Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә
“Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә “Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә Уларҙы беҙ үткән төрлө милли сараларҙа ла, Интернет селтәрендәге социаль селтәрҙә лә башҡорт байрамдарын ойоштороу­сы булараҡ бик йыш күрә башланыҡ. Һүҙем бына инде өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге тураһында.
Яңыраҡ унда “Быуаттарҙы быуаттарға ялғар ептәр” тип аталған халыҡ-ара форум уҙҙы. Үҙәк баҫмалар, был сара 2018 йылда иғлан ителәсәк Милләттәр берҙәмлеге йылы алдынан ойошторолдо, ошо рәүешле Рәсәй халыҡтары үҙенсәлеген һаҡлап, берҙәм тормош алып барыуын күрһәтә, тип яҙҙы. Бына ошо байрамдың уртаһында ҡайнаны “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге төркөмө. Мәҙәни мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн бөгөн нимәләр эшләргә тейешбеҙ, тигән һорау ҡуйған сарала Башҡортостан, Удмурт, Мордва, Татарстан республикалары, Болгария вәкилдәре халыҡ үҙенсәлеге, милли фольклор өлгөләре менән таныштырҙы. Ошо байрамдың йәме булған “Аҡ тирмә”ләр менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ Мәскәүҙәге сәфәр барышында уҡ күрешеп сыҡҡайныҡ. Аралашыуҙы Интернет селтәре аша дауам итеп, гәзит уҡыусыларға милли-мәҙәни үҙәк етәксеһе Гөлсинә БАТЫРШИНА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Гөлсинә, матур эштәр алып бара­һығыҙ Мәскәүҙә. Ә шулай ҙа Баш­ҡор­т­ос­тан халҡы һеҙҙең хаҡта бигүк белеп бөтмәй. Таныштырып үт әле “Аҡ тирмә” менән.
– Беҙҙең фольклор коллективында баш- ҡорт халҡы­ның милли мираҫына, асы­лы­на тоғро ҡалған, сы­ғыштары ме­нән Баш­ҡор­­тостандан ғына түгел, ә Рә­сәйҙең баш-­ ҡа төбәк вә­килдәре лә туп­ланған. Шу­ны­һы көн кеүек асыҡ: беҙҙең һәр беребеҙ баш­ҡорт халҡының тарихына, рухи ми­раҫына, киләсәгенә битараф түгел.
– Әйҙә, һәр бер ағзағыҙ менән айырым танышып үтәйек. Миңә ҡалһа, улар быға лайыҡ.
– Эйе, рәхмәт! Мин дә шулай тип уйлайым, сөнки беҙҙең эшмәкәрлеккә килеп ҡушылған, даими хеҙмәттәшлек иткән төр­көмдөң һәр вәкиле – энтузиаст. Бер кем­дән дә ярҙам көтөп ултырмайбыҙ, то­табыҙ ҙа үҙебеҙ йырҙар өйрәнәбеҙ, бейеүҙәр ҡуябыҙ, милли кейемдәр табабыҙ. Әлбиттә, үтенес менән мөрәжәғәт иткәнебеҙ булды, әммә ярҙам итеү-итмәүҙәренә ҡарап тормайбыҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Үҙем сығышым менән Стәрлебаш райо­нынанмын. 2014 йылда ошо төркөмдө ойоштороп, йыр-моңға маһир милләт­тәштәремде туплауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Ҡурайсы, йырсы, бейеүсе егетебеҙ Ринат Хәбиров Мәсетле төбәгенән. Уны тамашасылар бик ярата. Хәйер, беҙҙең сығыштар Мәскәүҙә популяр булып китте, даими рәүештә милли байрамдарға ғына түгел, төрлө күргәҙмә сараларына ла саҡырып торалар. Райондашым Зөлфиә Хәсәнова бейеүҙәрҙе оҫта башҡара, шиғыр һөйләргә әүәҫ. Сығышы менән Хәйбулла районынан Лилиә Рәхмәтоваға еткән таҡмаҡсы бармы икән?! Бик маһир ул был халыҡ ижады төрө буйынса. Белорет төбәге ҡыҙы Әлфиә Килдейәрова матур йырҙары, Салауат районы ҡыҙы Фәймә Мусина ҡумыҙ моңдары менән биҙәй сығышыбыҙҙы. Зөһрә Вәлиева (Салауат районы), Гөлшат Вәлиева (Өфө ҡалаһы), Фәниә Абдуллина (Ырымбур өлкәһе), Лилиә Юрасова (Белорет ҡалаһы), Венера Мәғәсүмова (Татарстан) бер төркөм булып, сығыш яһайбыҙ. Лилиә баянда ла уйнай, төрлө милләт йырҙарын башҡара, оҫта алып барыусы ла. Андрей Смирнов тигән егетебеҙҙе үҙең күрҙең инде.
– Беҙҙе Алдар Иҫәкәевтең батыр­лы­ғы менән таныштырған егетте әйтә­һең­ме? Һуң ул бит башҡорт тарихын яҡшы белеүе менән беҙҙе таң ҡалдырҙы!
– Эйе, тап уны әйтәм. Андрей сығышы менән Түбәнге Новгород ҡалаһынан. “Роскосмос”та инженер булып эшләй. Биш йыл элек картография менән ҡыҙыҡһынып китеп, Рәсәйҙең боронғо тарихына, башҡорт донъяһына барып юлыҡҡан. Ул башҡорт халҡының яҙмышына, асылына шул тиклем ғашиҡ, хатта күпселек милләттәштәрҙән дә яҡшыраҡ беләлер әле үткәнебеҙҙе. Бөгөн Андрей, үҙең күрҙең, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, думбырала уйнай, һәр йырҙың тарихын яҡшы белә. Уның кеүек, башҡа милләт вәкилдәренән башҡорт халҡының тарихына, боронғолоғона ғашиҡ булғандар, һирәк булһа ла, осрап тора. Быны баҫым яһап әйтәм, беҙ үҙебеҙ ҙә уҙған дәүеребеҙҙе яҡшы белеп, бөгөн аяғыбыҙҙа ышаныслы баҫып торорға, киләсәккә өмөт менән бағырға тейешбеҙ.
– Мин дә һинең менән килешәм, Гөл­синә. “Быуаттарҙы быуаттарға ялғар ептәр” форумына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Унда ниндәй саралар булды?
– Байрам эсендә “Мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар”, “Мәҙәниәт халыҡтарҙың һәм дәүләттәрҙең үҙ-ара аралашып йәшәүендәге толерантлыҡ хеҙмәтендә: заманса саҡы­рыуҙар һәм хеҙмәттәшлектең яңы сиктәре” дискуссия секциялары эшләне. ”Рәсәйҙең мәҙәни төрлөлөгөн һәм традицияларҙы һаҡлауҙа быуындар бәйләнеше” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үҙе үк ниндәй маҡсаттар ҡуйылыуы хаҡында әйтеп тора. Удмуртиянан һайланған депутат Александр Глухов конференцияла Рәсәйҙең аҙ һанлы һәм төп халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау проблемаһын күтәрҙе. “Рәсәй – Болгария” телекүперендә лә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Йырҙар, бейеүҙәр, милли кәсептәр тураһында фекерҙәр әйтелде.
– “Аҡ тирмә” бынан тыш ниндәй сараларҙа ҡатнашҡаны бар?
– Ринат Хәбиров “Урыҫ тройкаһы” халыҡ-ара конкурсында 2-се урынды яуланы. Төркөмөбөҙ менән Офицерҙар клубында сығыш яһап, яҡташ хәрбиҙәрҙе тәбрик­ләнек. Улар беҙгә ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итеп тора. “Мәскәү халыҡтары” проекты сиктәрендә “Киске Мәскәү” телеканалында йыр-моңдарыбыҙҙы тәҡдим иттек. “Ике телдә йырлайбыҙ” халыҡ-ара фести­валендә, Милләттәр йортонда яҡташтар йыйылышында ҡатнаштыҡ. З. Иҫәнғоловтың “Мөхәббәтем минең. Тормошом минең” тип аталған урыҫ телендә сыҡҡан китабының исем туйы матур рухи байрамға әүерелде. Милләттәшебеҙ, яҡташыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Башҡортостан яҙыусыһы Рәсих Ханна­новтың 85 йәшлек юбилейына арналған концерт та “Аҡ тирмә”һеҙ үтмәне. Метрола ойошторолған “Башҡортостан” тип аталған күргәҙмәлә лә сығыш яһап, милләтебеҙ йөҙөн күрһәттек. Былар барыһы ла – былтыр ойошторолған саралар.
Уҙған йыл аҙағында ғына Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкил­легендә “Народы и культуры” серияһында баҫылған “Башкиры” тип аталған китаптың исем туйы үтте. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, был серия 1950 йылдарҙа барлыҡҡа килгән һәм башта “Народы СССР” исеме менән сыҡҡан. Рәсәй Федерацияһы барлыҡҡа килгәс, ул алда әйтелгән исем аҫтында донъя күрә башлаған. Һуңғы йылдарҙа 26 том донъя күреп, аҙаҡҡы туғыҙы төрки халыҡтарға арналған. Бына ошо китаптың исем туйы тантанаһында беҙ йәнә миллә­тебеҙҙең йөҙө, бөгөнгөһө булып, йыр-моңдарыбыҙ менән таныштырып торҙоҡ. Башҡорт халҡының мәҙәниәте кейемдә­ребеҙҙә лә, үҙ-үҙебеҙҙе тотошобоҙҙа ла сағылғандыр, тип уйлайым. Тотош милләт исеменән Рәсәйҙең баш ҡалаһында сығыш яһайһың икән, был беҙҙең һәр беребеҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Иң тәүҙә республиканан килгән профессиональ артистар менән бергә 2014 йылда “Мәскәү һабантуйы”нда ҡатнашыу насип булды. Бөгөн беҙҙең коллектив – “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклоры фестивале, “Вентспилский венок” халыҡ-ара фольклор байрамы (Латвия) лауреаты, “Битва хоров” Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы. Яйлап тәжрибә лә тупланды, ышаныс артты, уңыштар дәрт өҫтәне.
– Гөлсинә, һеҙҙең төркөмдөң эшмә­кәр­леге, белеүемсә, мәҙәниәт менән генә сикләнмәй? 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәренән йөрөп ҡайт­ҡан сәфәрегеҙ хаҡында ла һөйлә­һәң ине.
– Эйе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең ижади аралашыуҙары мәҙәниәт менән генә бәйләнмәгән. Мәҫәлән, беҙ былтыр, “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тигән девизға тоғро ҡалып, Липецк өлкәһенә юлландыҡ. Беләһегеҙме, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, юғалған һалдат­тарҙың бөгөн дә аныҡ ҡына иҫәбе юҡ бит. Был – бик аяныслы күренеш. Эҙәрмәндәр бөгөн дә билдәһеҙ батырҙар исемлеген тергеҙеү эшен алып бара. Бер миҫал килтерәм: Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Липецк өлкәһенең Беренсе Тербуны ауылында йәшәгән Замир Вахитов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәләк булған яугирҙәренең исемлеген бына инде әллә нисәмә йыл дауамында тергеҙә. Беҙ ҡайтып киткәс, архивтағы исемлектәр менән обелисктағыларҙы сағыштырып сыҡты, һәм 197 яугирҙең исем-шәрифе һәйкәлдә теркәлмәүе асыҡланды.
“Аҡ тирмә”нең ун ике ағзаһын Тербуны районы сигендә үк район хакимиәте башлығы Андрей Астафьев, Икенсе Тербуны ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Вера Болгова һәм алда әйтеп үткән Замир ағай Вахитов ҡаршы алды. Уларҙа Бөйөк Ватан һуғышына арналған ҙур музей булды­рылған, башта шунда сәйәхәт ҡылдыҡ.
Озерки ауылында реконструкция эшләнгән. Бында 1942 йылдың йәйендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бер туҡтауһыҙ барған дошман һөжүмен өс ай дауамында батырҙарса кире ҡаҡҡан. Беҙгә, тыныс тормошта йәшәгән кешеләргә, быны аңлауы ла ауыр, әммә ватансылыҡ, йәштәрҙе, балаларҙы Тыуған илгә һөйөү тойғоһонда тәрбиәләү хаҡында һөйләгәндә мин уҡытыусыларға, уҡыу йорттары етәксе­лә­ренә тәрбиәлә­неүселәрен ошондай тарихи урындарға алып барырға кәңәш итер инем. Бында әле булһа яугирҙәрҙең рухы һаҡлана, һуғыш тыны йәшәй кеүек. Тетрәндергес минуттар кисерҙем мин ошо ерҙә йөрөгәндә.
– Унда ла башҡорт яугирҙәрен хәтерләгәндәр барҙыр бит?
– Әлбиттә. Бигерәк тә Тербуны халҡы беҙҙе таң ҡалдырҙы. Был осрашыуҙарҙы мин тыныс ҡына хәтерләй ҙә алмайым. Улар башҡорт яугирҙәре тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай, башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһына. Әлбиттә, уларҙың шундай тетрәндергес мөнәсәбәтенән беҙҙең күңелдәр тулды. Икенсе Тербуны ауылы мәктәбе музейында ла бай мәғлүмәт тупланған. Директоры Александр Понарьин, музей етәксеһе Наталья Болгова һәр экспонат менән ентекләп таныштырҙы, һәр документ тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
Үҙҙәренең, ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең хәтирәләре менән уртаҡ­лашҡандар ҙа байтаҡ булды. “Һалдаттарҙы ауылда урынлаштырғас, беҙ ҡатышып йәшәп киттек, башҡорт яугирҙәре тиҙ арала үҙ кешегә, хатта туғандарыбыҙға әйләнде” тигән һүҙҙәрҙе һин тыныс ҡына тыңлай алыр инеңме? Мин – юҡ! 89 йәшлек Любовь Гулевскаяға 1942 йылда 15 йәш булған. Үҫмер ҡыҙ ошо йәйҙе ап-асыҡ хәтерләй.
Любовь Ивановна: “Башҡорт яугирҙәре үтә әҙәпле, тәртипле ине. Көслө рухлы булыуҙары һуғыштағы батырлыҡтарында ла сағыла. Атакаға барыр алдынан күптәре ошо яу улар өсөн һуңғыһы икәнен аңлаһа ла, нисектер ил өсөн йәндәрен аямай көрә­шергә әҙер тороуҙарын күрһәтә ине. Ә бер егет гелән үҙ алдына йырланы ла йөрөнө. Ул үҙе ижад иткәндәрҙе башҡара ине, күңеле тулы моң булғандыр инде”, – тине.
Ауылдашы Вера Болгова аша Василий Лыков исемле уҙаман беҙгә баһалап бөткөһөҙ бүләк эшләне: һуғыш ваҡытында улар ҡараған яралы яугирҙең каскаһын тапшырҙы. Улар уны Николай тип йөрөткән, ысын исеме бер кемдең дә хәтерендә ҡалмаған.
– Башҡортостан Республикаһының Ту­лы хоҡуҡлы вәкиллегендә стендтар­ҙа торған ҡомартҡылар шулармы ни ул?
– Эйе, тап шулар. Артабан беҙгә Липецк өлкәһендә Озерки мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашыу ойошторҙолар. Ышанаһы­ғыҙмы, залда алма төшөрлөк тә урын юҡ, халыҡ менән шығырым тулы ине. Улар алдында ҙур концерт ҡуйҙыҡ. Йырсы­ларыбыҙ А. Килдейәрова, В. Мәғәсүмова, А. Смирнов, Р. Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙы ике телдә башҡарғанда, тамаша­сылар күҙ йәшен йәшермәне. Ниндәйҙер тәрән рухи бәйләнеш урынлашты беҙҙең арала. Алҡыштарҙан мәҙәниәт йорто һелкенеп торҙо, тиергә лә була, ә рәхмәт һүҙҙәрен һәр беребеҙгә айырым да, бергә лә, илап та, көлөп тә, ҡосаҡлап та әйттеләр.
Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы митингта халыҡ бик күп йыйылды, “Үлемһеҙ полк” алдан барҙы. Мәскәү башҡорттары исеменән Вадим Әбсәләмов сығыш яһаны. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугир­ҙәренең исемен тергеҙеү менән шөғөлләнгән Вадим, урындағы һәр кешегә айырым рәхмәт әйтеп, Тербуны районында барған яуҙарҙа ҡаты яраланған һәм күрше Долгорукий районының Большой Колодезь ауылындағы госпиталдә йән биреп, шундағы туғандаш ҡәберҙә ерләнгән һалдаттарҙың исемлеген дә тулыһынса уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ был батырҙарҙың исемен һәйкәлдә мәңгеләштереү кәрәклеге хаҡында ла әйтеп үтте.
Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың туғандарына шуны әйтер инек: бөйөк дивизия, мин быны ҡулымды йөрәгемә ҡуйып әйтәм, 1942 йылда 30 июндән 7 июлгәсә Тербуны районына ҡараған Борки, Апухтин, Малые Борки ауылдары сигендә оборона тотҡан. Һуңынан улар Ҡыҙыл Армияның башҡа частарына күсерелә, йәғни икенсе рубежға – Казинка, Икенсе Тербуны, Бурдин яғына китә. 1942 йылда тәүге рубеж Курск өлкәһенең Тербуны районында булһа, икенсеһе шул уҡ өлкәнең Большеполянский районына ҡарай. 1954 йылда Липецк өлкәһе ойошторолоп, үрҙә аталған ике районды ла бергә ҡушалар: хәҙерге ваҡытта Борки һәм Икенсе Тербуны рубеждары Липецк өлкәһенең Тербуны районында булып сыға.
Беҙ был төбәккә сентябрҙә лә, махсус эҙләнеүҙәр, хәтирәләр яҙып алыу маҡсаты менән, эштәребеҙҙән ял һорап, башҡорт балы, сәй, яулыҡ һымаҡ бүләктәр алып биш көнгә сығып киттек. Беҙҙе Замир Ва­хи­тов “Батырлыҡ алдында баш эйәбеҙ” тигән китабының беренсе бүлеген тотоп ҡаршы алды. Май айындағы сәфәребеҙҙән быныһы ла әллә ни айырылманы, сөнки шул уҡ алсаҡ, бөтә йөрәге менән батырҙар данын һаҡлаған халыҡ, етәкселәр ҡаршы алды. Тербуны районы хакимиәте башлығы Сергей Барабан­щиковҡа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған тағы ла 197 яугирҙең исемен мәңгеләштереү тураһында әйттек, ул ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе. Урынбаҫары Андрей Астафьевтың олатаһы, ауыл мәктәбе директоры, ҡаһармандарҙың исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнгән, шуға күрә ейәне уның эшен дауам итеүҙе шәхси бурысы тип һанай. Был төбәктә ысын мәғәнәһендә батырҙар рухына тоғро кешеләр йәшәй. Таһир Кусимовтың полкы торған урынға ла экскурсия ойошторҙолар. Бының өсөн Борки ауылы хакимиәте башлығы Василий Жинкинға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Раиса Кондрашова 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында китапханала бай мәғлүмәт туплаған – нисек итеп уны маҡтамайһың инде?! Беҙҙең батыр­ҙарыбыҙ менән тотош ил ғорурлана! Башҡорт һалдаттары тураһында Александр Борисов йылы хәтирәләре менән уртаҡ­лашты. Бурдино ауылынан 89 йәшлек Татьяна Ульшина капитан Вәлиев ҡушыуы буйынса фронт һыҙығы аша мәғлүмәттәр тапшырыу операцияһында ҡатнашыуы, ундағы башҡорт һалдаттары тураһында мауыҡ­тырғыс бәйән итте.
1943 йылғы Алексей Федорович Белоколодских менән айырым тарих килеп сыҡты. Уның атаһы – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, башҡорт, тик исем-шәрифен генә белмәй. Федор – уны ҡарап үҫтергән атаһы, әсәһенең исеме – Марфа Ивановна Белоколодских. Кем белә, бәлки, уны фото аша туғандарына оҡшатып таныусылар булыр. Күктәрҙең ҡөҙрәте киң!
– Һәйкәлдәр менән мәңгеләш­терел­гән, музейҙарҙа, йөрәктәрҙә һаҡлана инде беҙҙең ата-бабаларыбыҙ – ҡаһар­ман яугирҙәр хаҡында мәғлүмәт?
– Юҡ, тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиғаға тап булдыҡ: Икенсе Тербуны ауылында бер урам “Башҡорт атлылары” исемен йө­рөтә. Эҙәрмән Анатолий Дмитриевич әсә­һенең үтенесе буйынса ғүмер буйы башҡорт командирының гимнастеркаһын ҡәҙерләп һаҡлаған. Бына был да бит иҫ киткес ҙур ҡомартҡы! Оло йәштәге Марина Мишина, Антонина Полухина, Анастасия Володина, Любовь Гулевская шулай уҡ ғүмер буйы йөрәктәрендә һаҡлап йөрөткән хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ҙур рәхмәт уларға.
Беҙ бар мәғлүмәтте туплап, Мәскәүҙәге вәкиллектәге экспонаттар араһына һалдыҡ. Липецк өлкәһенә сәфәребеҙҙе ойошторорға ярҙам иткән Башҡортостан Республикаһы­ның Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән А. Шәйну­ровҡа, бүлек начальнигы А. Ғәфүровҡа, са­ҡы­рып, көтөп торған Замир Вахитовҡа рәхмәт. Тик бының менән генә эш бөтмәй бит әле. Йыл да килер Еңеү байрамдары, йыл да атһын тыныс таңыбыҙ! Ә беҙ батыр яугирҙәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Бәлки, республиканан сыҡҡан депутаттар, шәхси эш­ҡыуарҙар башҡорт атлыларының исемен мәңгеләштереп, һәйкәл астырыуға булыш­лыҡ итер?
– “Аҡ тирмә”нең бөгөн хәле нисек?
– Милли-мәҙәни үҙәк ҙур сара ойоштороп, үҙенең бөтә дуҫтарын йыйырға уйлайбыҙ. Унда Башҡортостандан да вәкилдәр булыр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашыр тип теләйбеҙ. Мәскәүҙә “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килгән көндө билдәләйәсәкбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576