Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғыр яҙыусыға ҡулланма
Шиғыр яҙыусыға ҡулланмаЭшһеҙлектән күҙегеҙ шартларҙай булып, аптырағандан өйөгөҙҙәге берҙән-бер, уныһы ла өҫтәлдә таба ултыртып йөрөгән шиғыр китабын ҡулығыҙға алдығыҙ, ти. Шул саҡ күҙегеҙ “халҡым өсөн йән атам”, “минең туған телем”, “тыуған ауылым, һине һағындым” тигән шиғыр юлына төштө. Ҡайһылай матур шиғыр! Тос фекер! Туҡта, саҡ ҡына башыңды эшләтһәң, бындай ғына шиғырҙы һин дә әтмәләй аласаҡһың. Ысынлап та, һин кемдән кәм? Берәү ҙә, мал духтыры шағир булырға тейеш түгел, тигән закун сығармаған әле. Бары ҡара тырышлыҡ ҡына кәрәк. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.
Шиғырҙың икенсе, дүртенсе юлындағы бер-береһенә оҡшаш аҙаҡҡы һүҙҙәр бар бит әле, ул рифма тип атала. Шиғыр өсөн иң мөһиме шул. Бик булмаһа, бер иш һүҙҙәр эҙләп баш ҡатырмаһаң да ярай. Гелән генә нух заманынан ҡалған бер ҡалыпҡа сайыр һымаҡ йәбешеп ятырға тимәгән дә. Кем дә булһа ҡыйыулығы, башы, зиһене етеп, яңылыҡҡа юл асырға тейеш. Уныһын шиғриәтте аңламаған томаналарға новаторлыҡ, тиерһең. Ә дуҫтарың “үҙенсәлекле ижадсы” тип ҙурлар.
Шунан шиғыр яҙа башланың, ти. Бының өсөн тема һайлай белеү бик кәрәк. Бөгөнгө заманда ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк – шуны иҫеңдән сығарма! Мәҫәлән, туған тел, милләтем өсөн янам, үләм, ер һатыу, фәхишәлек тигәнерәк темалар. Унан бөтә ижад емеше лә үтә ябай, халыҡҡа аңлашылып торорға тейеш түгел. Шуға ла ни етте кеше яҙа алмай уны. Ҡатмарлы, халыҡ бик ишетмәгән һүҙҙәрҙе ҡулланырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, асман, дастан, абдан, бинзәү, тел-лөғәт… Әгәр ҙә ундай-бындай һүҙҙәр бик башығыҙға килмәй икән, ана, магазиндарҙа һүҙлектәр бөтәһе түгел. Соҡонорға ғына йыбанма. Һеҙҙең шиғырҙы тыңлаған кеше, был бигерәк аҡыллы, беҙҙең төшкә лә инмәгән һүҙҙәрҙе ҡайҙан беләлер, тип шаҡ ҡатһын. Белгең килһә, кеше башы етмәгәнерәк һүҙҙәр философия, тәрәнлек була.
Ә-ә-ә, онотоп торам, тағы ла “әсәйемдең тыуған көнө”, “атайымдың юбилейы”, “дуҫымдың байрамы” кеүегерәк бағышлау шиғырҙары ла хәҙер киң үҫеш ала. Ундай шиғырҙарҙы эләктерә һалып, тиҙүк йыр яҙып, бер туҡтауһыҙ радионан, телевизорҙан әйләндерәләр.
Шағир халыҡ араһында йыш йөрөргә, аҡыллы, матур итеп сығыш яһарға тейеш. Телмәрегеҙ бормалы-бормалы, ғәҙәти кеше аңламаған һүҙҙәргә бай булһын. Шуның өсөн дә ул шағир! Шағир! Һүҙҙәр инженеры! Телмәр тотҡанда Софокл, Шекспир, Байрон, Бальзак һәм башҡа шундайыраҡ шәхестәрҙең исемен йыш телгә алырға онотма. Уларҙың аҡыллы һүҙҙәрен мейегеҙгә һеңдерегеҙ, хәтерегеҙҙә ҡалмай икән, яҙып алығыҙ, мөмкин ҡәҙәр ҡыҫтырып һөйләгеҙ. Халыҡ алдына сыҡҡас, тамашасыларға бер талай ҡарап алығыҙ, унан, тамаҡ төбөн ҡырып, һүҙ башлағыҙ. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе пауза яһап, ҡабат-ҡабат әйтегеҙ.
Шағир ғәҙәти әҙәмдәрҙән кейеме менән дә айырылып торорға тейеш. Шуға ла өҫ-башығыҙға иғтибар итегеҙ, күлдәк-галстуктарҙың үтә сағыуын һайлағыҙ. Өфө урамынан килгәндә, ана фәлән-фәлән шағир килә, тип әллә ҡайҙан танып торһондар. Башҡалар менән берүк бутап ҡуймаһындар тип үҙегеҙҙең имиджығыҙҙы булдырығыҙ. Муйынығыҙға бик үҙенсәлекле генә итеп шарф та урағыҙ.
Шиғыр яҙыу ҡатмарлы эш түгел ул, бүстәк кенә. Ә бына шағир булып танылыу өсөн иң тәүҙә ҡара тырышлыҡ, әрһеҙлек кәрәк булыуын онотмағыҙ. Гәзиттә баҫтырыу, китап итеп сығарыу, ай-һай, еңел эш түгел. Шуға ла “Ишектән ҡыуһалар, тәҙрәнән килеп ин” тигән әйтемде тормош девизың итеп ал. Юғиһә шиғриәтте аңламаған ҡара йөрәкле әҙәмдәр арҡаһында һинең талантың аяҡ аҫтында тапалып ҡалыуы, исемеңде бер кем дә белмәүе көн кеүек асыҡ.
Үлемһеҙ әҫәрҙәрегеҙҙе редакцияға тотоп килгәндә, ауыҙығыҙҙы күтәреп килмәгеҙ. Әҙ-мәҙ һуғырға яратҡаныраҡ абзый ултырһа, муҡсайығыҙға әсе-сөсөһөн, закускаһын тығып барырға онотмағыҙ, аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. “Бүләге үткәндең һүҙе лә үтә” тигәнде бер минутҡа ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
“Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын” тигән әйтемде лә берүк иҫегеҙҙән сығарып ҡуймағыҙ. Бигерәк ижад эшендә кәрәк был. Әлеге заманда влийәтилнәй дуҫ-ағайҙарҙың булыуы шарт. Шуға ла әҙерәк кәгергә яратҡан ағайҙар янында уралырға тырышығыҙ. Улар бахмурҙан башы емерелеп, донъянан ваз кисергә йөрөгәндә, әллә ҡайҙан “йәлп” итеп килеп сығаһығыҙ ҙа, үҙен кафеға алып керетеп, әҙәм рәүешенә индерәһегеҙ – дуҫлыҡҡа күпер һалыу өсөн шәп форсат.
Э-й-й-й, ерле онотоп торам, тағы ла уңайы сыҡҡан һайын дәрәжәле шәхестәр, шағирҙар менән кәртешкәгә төшөргә онотмағыҙ. Үҙегеҙ менән фотоаппарат йөрөтһәгеҙ, тағы ла йәтешерәк булыр. Кәрәкле генә урында – шарт! Юбилейығыҙ ваҡытында гәзиткә биргәндә бик тә йәтеш буласаҡ.
Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрҙең күңел тарлығын беләһегеҙ. Бигерәк тә ижад кешеләре тереләй кимерергә әҙер. Әйләнгән һайын артығыҙҙан “бездарь” тип сәйнәүҙәре көн кеүек асыҡ. Әммә мирауай дуҫтарығыҙ барында, бындай ғына нәмәләр бүстәк кенә. Иң мөһиме – яҡлап һүҙ әйтерҙәй кешең булһын. Кәрәкле генә урында һеҙҙе күккә сөйөп маҡтаһа, теге әҙәм бығаса шундай ҙа талант барлығын белмәүенә үҙе ғәрләнер. Ул ваҡыттамы-ы-ы-ы! Премияларын да алырһың. Эйе, эйе, шағир кеше мотлаҡ премия алырға тейеш. Тәүҙә берәй колхоздыҡын, унан – райондыҡын. Тора-бара, әлбиттә, ауыҙыңды асып йөрөмәһәң, дәүләттекен дә алып ҡуйырһың. Унан халыҡ шағиры исемен дә бирерҙәр…
Рәхим ит шиғриәт иленә! Бында һәр кемгә урын етерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Зилә Абзалова
    Зилә Абзалова от 15.03.2013, 12:06
    Венер туғандың шиғриәткә килеү һәм танылыу юлдарын ѳйрәтеп яҙыуын уҡып кѳлѳп алдым әле. Кѳлкѳ кѳлкѳ менән, әммә ләкин уның тѳртмә мәҡәләһендә дѳрѳҫлѳк тә бар.Венер сүрәтләгән ҡайһы бер "шағирҙар"ҙы танып та ҡуяһың хатта, сѳнки ундай "бер талант янында уралған ун таланттар" бар ерҙә лә бар, ҡыҙғанысҡа күрә. Хатта оло шиғриәт донъяһында ла. Ябай ғына шиғыр уҡыусы булһам да, миңә бигерәк тә "ккәгергә" яртҡандар янында уралыусылар, йә булмаһа теге-был ѳлкән ағайҙар, апайҙарға "майы һырҡып ағып" торған шиғырнамәләр яҙыусыларҙың дәү исем күтәреп йѳрѳүе екһендерә. Был мәсьәләне күтәреп сығырға батырлығы еткән Венер Исхаҡовҡа рәхмәт! Бәлки, эш кешеләренең ваҡытына ҡаныҡҡан ҡайһы бер шағир йораттары үҙҙәрен танып, оялып, прозаға күсер ине.

  2. Азат Махиянов
    Азат Махиянов от 15.03.2013, 12:13
    Кинәнеп уҡыным. Тап өҫтөнә баҫҡанһың. Ошондай әйберҙәр гәзитте йәмләй ҙә инде.

  3. Гәзит уҡыусы
    Гәзит уҡыусы от 15.03.2013, 18:12
    Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер яҙыусылар, шағирҙар бер-береһен маҡтап гәзиткә яҙып, бер-береһен "күтәрешә". Ә уҡырлыҡ нәмә юҡ.Ҡайһы саҡ, гәзиттә берәү икенсе әҙипте маҡтап яҙып сыға.Уйлап ҡуям: күпмелер ваҡыттан ролдәр алмашынасаҡ, маҡталғаны үҙен маҡтағанды яҙасаҡ.Һәм шулай килеп сыға ла. Ә награда, звание һорап , юллап йөрөгәндәр күпме? Шунан гәзиттә "фәлән кеше фәлән премия лауреаты,орден кавалеры,атҡаҙанған, халыҡ артисы" кеүек һүҙҙәр теҙелә.
    Иблес дан көҫәтер, ти ислам дине!

  4. Рәшит
    Рәшит от 16.03.2013, 17:07
    Тьфу ! "Шиғыр яҙыусыға ҡулланма" тигән "баш"ты уҡыным да, автор шиғыр яҙыу серен уйлап тапҡандыр тип, йәһәт кенә уҡый башланым. Йәнәһе, рәтен белеп, мин дә шағир булып китмәмме. Ә ул юмор булып сыҡты! Ни тиәһең, дөрөҫ яҙған!Билдәле шәхестәрҙең оятһыҙлығынан ҡоҫҡо килә башланы, юғиһә.Үҙҙәре матбуғат аша аҡыл һатырға,телевидение- радиола күренергә тырыша. Шәп булып күренеү теләге көслө .

  5. Нәйлә
    Нәйлә от 21.03.2013, 17:59
    Бығаса гәзитте был тиклем дә көлә-көлә уҡыған юҡ ине.Гәзитте эштә ҡулыма алдым да үҙем көләм, үҙем уҡыйым. Бергә эшләгәндәр шул тиклем ҡыҙыҡлы нимә яҙғандар тип аптырай. Шәп әйбер.

  6. салима
    салима от 21.03.2013, 21:55
    Расуль Сагитов менэн Азамат Юлдашбаев куз алдына килеп басты нинэлер

  7. Лилиә Солтангәрәева
    Лилиә Солтангәрәева от 14.04.2013, 17:12
    Һаумыһығыҙ!!!
    Башҡорт телендә шиғырҙар яҙам. Мәктәп, ауыл, яҙыусылар,туғандарым,йорт хайуандары тураһында һ.б.Гәзиттәрҙә күбеһе баҫылып сыҡты. Бәлки бер ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 418

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576