Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙон көйҙә — милләт яҙмышы
Оҙон көйҙә — милләт яҙмышы Туймазыла башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсын үткәреү матур йолаға әүерелде. Ошо күркәм йыр бәйгеһе башҡорт халҡының бай тарихы, күңел сафлығы сағылған оҙон көй сәнғәтен артабан үҫтереү, рухи ынйыларыбыҙҙы барлау, халыҡ таланттарын эҙләү, йыр фольклоры традицияларын киләсәк быуынға еткереү маҡсатын ҡуя.
Быйыл конкурс күңелендә халыҡ моңона оло һөйөү һәм ихтирам йөрөткән, оҙон көйҙәрҙе үҙ иткән төрлө йәштәге йыраусыларҙы үҙенә туғыҙынсы тапҡыр йыйҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, бәрәкәтле Туймазы ерендә үткәрелгән моң байрамы хәҙер йылдан-йыл киңерәк танылыу ала бара. Быйылғы бәйгелә Башҡортостандың 21 ҡала һәм районынан, шулай уҡ күрше Татарстандан, Силәбе һәм Һарытау өлкәләренән, Санкт-Петербургтан, беҙҙе ныҡлы ҡәрҙәшлек ептәре бәйләгән Ҡаҙағстандан килгән 70-кә яҡын йырсы ҡатнашты.
Өс көн буйы Туймазылағы мәҙәниәт йорттары сәхнәһенән илаһи моң ағылды. Йырсыларҙың башҡарыу оҫталығын, үҙенсәлекле тауышын Нажиә Аллаярова, Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеров кеүек йыр белгестәре баһаланы.
Конкурс барышында жюри рәйесе, заманында башҡорт опера сәнғәте йондоҙо булып танылған Нажиә Аллаярова менән яҡындан аралашыу форсаты тейҙе.
— Шул ҡыуандыра, быйылғы бәйгелә сәнғәтебеҙҙә күркәм традицияларҙың юғалмауын, халыҡ күңеленән ағылған йыр-моң шишмәһенең һис кенә лә һайыҡмауын яҡшы тойҙоҡ, — тине ул. — Матур тауышлы йырсылар күп килгән. Улар халҡыбыҙҙың гүзәл хазиналарының береһе булған оҙон көйҙәрҙе бөтә күңеле аша башҡара. Балаларҙың сығыштары иҫ китмәле булды. Улар бит бер-ике генә түгел, дүртәр йыр өйрәнеп килгән. Ололар араһында ла күптәр моңло тауыштары менән илһамландырҙы. Бына Туймазынан 72 йәшлек Мөҙәрис Мөхтәсипов үҙе бер һоҡланғыс талант эйәһе. Күңеленән шундай моң урғыла, халыҡ көйҙәрен юғары оҫталыҡ менән башҡара.
Һарытау өлкәһенең Пугачев ра­йонындағы Бәғнәш ауылынан килгән 81 йәшлек Ғәбдерәүеф Бишев һәүәҫ­кәр башҡарыусылар араһында иң өлкәне ине. Ул – үҙ төбәгендә башҡорт йыр фольклоры традицияларына тоғро ҡалған үҙешмәкәрҙәрҙең береһе.
– Һарытау башҡорттары ла үҙ моңон һаҡлап килә, – тине аҡһаҡал. – Мин үҙем ете йәшемдән йырлай башлағанмын. Башҡорт илендәге йыр бәйгеләрендә өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Бындай ихлас осрашыуҙар, йыр-моң оҫталары менән яҡындан аралашыу олоғайған көнөмдә лә ижади көс һәм илһам бирә.
Конкурсты йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев төрлө төбәктәрҙән килгән һәүәҫкәр башҡарыусыларҙы, йыр сәнғәте оҫталарын, залдағы тамашасыларҙы йылы тәбрикләне. Ул йыр-моң байрамында ҡатнашыусыларға республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
– Милли йыр һәм музыка сәнғәтен үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа был бәйгенең әһәмиәте ҙур, – тине ул. – Йылдан-йыл конкурстың географияһы ла киңәйә бара, унда ҡатнашыусыларҙың да кимәле күтәрелә. Был бик тә мөһим, сөнки һөнәри сәнғәтебеҙҙе туйындырған илһам шишмәләре нәҡ халыҡ ижадынан юл ала.
Гала-концертта бәйге лауреаттары, шулай уҡ танылған йыр оҫталары башҡарыуында башҡорт моңдары яңғыраны. Туймазы тамашасыларына был юлы халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың ҡабатланмаҫ тауышы менән яңынан һоҡланыу бәхете тейҙе. Ул халҡыбыҙҙың аҫыл йыр хазиналарын йөрәктәрҙе тетрәндерерлек итеп башҡарҙы.
Бына сәхнә түренә бәйгелә еңеүселәр саҡырылды. Балалар төркөмөндә Илештән Айбулат Ғиләжетдинов, Учалынан Ләйсән Золотарева, Туймазынан Регина Ғилфанова, Морат Заһиров һәм Азалиә Ғиззәтуллина лауреат булып танылды. Беренсе дәрәжәле диплом иһә Туймазы музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, моңло тауышы менән жюри ағзаларын әсир иткән Валерия Назароваға тапшырылды.
16 – 60 йәштәгеләр араһында Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Рәмилә Йосопова, Борайҙан Эрнест Арыҫланов, Ейәнсуранан Әлфиә Мырҙабаева, Баймаҡтан Тимур Рамаҙанов, Өфө ҡалаһынан Гөлгөнә Рыҫҡолова, Ғафуриҙан Рәмил Ҡотдосов билдәләнде. Ә 60 йәштән өлкәнерәк йырсылар араһынан лауреат исемен Туймазынан Гөлшат Фаршатова, Һарытау өлкәһенән Ғәбдерәүеф Бишев, Белорет районынан Заһир Муллағәләмов, Йәрмәкәйҙән Әбүзәр Мөхәмәтйәнов, Өфө районынан Факиһа Ишҡыуатова, Туймазынан Мөҙәрис Мөхтәсипов алды.
Ә Гран-при хаҡлы рәүештә Өфөнән Юнир Һағынбаевҡа бирелде. Меңәрләгән тамашасылар уны Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән күп яҡлы талант эйәһе тип белә. Әлеге көндә Юнир – Өфөләге данлыҡлы “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең солист-музыканты.
— Ҡурайҙа уйнау оҫталығы миңә халыҡ йырҙарын башҡарғанда ла ныҡ ярҙам итә, – тине ул. – Шуға “Мираҫ” фольклор ансамблендә эшләүе миңә бик тә оҡшай. Туймазылағы “Оҙон көй” бәйгеһендә бер нисә йыл рәттән ҡатнаштым. Ниһайәт, бы­йыл ул миңә ҙур еңеү килтерҙе. Йыр-моң байрамынан күңелебеҙҙе, рухыбыҙҙы байытып ҡайтабыҙ. Мине тағы был конкурста йәш башҡарыусыларҙың матур тауыш менән халыҡ көйҙәрен яңғыратыуҙары һөйөндөрҙө. Тимәк, беҙҙең йыр фольклоры традициялары быуындан быуынға бирелеп килә. Шуға ла беҙҙең боронғо башҡорт йырҙары йәшәһен, Туймазы ерендәге “Оҙон көй” бәйгеһе лә оҙон ғүмерле булһын, тип әйтке килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574