Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл һыуын һыулап, Ҡырҡты тауын буйлап
Ҡыҙыл һыуын һыулап, Ҡырҡты тауын буйлап Әбйәлилде күргән һәр кем уның матурлығына хайран ҡалалыр. Әммә был төбәктең иң сағыу биҙәге — дәртле һәм ихлас халҡы. Талантлы кешеләр йәшәй Әбйәлилдә: уларҙың рухы тауҙарҙан бейек, ә күңел киңлегенең иге-сиге юҡ. Шулай булмаһа, республикала барған “Әҙәби нағыш” марафонын шул тиклем юғарылыҡта үткәрерҙәр инеме ни?!


Ҡыҙыл һыуын һыулап, Ҡырҡты тауын буйлапОшо ерҙә тыуып үҫкән талантлы шағирәләрҙең береһе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева етәкләгән делега­цияға әҙәбиәтебеҙҙең сағыу йондоҙ­ҙары – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова, яратҡан шағирәбеҙ Таң­һы­лыу Ҡарамышева, “Аҡбуҙат” журна­лының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт сек­ция­һы етәксеһе Тамара Искәндәриә, драматург һәм композитор Зөһрә Фәйзуллина — ингәйне. Шағирәләргә юлдаш булып Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанованың да килеүе сараға йәм һәм мәртәбә өҫтәне.
Әбйәлил районында Башҡортостан Яҙыусылар союзының биш ағзаһы йәшәй. Улар – Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәт­ҡужина, Иҙрис Ноғоманов һәм Зөл­фирә Ҡарағужина. Шулай уҡ бында оҙаҡ йылдар “Йәйғор” әҙәби берек­мәһе эшләп килә, һуңғы йылдарҙа Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарында һәм Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе ҡәләм тирбәтеүселәрҙе бергә туплаған “Ҡу­ңыр буға” ойошмаһы ла барлыҡҡа килгән. Күренеүенсә, төбәктә ижад утында дөрләп янғандар бихисап. Төрлө әҙәби конкурстар лауреаттары, бер нисә китап авторҙары Фәнүзә Биктимерова, Мәҙинә Йәғәфәрова, Зөһрә Кашапова, Айһылыу Хәсәнова, Хәҙис Ниғмәтуллин кеүектәрҙең исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
“Әҙәби нағыш” марафонында ҡат­нашыусыларҙы район сигендә икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Байым ауылындағы “Күбәләк биҙәктә­ре” фольклор ансамбле ағзаларының таҡмаҡтары, кейеҙ менән бейеүҙәре юлда бер аҙ талсығып килгән арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға дәрт өҫтәне, күңелдәрен күтәрҙе. Артабан ҡунаҡтар район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйлә Солтанова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лавренова, район­дың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Линиза Сәғәҙиева һәм Ташбулат ауыл Советы хакимиәте башлығы Салауат Нафиҡов оҙатыуында Күсем ауылына юлланды. Унда яҙыусы­ларҙы кырандаслы арбаларға ултыртып алдылар ҙа Күсем урамы буйлап йөрөттөләр. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөл­фи­рә Ҡарағужина әҙерләгән матур әҙәби композицияны ҡарағандан һуң, ҡунаҡ­тар Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың йорт-музейында булды. Әйткәндәй, халҡыбыҙҙың ҡаһарман улының исемен мәңгеләш­тереү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, күркәм ижади йолаларҙы арттырыу маҡсатында Таһир Кусимов исемендәге призға төбәк-ара конкурс иғлан итеү инициативаһы менән район хакимиәте етәкселегенә тап күсемдәр мөрәжәғәт иткән.
Йәмле Яҡтыкүлдең, мәғрур Ҡырҡты тауының хозурлығын күреп һоҡланды әҙибәләр. Улар тау саңғыһы үҙәге урын­лашҡан түбәгә күтәрелеп, бар ти­рә-яҡтың матурлығын тамаша ҡылды.
Район хакимиәте башлығы Рим Сың­ғыҙов, Өфө ҡунаҡтарын үҙ бүл­мәһендә ҡабул итеп, төбәктең бөгөнгө тормошо менән таныштырҙы, Әҙәбиәт йылын әбйәлилдәрҙең дәррәү күтәреп алыуы хаҡында һөйләне.
Артабан яҙыусылар Асҡарҙың үҙәк китапханаһына юл алды. Район үҙәк­ләштерелгән китапханалар системаһы директоры Илүзә Шәйәхмәтова етәк­селегендәге хеҙмәткәрҙәр районда ты­уып үҫкән яҡташ яҙыусыларҙың ижа­дын һәм ошонда йәшәп ижад итеү­се ҡәләмдәштәренең китаптарынан бай күргәҙмә әҙерләгән, Әбйәлилдең әҙәби картаһын төҙөгән. Әлмөхәмәт тулы булмаған урта мәктәбенең йәш сәсәндәре сығышы һүҙ көсөнөң баһа­һын, районда сәсәнлек мәктәбенең уңышлы эшләүен күрһәтте.
“Әҙәби нағыш”тың төп талаптарына ярашлы ҡулъяҙмалар тикшереү – ҡә­ләм тирбәтеүселәр өсөн сараның иң тулҡынландырғыс мәлелер. Йәш ижад­сыларға баш ҡаланан килгән яҙыу­сыларҙан һүҙ ишетеү, уларҙың фекерҙәрен тыңлау, кәңәштәрен алыу йыш тәтемәй. Был юлы дүрт ижад­сының – Земфира Әбүшаһманова, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Лилиә Солтанова һәм Динара Ғәлләмованың — ҡулъяҙмаларына баһа бирелде.
Әбйәлилдәр күберәген йәштәрҙең, дөрөҫөрәге, уҡыусыларҙың ижадын тәҡдим иткән. Уларға өмөт юҡ түгел. Лилиә Солтанованың шиғырҙарында, мәҫәлән, үҙенә генә хас табыштар бар. Ҡыҙыҡай оҫта һүрәтләү һәләтенә эйә, ритм, рифма хаҡында ла бик яҡшы бе­лә, сағыштырыуҙарҙы оҫта ҡуллана. Әйт­кәндәй, Лилиә – “Йәншишмә” гә­зитенең һәм “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә. Динара Ғәл­лә­мованың шиғырҙары әсәй, бесәй, көҙ, яҙ, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу тураһында. Ә бына ХI класты тамамлаған Нәркәс Ҡәйепҡолова ололарса фекер йөрө­төүе, фәлсәфәүи уйланыуҙары менән хайран итте.
Шуныһы һөйөнөслө: ҡулъяҙ­ма­лар­ҙы тикшереүҙә районда йәшәп ижад итеүселәр, шул иҫәптән Яҙыусылар со­юзы ағзалары ла бик әүҙем ҡат­наш­ты. “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы етәк­сеһе Мәүлит Ямалетдинов уҡыусы ҡыҙ­ҙарҙың һәр береһенең ижадына баһа бирҙе, үҙҙәрендәге берекмәнең эше, маҡсаттары менән таныштырып үтте.
– Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, әлеге ҡыҙҙар әүҙем яҙыша, уларҙың шиғырҙарын республика матбуғатына тәҡдим итергә кәрәк, – тине ул үҙ сығышында.
Олпат шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа ла йәштәргә кәңәштәрен бирҙе, республикала үткән “Әҙәби нағыш” марафоны яңы таланттар табыуға, яңы исемдәр асыуға үҙ өлөшөн индерер, тине.
Ҡунаҡтар Салауат Юлаев һәйкә­ленә сәскә һалғандан һуң район мә­ҙәниәт йортона юл алды. Ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, яҙыу­сы­ларҙы тулы зал ҡаршы алды. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, сараны асып, ҡунаҡтарға, ҡат­на­шыу­сыларға рәхмәт белдерҙе. Йылъяҙма-китапты Әбйәлил районына тапшырыу өсөн Белорет районы мәҙәниәт ида­ралығы директоры урынбаҫары Татьяна Габова, үҙәкләштерелгән китап­ханалар селтәре директоры Рәшит Мөхәмәҙиев, Межгорье ҡалаһы китапханаһы мөдире Тамара Горькова, шағирҙар Александр Тутиков, Мансур Һиҙиәтов килгәйне.
Йыр-моң менән үрелеп барған ки­сәнең иң тулҡынландырғыс мәле “Йәй­ғор” әҙәби берекмәһе ағза­ларының ра­йондағы уҡыусылар араһында уҙғарылған “Минең беренсе китабым” конкурсында еңеүселәрҙең “Йыр­ҙа­рыбыҙ һиңә, Әбйәлил!” тигән йы­йын­тығын йәш ижадсыларға тантаналы рәүештә тапшырыуы булғандыр. Апай-ағайҙарының ышанысы йәш ҡа­наттарҙың нығыуына булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ, моғайын. Шулай уҡ кисәлә әбйәлилдәргә Мәүлит Ямалетдинов “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы ағза­ларының ижад емештәрен туплаған йыйынтыҡты бүләк итте, үҙенсәлекле шағир Хәҙис Ниғмәтуллин да “мейестән әле генә сыҡҡан” китабын ҡулына алып ҡыуанды.
Шағирә Гөлназ Ҡотоева яҡташ­та­рына әҙәби марафонды юғары кимәл­дә үткәргәндәре өсөн оло рәхмәт белдерһә, яҙыусы Таңсулпан Ға­ри­пова башҡорт халыҡ йыры “Түрәкәй”ҙе йырлап ишеттерҙе. Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йә­ғә­фәрова, Гөлшат Әх­мәтҡужина, Иҙрис Ноғо­мановтарҙың сығышы ла көслө алҡыштарға кү­мелде.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576