Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәмәке ташлау сере
Тәмәке ташлау сереӘлимәнең ире Фаруҡ — йыуаш, әммә һаран кеше. Ауылда уны хөрмәт итәләр — ҡулы алтын. Тырым-тырағай таралып ятҡан иҫке-моҫҡо машина-тракторҙарҙы аяҡҡа баҫтырһынмы, колхозға йә кешеләргә һарай, йорт-ҡура һалышһынмы, берәйһенең стена йә ҡул сәғәтен йүнәтһенме — барыһына ла етешә, еренә еткереп эшләп ҡуя. Шуға ла уға ял итергә ҡыҫҡа төн генә бар — көн юҡ. Бойорғанды ла, һорағанды ла башҡара. Үҙенең хужалығын да онотмай. Һырлап-семәрләп төҙөгән йортона инһәң, өҫтәл, карауат, хатта шкафтар ҙа уның ҡулы менән эшләнгән. Фаруҡ оҫталыҡты атаһынан отоп ҡалғайны, хәҙер ике малайы унан өйрәнә. Буй-һыны, төҫ-башы уртаса ғына булһа ла, сибәр ҡатыны Әлимә ире тип үлеп тора. Заманында Фаруҡ шул алтын ҡулдары менән күңелен яуланы ла инде.
Юҡ, артыҡ ҡупайтмайыҡ әле Фаруҡты: ҡулы алтын булһа ла, уның баҡыр, хатта тутыҡҡан тимер кеүек яҡтары ла бар. Эш ҡоралдары менән бергә һәр саҡ төтәп тәмәкеһе ятһа, йыш ҡына өйгә һалмыш ҡайта. Хәйер, ауылда эсмәгән-тартмаған ир-ат бармы ни?! Әммә уныһына әллә ни бәйләнмәй, сөнки Фаруҡ һөйрәлеп эсеп йөрөгән кеше түгел. Самаһын белеп ҡылана. Башҡа берәү уның кеүек оҫта булһа, ул һыйланыуҙарҙан күптән юлдан яҙыр ине. Ә бына тәмәке тартыуы өсәүҙеке хәтле: берәүһе һүнеп, төтөнө таралып өлгөрмәй, икенсеһен башлай. Көнөнә ике ҡап тартып бөтә. Күпме аҡса төтөнгә әйләнә. Әммә үҙенән йәлләмәһә лә, Фаруҡ ғаилә ҡаҙнаһын үҙе төҙөй, һәр тинде иҫәпләп бара.
Бер көн шулай донъя кәрәк-ярағына китер сығымдарҙы хисаплап ултырғанда, Фаруҡтың, ниңә шул тиклем сығым, тип туҡтауһыҙ ирен бәлшәйтеүҙәренә сыҙамай, ҡатыны аҡсаларҙы күтәреп һуҡты ла:
— Мә, шәп булғас, теләһә ни эшлә аҡсаң менән, бынан һуң бөтәһен дә үҙең бүл, үҙең һатып ал, мин ҡыҫылмайым! — тип күрше бүлмәгә атланы. Әммә түҙмәне, яңынан ире янына килеп сыҡты. — Ә һин беләһеңме үҙеңдең бер көндә күпме расход яһағаныңды? — тине ул, Фаруҡҡа текәлеп. Унан, өҫтәлдәге ус аяһындай ғына компьютерҙы алып, иҫәпләй башланы. — Көнөнә биш һумдан һалғанда ғына ла йылына 3 600 һумдан артығыраҡ. Һин бит көнөнә ун һумлыҡ ҡына тартмайһың! Күпме аҡсаны һауаға төтөн итеп осораһың! Бында араҡыға тыҡҡандарҙы иҫәпләһәң, беләһеңме, күпмегә барып баҫа?! Әллә нисә мең!
Фаруҡ аптырабыраҡ баҫып тик торҙо. Берҙән, ул ҡатынын ныҡ ярата, бер ҡасан да уға ҡаты һүҙ әйткәне юҡ, икенсенән, был хаҡта уйлап та ҡарағаны булманы. Баҡһаң, байтаҡ сығым икән шул.
— Д-ә-ә-ә, — тип ҡуйҙы ул, аптырауын һиҙҙереп. Үҙ-үҙенә асыуы ҡабарыуҙан тәмәкеһенә тотонғайны ла, ҡатынының яман ҡарашын күреп, кеҫәһенә кире тығып ҡуйҙы. — Һуң мин аҡса табып торам да, — тип мығырҙаны.
— Бер һүҙем юҡ, табаһың, ҡулың алтын, — тине ҡатыны, тауышын йомшартыбыраҡ, — тик башыңда аҡылың да булырға тейеш бит. Кемгә үрнәк күрһәтәһең һин, егет булып бөткән малайҙарыңамы? Ярай, улар әсәләрен тыңлай, әлегә тартмайҙар. Өйрәнһәләр? Өсәүләп һаулығығыҙҙы, аҡсаны төтөнгә әйләндерерһегеҙме?..
Был һөйләшеүҙән һуң ныҡ ҡына уйланып йөрөһә лә, Фаруҡ туҡтауһыҙ тәмәке һурыуын, рәте сыҡҡанда, төшөрөп ҡайтыуын туҡтата алманы, әлбиттә. Әлимәһе тағы ла бер нисә тапҡыр аҡылға саҡырып ҡараны ла, булмағас, өндәшмәй башланы. Тормоштары, элекке һуҡмағына төшөп, әүәлгесә тәгәрәй бирҙе.
Көҙҙөң бер көнөндә, кисен, малайҙары иптәштәре янына киткәс, Фаруҡ эш хаҡының бер өлөшөн ҡатынына тотторғас, Әлимә аҡса араһынан бер йөҙ һумды һурып алды ла уға ут тоҡандырҙы. Яп-яңы аҡса шундай тиҙ янды, Фаруҡ, иҫенә килә алмай, шаҡ ҡатты ла ҡалды. Бер аҙҙан ғына:
— Нимә эшләнең, Ә-ли-мә?! — тип тотлоға-тотлоға өндәшә алды. — Әл-лә иҫәр-лән-деңме?!
— Юҡ, — тине ҡатыны иҫе лә китмәй, — ирҙәр йылына меңәрләгән һумдарҙы һауаға осороп ләззәт таба, ә ниңә миңә ғүмеремдә бер тапҡыр аҡса яныуын күреп рәхәтләнмәҫкә? Беҙ кемдән кәм?! — Әлимә икенсе йөҙ һумлыҡҡа тотонғайны, Фаруҡ, ялт итеп, уның уң ҡулын көрәктәй ҡулдарына ҡыҫты ла:
— Аҡылыңа кил, Әлимә! — тине. — Ахмаҡлыҡтың да сиге була! Башыңа тай типмәгәндер бит?!
— Юҡ, — тине ҡатыны, аптырамай, хатта бер аҙ йылмайып. — Хәҙер ай һайын шулай эшләйәсәкмен. Бик ҡыҙыҡ күренде әле был. Аҡса шәп яна икән дә ул! Ир-ат тәмәке тартып юҡҡа рәхәтләнмәй икән!..
Ошо ваҡиғанан һуң өс көн ваҡыт уҙманы — Фаруҡ тәмәке тартыуын ташланы ла ҡуйҙы. Ниндәй ҡыйынлыҡтар аша өлгәшкәндер, уныһын үҙе генә белә. Тора-бара эсеүен дә һирәгәйтте. Ярты йыл үтеүгә, бары ҡунаҡта ғына әҙ-мәҙ төшөрөп ултыра башланы.
Хәҙер ҡатыны Әлимә, уның алтын ҡуллы булыуынан бигерәк, тыңлаусан, донъя көтөү өсөн һыҡмырлығына ла һөйөнөп бөтә алмай. Бары ҡатын-ҡыҙ ғына ир-ат ҡылығын үҙгәртеү юлын таба, шуға күндерә ала. Яҡшы ҡатын — ярты ырыҫ, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгән инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575