Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал аҫылташтар өләшә!
Урал аҫылташтар өләшә!Танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаевтың ижады менән таныш булмаған кеше юҡтыр, моғайын. Уның ижадына нескә хис-тойғо, тәрән фәлсәфә хас. Композиторҙың милли биҙәктәр менән һуғарылған көйҙәре йөҙләгән сәхнә әҫәрен, тиҫтәләрсә нәфис фильмды музыкаль яҡтан байытты. Башҡорт йыр сәнғәтенә байтаҡ яңылыҡ килтергән ижадсы ошо көндәрҙә юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан күренекле замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Урал ағай, белеүебеҙсә, ата-әсәйегеҙ – әҙәбиәт, фән кешеләре. Әсәйегеҙ – танылған шағирә Гөлфиә Юнысова, ә атайығыҙ – яҙыусы, профессор Мирас Иҙелбаев. Әҙәби мөхиттә үҫкән малайҙың яҙмышын ни өсөн музыка менән бәйләүе ҡыҙыҡ гәзит уҡыусыларға...
– Ул ваҡытта миңә биш йәш кенә ине. Балалар баҡсаһына йөрөйөм. Бер көн әсәйем “әйҙә, бер олатай менән таныштырам” тип үҙе менән алып китте. Оҙон коридор буйлап атлап барғанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Кабинетта беҙҙе олпат ҡына бабай ҡаршы алды. “Үәт, маладис! Башҡортса ҡайһылай матур һөйләшәһең!” – тип һоҡланып ҡуйҙы. Аҙаҡ музыкаға һәләтемде тикшереп ҡараны. “Был малайҙың рәте бар. Уны мотлаҡ музыка мәктәбенә бирергә кәрәк”, – тине ул. Ана шулай итеп фатихаһын биргән кеше мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев булып сыҡты.
– Аҙаҡ һеҙ Заһир Ғарип улының студенты ла булған­һығыҙ шикелле.
– Эйе. Шундай ҙур бәхет тейҙе миңә. Тик уға тиклем музыка мәк­тәбендә, аҙаҡ сәнғәт училище­һының теория бүлегендә белем алдым. Хәтеремдә, мәктәптә уҡы­ғанда музыка менән шөғөлләнеү өсөн пианино һатып алырға кәрәк ине. Әммә ул шул тиклем ҡиммәт! Бер нисә айлыҡ эш хаҡы тора. Шулай ҙа атай-әсәйем бурысҡа батып, ҙур пианино алды. Ундағы яҙманы һаман да хәтерләйем: 650 һум. Аҙаҡ ауылдан килгән ҡартатайым ошоно күреп ҡалғас, иҫе китте. “Бәләкәй генә балаға, һыйыр хаҡына бер йәшник алып ултыртҡандар!” – тип аптырап өләсәйемә һөйләгәнен хәтер­ләйем.
Тәүге йылдарҙа атайым музыка мәктәбенә йөрөттө. Минең дәрестән сыҡҡанды көтөп ултыра торғас, ул да ноталарҙы ятлап бөттө.
Училищены тамамлағас, сәнғәт институтына уҡырға барҙым. Шунда инде Заһир Исмәғилев менән ҡабаттан осраштыҡ. Остазыбыҙ талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас, юморға бай кеше ине. Шостаковичтан нисек дәрес алғандарын һөйләй торғайны. Уҡытыусыбыҙ миңә ҙур йоғонто яһаны. Ул ике төп ҡағиҙәне беҙгә ныҡлап һеңдерҙе. Беренсенән, көн дә эшләргә, икенсенән, ижадыңда халыҡҡа яҡын булырға.
Урал аҫылташтар өләшә!– Ә бына музыка яҙыу “процесы” нисек башлана ул? Мәҫәлән, яҙыусыларҙың нисек әҫәр ижад иткәнен беләбеҙ. Йә берәй ваҡиғаның шаһиты булып, йә кешенән ишетеп, шул материалды күпмелер ваҡыт эстә “бешереп”, һуңынан яҙырға тотона. Һеҙҙең өлкәлә ул нисегерәк килеп сыға?
– Бөтә нәмә лә әҫәрҙең йөк­мәткеһенән килә. Мин күпселек осраҡта спектаклдәргә, киноларға көйҙәр ижад итәм. Эстәлегенән сығып, үҙеңә йүнәлеш алаһың. Көйҙөң дә төрлөһө була бит: рухты күтәрерлек, илатырлыҡ, бейетерлек... Режиссер менән эш башлағанда, уның маҡсатын һорайһың, ниндәй музыка ҡоралдары уйнарға тейешлеген асыҡлайһың. Шунан сығып кә­рәкле көй сығара башлайһың. Һин эҙләгән ноталар башҡа төрлө ваҡытта килә. Йә машинала китеп барғанда, йә йоҡлап ятҡанда, йә мунса ингәндә... (көлә – авт.) Ғөмүмән, мин үҙ һөнәремде балыҡсылыҡ менән сағыштырам. Бына йылғаға ҡармаҡ ташлағас та ниндәй балыҡ эләгәсәген берәү ҙә белмәй бит. Музыкала ла шулай. Шәп әҫәр яҙам, тип берәү ҙә алдан әйтә алмай. Ул һәр саҡ көтөлмәгәнсә була.
– Операны музыка сәнғә­тенең иң юғары нөктәһе, тиҙәр. Был жанрҙа киләсәктә эшләп алырға ниәтегеҙ бармы?
– Опера яҙырға була. Тик уны ҡайһы сәхнәлә ҡуясаҡтар – икенсе мәсьәлә, сөнки опера тыуҙырыу өсөн күп ваҡыт ҡына түгел, бик ҙур матди сығымдар талап ителә. Шуға ла руссаға “труд” тип тәржемә ителә. Ғәҙәттә, уны театр менән алдан килешеү буйынса яҙалар. Кем белә, бәлки, киләсәктә тамашасыларҙы опера менән дә ҡыуандырырмын. Ваҡыт күрһәтер әле.
– Әсәйегеҙ, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад иттегеҙ. Һуңғы ваҡытта бүтән авторҙар менән хеҙмәттәш­легегеҙ бер аҙ һүрелеп ҡалды шикелле...
— Эйе, әсәйем менән байтаҡ йырҙар ижад иттек. Улар ара­һында халыҡҡа таныш “Баш­ҡортостан”, “Аҡбуҙат”, “Ҡырлы ҡурай”, “Изгелек, матурлыҡ, мөхәббәт”, “Яңы йыл йыры”, “Беҙҙең вальс”, “Бейейек әле”, “Туған тел”, “Күкрәгемә ҡуйсы башыңды” тигән йырҙар бар. Уларҙан тыш, әсәйем менән балалар өсөн дә ун бишләп йыр ижад иттем. Әсәйем шиғырҙа­рына яҙылған йырҙарҙың бер нисәһе 2, 3 февралдә үтәсәк кисәләремдә лә яңғыраясаҡ.
Дөрөҫөн әйткәндә, йыр жанрында ҡолас киреп эшләргә ваҡыт етеңкерәмәй. Мәҫәлән, театрҙа йыл һайын биш спектаклгә көйҙәр яҙыр кәрәк. Һәр сәхнә әҫәренә – кәмендә биш музыка. Ана шуларҙы ижад итер өсөн генә лә бихисап ваҡыт талап ителә. Бынан тыш, төрлө фильмдарҙы музыкаль яҡтан биҙәйем.
Яңыраҡ ижади “багажымды” барлап ҡарарға булғайным. Баҡ­тиһәң, драма спектаклдәренә 200-гә яҡын музыка тыуҙыр­ған­мын. Шуларҙың бер нисәһен билдәләп үтәйем. И. Йомағо­ловтың “Нәркәс”, М. Кәримдең “Салауат, “Өн аралаш ете төш”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса спектакле, Т. Миңнул­линдың “Яратыу гонаһмы?” әҫәре, Т. Ғарипованың “Маҡтым­һылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы (бөтәһе лә – Башҡорт драма театры сәхнәһендә), М. Кәримдең “Тоҡ эсендәге бесәй” (Милли йәштәр театры) һәм башҡалар. С. Аксаковтың “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”) әкиәте буйынса шул уҡ исемле мюзикл, 30-ҙан ашыу нәфис, документаль һәм анимация фильмына (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, “Рәхмәт”, “Елғыуар”).
Башҡортостан театрҙарында ғына түгел, Татарстанда ҡуйыл­ған драмаларҙы ла музыкаль яҡтан биҙәргә насип булды, Орел өлкәһенең сәхнәһендә ике мюзикл сығарҙыҡ.
– Хәҙерге ваҡытта нотаны ла белмәгән “композиторҙар” күбәйеп китте. Үҙе шиғыр яҙа, үҙе көй сығара, үҙе шуны йырлай. Уларға ҡарашығыҙ нисек?
– Әлбиттә, һәр кемдең ижад итергә хоҡуғы бар. “Һинең махсус белемең юҡ, музыка яҙма” тип тыйып булмай. Тик ул тыуҙырған әҫәрҙең сифаты нисек була – быныһы икенсе мәсьәлә. Күпселек коллегаларым нотаны ла белмәгән кешенең үҙен “композитор” тип атап йөрөтөүен оҡша­тып етмәй. Минеңсә, кем генә булмаһын, иң мөһиме – кешенең күңеленә үтә алырлыҡ көй ижад итергә тейеш. Ҡайһы саҡта махсус белемһеҙ кеше лә бик шәп йыр яҙып ҡуя. Әммә бындай осраҡтар һирәк. Әгәр тыңлаусының йөрәгенә үтеп инә алмай икән, был йыр ҙа оҙаҡ йәшәмәйәсәк. Хәҙерге ваҡытта сейле-бешле көйҙәр күбәйҙе, ана шундай йырҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа була.
Урал аҫылташтар өләшә!— Атай-әсәйеңдең китаптарын уҡып бараһыңмы?
— Әлбиттә. Әсәйемдең шиғыр­ҙа­рын уҡып, берҙән, илһам алам, икенсенән, көй яҙыр өсөн һайлайым. Улар бер папка йыйылып китте инде. Атайым тарихи романдар яҙғас, уларҙы ла ижадымда ҡулланам, тарихи спектаклдәргә көй яҙғанда, атайым башҡа әсбаптарҙан табыша, кәңәштәр бирә.
– Һеҙ 90-сы йылдарҙа “Аҡ­йондоҙ” төркөмөн ойоштороп ебәргәнһегеҙ. Ул осорҙа йәш­тәр концертығыҙға эркелеп йөрөгән. Аҙаҡ ул ижади төр­көмдөң яҙмышы нисек булып бөттө?
– Азат Йыһаншин, Роберт Юлдашев менән бергәләп ойоштор­ғайныҡ. Төркөм тиҙ арала танылыу яулап өлгөрҙө, хатта “Урал моңо” фестивалендә Гран-при ҙа алдыҡ. Ул йылдарҙы үҙем дә һағынып иҫкә алам. Йәш, дәртле саҡ.
Аҙаҡ һәр кем үҙ йүнәлеше буйынса китте, шуға төркөм тар­ҡалды, ләкин беҙ хеҙмәттәш­лектән туҡтаманыҡ. “Бына мин көй яҙырмын, ә һин йырларһың”, – тип үҙебеҙсә хыяллана инек Азат менән студент саҡта. Һуңынан был теләктәребеҙ барыбер тормошҡа ашты. Мәҫәлән, “Нәркәс”, “Һуңғы Ғәйнә” спектакл­дәре менән бергәләп Төркиәгә барып, ундағы тамашасыларҙы ҡыуандырып ҡайттыҡ.
– Билдәле булыуынса, 2 һәм 3 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында юбилейығыҙға арналған ҙур концерт уҙғарыла. Шул турала һөйләшеп алайыҡ әле.
– Һуңғы тапҡыр бынан ун йыл элек ижад кисәмде үткәргәйнем. Бынан һуң байтаҡ әҫәр ижад ителде. Минең эшкәртеүҙәге халыҡ көйҙәре лә, шулай уҡ эстрада йырҙары ла етерлек. Уларҙы башҡарып үҙебеҙҙең йырсылар халыҡ-ара фестивал­дәрҙә еңеү яуланы. Ана шул хеҙмәтемде концерт программа­һына йыйнап, халыҡҡа тәҡдим итергә ине ниәтем.
– Ә ниңә концерт ике көн дауам итәсәк?
– Беренсенән, яңы әҫәрҙәрем­дең әҙен генә алһаң да ике сәғәтлек программаға һыймай. Бынан тыш, төрлө жанрҙағы, йүнәлештәге музыканы бута­маҫҡа булдыҡ.
Шуға ла 2 февралдә үтәсәк концерт “Урал легендалары” тип атала. Ул этник музыкаға арнала. Программала киң билдәле башҡорт йырҙары һәм минең эшкәртеүҙәге бейеү композициялары яңғырар. Шулай уҡ тыуған ер, башҡорт иленең батырҙары, спектаклдәргә яҙылған көйҙәрҙе ишетергә мөмкин. Концертта билдәле ижади коллективтар — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, “Ми­раҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры, “Йатаған” этно-төркөмө, шулай уҡ солистар Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡара­булатов, Рәйес Низаметдинов һәм “Ирәмәл” төр­көмө, Диана Ишниязова, Марсель Ҡотоев, Тимур Рамазанов, Илсур Тайсин, Гөлнур Ҡарабулатова, Диләрә Иҙелбаева, Зилиә Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет кеүек ижадташ дуҫтарым, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары сығыш яһаясаҡ.
3 февралдә иһә “Урал аҫыл­таштары” тип аталған тамашаны тәҡдим итмәксебеҙ. Концертта Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Бай­егет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, Айгиз Ханов, Вадим Зәкиев, Диана Ишниязова, Гөлнур Ҡарабулатова, Диләрә Иҙелбаева кеүек танылған сәхнә оҫталары ҡатнашасаҡ, шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, “Нур” театры, Ҡурсаҡ театры, “Башҡор­т­остан” дәүләт концерт залы коллективтары сараны йәмләйәсәк.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576