән балыҡ цистернаһы тейәгән машина килеп етте. Селбәрә ебәреү ҡыҙыҡлы ваҡиға икән. Тәүҙә төрлө ведомство инспекторҙары килгән балыҡты тикшереп ҡарай. Бының өсөн уны цистернанан һоҫоп алалар. Ҡалған балыҡ махсус торба аша һыуға ағып төшә. Албырғап ҡалған селбәрәләр тәүҙә улай-былай һуғыла ла, бер аҙ тынысланғас, тәбиғи мөхитте өйрәнә башлай. Ысынлап та, ябыҡ бассейнда үҫкән балыҡҡа һыуыҡ һыуға, үҙенә ашарға табырға, йыртҡыс балыҡтарҙан һаҡланырға өйрәнергә кәрәк. Шуға ла белгестәр селбәрәләрҙең 10 – 15 проценты ғына ҙурая тип баһалай. Ә бына Һыуҙың биологик ресурстарын һаҡлау һәм балыҡ үрсетеү буйынса төп идаралыҡтың Кама-Урал ФДБУ филиалының инженер-экологы Азат Закиров әйтеүенсә, бөгөнгө селбәрәләрҙең сифаты яҡшы, ауырлыҡтары ла ярайһы уҡ шәп, шуға балыҡтың 30 процентынан ашыуы иҫән ҡалырға тейеш.
– Әлеге сараның әһәмиәтен билдәләп китке килә. Һыуға ебәрелгән балыҡтың күпселеге иҫән ҡалмаһа ла, үрсеү һәләтенә еткәненең тоҡомо һәйбәт була. Бынан тыш, әле һыуға ебәрелгән балыҡ ылымыҡтарҙы һәйбәт ашай. Быға тиклем балыҡты гел бер урында һыуға ебәрә инек. Быйыл иһә Ағиҙелдең төрлө урынында атҡарҙыҡ был эште. Әлеге алым да отошло. Бер урында селбәрәләр күбәйеп китһә, йыртҡыс балыҡтар ҙа күпләп йыйыла. Ағиҙелдәге балыҡтар һанын быйыл күпкә арттырҙыҡ. Киләһе йыл Дим, Йүрүҙән, Әй, Ҡариҙел йылғаларына ла сығырға иҫәп бар, – тип билдәләне Азат Закиров.
Быйыл Ағиҙел йылғаһына 100 меңдән ашыу һаҙан, уҡбалыҡ, һөмбаш селбәрәләре ебәрелгән.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...

Тотош уҡырға 1

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында республикала эҫе була 25.05.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар йәйгесә эҫе булыуын вәғәҙәләй: +24° алып +30° тиклем....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте 22.05.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте...

Тотош уҡырға 2

Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 4

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 4

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә