Төрлө тәрәнлектәге йылғаларҙа, таҙа һыулы күлдәрҙә осраған күкенде беҙҙә күксәй, күкйөк, күкәс һәм башҡа исемдәр менән атап йөрөтәләр. Ҙур балыҡ тотоп өйрәнгәндәр уға әллә ни иғтибар итеп бармай.Күкен ҙурлығы буйынса ташбаш һымаҡ. Ялтыр ҡабырғалы, арҡаһы йәшкелт. Һәр ваҡыт тип әйтерлек һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй, май аҙағында ғына ыуылдырыҡ сәсә. Оҙонлоғо 12 – 15 сантиметрҙан артмай.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған был балыҡ көтөүе менән ҡамыш, үлән араларында, яр буйында йөрөргә әүәҫ. Хәрәкәттәре етеҙ. Һыу өҫтөндә осоп йөрөгән себен, серәкәй, ләпәк менән туҡлана. Күкен, ялтыр булғанлыҡтан, йыртҡыс балыҡтарҙың төп аҙығы һанала. Уны суртан, алабуға тотоусылар ҡышҡыһын емләү өсөн дә файҙалана.
Күкендең үҙенә ҡармаҡ һалғандар ҙа бар. Майҙан көҙгә тиклем яҡшы эләгә ул. Оҙон, еңел ҡармаҡ сыбығына 0,06-0,12 миллиметрлыҡ еп бәйләп, бәләкәй генә ҡалҡыуыс менән тоталар. Ырғаҡтың 2,5 һанлыһы кәрәк. Был балыҡты селәүсен, ҡамыр, икмәк киҫәге, себен, ҡырмыҫҡа йомортҡаһы менән алдатырға мөмкин. Ҡалҡыуыс әҙ генә ҡыбырланымы, шунда уҡ тартып сығарырға кәрәк.
Ҡыш тотаһығыҙ икән, мәкене мотлаҡ емләү мөһим. Бының өсөн икмәк онтағы, ваҡ ярма ҡулланыла. Барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгән хәлдә, күкенде бер көндә 9-10 килограмм тоторға мөмкин. Балыҡты таҙартып ултырыу күп ваҡытты ала, шуға күрә иң һәйбәте – тәмләткестәр һалып маринадлау. Һәйбәт итеп йыуып, тоҙ, борос, лавр япрағы һалаһың да, өҫтөн ҡаплап, өс тәүлек тотаһың. Тоҙланғас, быяла һауытҡа күсереп, һыуытҡысҡа ҡуяһың.
Күкендән һурпа ла бешерергә мөмкин. Йыуып, эреләрен уртаға бүлеп, картуф, һуған, тоҙ, борос, төрлө тәмләткес һалып, асыҡ утҡа ҡуяһың. Балыҡ күҙҙәренең ағарыуы һурпаның әҙерлеген аңлатмай, картуфтың бешкәнен көтөргә кәрәк. Өҫтөнә үҫемлек майы ҡойола.