Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр
Вокзалдан юлды белә

Сибайҙа яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килгәс, уның тәүге етәксеһе булып Рәйес Түләк эшләне, бер аҙҙан уны Аҫылғужа Баһуманов алмаштырҙы. Өфөнән махсус барҙы яңы рәйес, фатир ҙа бирҙеләр.
Бер саҡ төн уртаһында Аҫылғужа ағай Өфөгә Наил Ғәйетбайға шылтырата икән.
— Наил, һин Сибайҙы яҡшы беләһең. Ҡунаҡҡа тип сығып киткәйнем, хәҙер өйөмдө таба алмайым. Нисек ҡайтырға ул шундай-шундай адрес буйынса? Сибай йоҡлай, урамда һорашыр кеше юҡ, — тигән ойошма етәксеһе.
— Әле һин ҡайҙан шылтыратаһың, ҡайҙа тораһың? — тип һораған Наил ағай, мәсьәләнең әтнәкәһен шунда уҡ төшөнөп.
— Ҡайҙан булһын, телеграфта инде, — тигән Аҫылғужа ағай, шуны ла белмәйһеңме ни, тигән ишара менән.
— Улайһа, хәҙер унан сыҡ та, уңға урам буйлап кит. Бер аҙ барғас, тағы ла уңға боролоп, йөҙ аҙым атлаһаң, вокзал булыр, ике минутлыҡ юл...
— Һе, вокзалдан үҙем дә ҡайта беләм, будь здоров! — тип Аҫылғужа ағай трубкаһын һалған.

Шаяртып ҡына

“Ағиҙел”дең сираттағы һанына яҙыусы Шакир Янбаевтың “Биләүҙәр-биләүестәр” тигән повесын әҙерләйбеҙ. Ни хикмәт менәндер, әллә инде машинистканың хатаһы арҡаһындамы, повестағы “ҡ” хәрефе урынына бөтә ерҙә лә “к” киткән. Повесть төштән һуң типографияға бирелергә тейеш, шуға күрә Рәшит ағай Солтангәрәев редакция хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенә 15 – 20-шәр бит өләшеп, ундағы “к”-ларҙы “ҡ”-ға төҙәтеп сығырға ҡушты. Йәһәт кенә эшләп бирҙек, повесть типографияға төшөп тә китте. Төштән һуң, һәр ваҡыттағыса, хәбәрен ашыҡмай ғына һөйләп, һаулыҡ һорашып, Шакир Янбаев килеп инде. Рәшит ағай уны:
— Ниңә, ошо йәшеңә етеп, Шакир ағай, машинкаңа иң кәрәкле “ҡ” хәрефен дә ҡуйҙыртмағанһың? Бына, егеттәр-ҡыҙҙар, күҙҙәрен бөтөрөп, төҙәтеп сыҡты. Һинән — бер коньяк... — тип кәзекләп ҡаршыланы.
— Кәнйәк үк булмаҫ, Рәшит ҡустым, кәнйәшний нәпитек булыр, — тип өндәште һыр бирергә теләмәгән Шакир ағай.
— Кәрәкмәй нәпитегең, мин шаяртып ҡына әйттем бит, — тине Рәшит ағай, һаман да һүҙен шаяртыуға бороп.
— Мин дә шаяртып ҡына әйткәйнем шул, — тигән булды Шакир ағай етди төҫ менән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576