Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәүҙәр байрам итте
Мәскәүҙәр байрам итте
Илдең баш ҡалаһындағы “Коломенск” музей-ҡурсаулығында һабантуй гөрләп үтте. Был милли байрамды Башҡортостан һәм Татарстан республикалары етәкселеге, Мәскәү Хөкүмәте берлектә ойошторҙо.


Мәскәүҙәр байрам иттеМәскәү был көндә йыр-моңға күмелгәйне. Бигерәк тә халыҡ оҫталарының ҡул эштәре йәрминкәһендә сират ҙур ине. Ә инде таһыл егеттәрҙең ҡатнашлығындағы милли көрәш байрамдың төп тамашаһына әүерелде. Бүләктәре лә ниндәй һуң! Өфөнән килгән батыр Рөстәм Арыҫланов Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов инселәгән өр-яңы “Лада Гранта” автомобиленең асҡысын алып һөйөндө. Мәскәү егете Илдар Билалетдиновҡа иһә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменән “Лада” машинаһы тапшырылды.
Мәскәү һабантуйында беренсе тапҡыр Ҡырымдан килгән ижади коллективтар ҙа сығыш яһаны. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров белдереүенсә, милли байрамда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта.
– Һабантуй – халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыусы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыусы милли байрам, – тип белдерҙе Артур Альберт улы. – Шуға ла мәскәүҙәр араһында ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл Башҡортостандың һәм Татарстандын билдәле сәхнә оҫталары бай концерт программаһы тәҡдим итте. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡып йөрөүсе студенттар ҙа улар менән берлектә сығыш яһаны.
Әйткәндәй, шаулап-гөрләп үткән һабантуйҙа яҡташтарыбыҙҙың – йырсы Нәзифә Ҡадированың, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың, “Каруанһарай”, “Далан” төркөмдәренең – сығышын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576