Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар итмәһәләр ҙә…
Иғтибар итмәһәләр ҙә… Төрлө тәрәнлектәге йылғаларҙа, таҙа һыулы күлдәрҙә осраған күкенде беҙҙә күксәй, күкйөк, күкәс һәм башҡа исемдәр менән атап йөрөтәләр. Ҙур балыҡ тотоп өйрәнгәндәр уға әллә ни иғтибар итеп бармай.

Күкен ҙурлығы буйынса ташбаш һымаҡ. Ялтыр ҡабырғалы, арҡаһы йәшкелт. Һәр ваҡыт тип әйтерлек һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй, май аҙағында ғына ыуылдырыҡ сәсә. Оҙонлоғо 12 – 15 сантиметрҙан артмай.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған был балыҡ көтөүе менән ҡамыш, үлән араларында, яр буйында йөрөргә әүәҫ. Хәрәкәттәре етеҙ. Һыу өҫтөндә осоп йөрөгән себен, серәкәй, ләпәк менән туҡлана. Күкен, ялтыр булғанлыҡтан, йыртҡыс балыҡтарҙың төп аҙығы һанала. Уны суртан, алабуға тотоусылар ҡышҡыһын емләү өсөн дә файҙалана.
Күкендең үҙенә ҡармаҡ һалғандар ҙа бар. Майҙан көҙгә тиклем яҡшы эләгә ул. Оҙон, еңел ҡармаҡ сыбығына 0,06-0,12 миллиметрлыҡ еп бәйләп, бәләкәй генә ҡалҡыуыс менән тоталар. Ырғаҡтың 2,5 һанлыһы кәрәк. Был балыҡты селәүсен, ҡамыр, икмәк киҫәге, себен, ҡырмыҫҡа йомортҡаһы менән алдатырға мөмкин. Ҡалҡыуыс әҙ генә ҡыбырланымы, шунда уҡ тартып сығарырға кәрәк.
Ҡыш тотаһығыҙ икән, мәкене мотлаҡ емләү мөһим. Бының өсөн икмәк онтағы, ваҡ ярма ҡулланыла. Барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгән хәлдә, күкенде бер көндә 9-10 килограмм тоторға мөмкин. Балыҡты таҙартып ултырыу күп ваҡытты ала, шуға күрә иң һәйбәте – тәмләткестәр һалып маринадлау. Һәйбәт итеп йыуып, тоҙ, борос, лавр япрағы һалаһың да, өҫтөн ҡаплап, өс тәүлек тотаһың. Тоҙланғас, быяла һауытҡа күсереп, һыуытҡысҡа ҡуяһың.
Күкендән һурпа ла бешерергә мөмкин. Йыуып, эреләрен уртаға бүлеп, картуф, һуған, тоҙ, борос, төрлө тәмләткес һалып, асыҡ утҡа ҡуяһың. Балыҡ күҙҙәренең ағарыуы һурпаның әҙерлеген аңлатмай, картуфтың бешкәнен көтөргә кәрәк. Өҫтөнә үҫемлек майы ҡойола.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә