Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат юлдарынан…
Салауат юлдарынан…М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров Эстонияның Палдиски ҡалаһына юлланды. Улар “Салауат юлдары буйлап” документаль фильмында ҡатнаша. Актерҙар милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин ролдәрен башҡара.

Костюмдар буйынса рәссам, танылған реконструктор Илдар Ғатауллин, Сәймә Хәсәно­ва­ның “Сәрби” студияһы менән берлектә, костюм­дар әҙерләгән. Эстониянан Кайрит Неляндер иһә рәссам-грим һалыусы итеп һайланған. Әйт­кән­дәй, ул кино тармағында 20 йылға яҡын эшләй.
Режиссер Таңсулпан Бураҡаева әйтеүенсә, архив документтарында батырҙарыбыҙҙың аныҡ һүрәтләнеше лә бар.
– Тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Актерҙарҙы һайлағанда ла ошоға таяндыҡ. Йәш актер Морат Рафиҡовтың ижадын күптән күҙәтәм. Салауат Юлаев ролен ул башҡара алыр тип үҙем өсөн күптән билдәләгәйнем, – тине Таңсулпан Бураҡаева. – Юлай Аҙналин образына актерҙы оҙаҡ эҙләнем. Ул тәрән аҡыллы урта йәштәрҙәге ир булырға тейеш ине. Тауыштары ла ҙур әһәмиәткә эйә – атай менән ул араһында һөйләшеүҙәр бик күп. Ниһайәт, Илдар Ғүмәровҡа туҡталдым.
Салауат юлдарынан…Хәтерегеҙгә төшөрәйек: “Салауат юлдары буйлап” киноэкспедицияһы 30 майҙа Өфөнән башланғайны. Юлда барғанда Башҡортостан Кинематографистар союзының бер төркөм ағзалары ҡала, ауылдарҙа фильм төшөрҙө.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575