Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Их, еңгә!Их, еңгә... Еңгәбеҙ, Ирек ағайымды ташлап, йәнә йәшәгән йорттарынан ҡубарылып сығып китте. “ГАЗель” саҡыртҡан да һыпыртҡан ата-әсәһе йәшәгән күрше ауылға. Инде нисәнсе тапҡыр...
Был юлы тәҙрә ҡорғандарын гардиндары менән ҡуша йолҡоп алған, ти. Бығаса улай булғаны юҡ ине әле.
Ирек ағай йәнә башын эйеп беҙгә килде. Мин ишек алдында кер сайҡайым, атайым тупһала тәмәке көйрәтә, әсәйем мунса менән өй араһында кәләп һала.
— Тағы ҡайһы ерең оҡшаманы шул һәпрәгә? — тип сар-сор итеп ҡала әсәйем, ағайымдың пеләш башын эйеп, ҡапҡанан инеп килә ятҡанын күргәс тә. — Күрә алманы шул бисә баламды, мир алдында хур итте, сәстәрен ағартты...
— Туҡта әле, әсәһе, һамаҡламай тор, — тине атайым, өй эсендә иң тыныс һаналған кеше. — Тағы нимә булды, улым?
— Юҡтан ғына талаш сығара бит Сәриә. Эштән һуң ҡайтаһың, ти, мине яратмайһың, һинең менән йәшәйәсәгем юҡ, ти... — Йыуаш ағайым, ғәҙәтенсә, мығырлап ҡына һөйләй.
— Күңеле әллә нишләп һыныҡ булды шул Сәриә килендең, буштан ғына күңеле кителде, күҙе шәмәрҙе, — атайымдың эсе бошоп китте.
— Бисәне ҡыҙҙан алырға кәрәк ине, үҙең бит кеше ҡатынына ымһындың... — әсәйем сәсрәп тағы ниҙер әйтергә уҡталғайны ла, тупһа төбөндә ултырған ҡатыҡ тулы кәстрүлгә абынып, тәкмәс атты.
— Ҡороғор, бынауы Рәйхана килендән дә рәт сыҡманы, кем ҡашығаяҡты ергә ултырта, аҡты әрәм итеп...
Ҡәйнәһенең әсе һөрәнләүен ишеткән Рәйхана еңгә, ауыр кәүҙәһен туйтаңлатып, йәшенеп тыңлап торған еренән тора алмай өйәҙәгән әсәйемә ташлана, торғоҙа, ҡултыҡлап өйгә индерә...
Их, еңгә... Ирек ағай тағы зарланды, әсәйем тауышы ҡарлыҡҡансы Сәриә еңгәнең тетмәһен-тетте, атайым өндәшмәй генә Рәйхана еңгә менән Азат ағайҙың тыуасаҡ сабыйҙарына сәңгелдәк яһауын белде. Минең дә эсем бошоп китте. Эй, бынауы Сәриә еңгәне! Әллә ниңә, юҡтан ғына тауыш сыҡһа, тейәнеп сыға ла китә. Ғаилә ҡорғанда аҡсаһы ла, ир наҙы ла, иғтибары ла етмәйҙер инде ҡатын-ҡыҙға. Иреш-талашһыҙ ҙа тороп булмайҙыр. Тик ниңә үсеккән бала ише өйҙән сығып китергә?
Атайым Сәриә еңгәмде йәлләй, күңеле китек бит ул баланың, тип ебәрә. Ысынлап та, әллә ниндәй, гелән һағышлы ул Сәриә еңгә. Ҙур ҡара күҙҙәре лә хатта йәшләнеберәк тора кеүек. Ағайыма тиклем Өфөлә бер шағир шәрәмәтендә ҡатынлыҡта булған, тип шыпырт ҡына һөйләгәйне бер мәл әсәйем. Шағирҙың мәңге иҫереклегенән, аҡсаһыҙлығынан туйып, йәнә шулай уҡ ҡубарылып, беҙҙең ауылға уҡытыусылыҡ итергә килгәйне дыуамал Сәриә еңгәм. Ағайымды осратып, кейәүгә сыҡты, тәүҙә беҙҙә йәшәнеләр, һуңынан, Рәйхана еңгәм менән үҙ-ара талашҡас, башҡаланып сығып киттеләр. Шағир менән тороуының бер шауҡымы тороп ҡалғайны — ул һәр ваҡыт ағайымды, ғауғалашҡанда, “алкаш, ялҡау” тип тиргәне, иҫке ғәҙәте буйынса. Ни ғәләмәттер — ағайым эсмәй ҙә, тартмай ҙа, аҡсаһын да эшләй...
Их, еңгә... Мин йәнә уйҙарыма сумам. Рәйхана һинән күпкә йәшерәк булһа ла, Азат ағайыма йыл һайын бала тапһа ла, шарылдағыраҡ тауыш­лы әсәйемә түҙемлеге менән ярап торһа ла, иң яратҡан еңгәм һин бит. Хатта дыуамаллығың да оҡшай миңә, тик ҡайһы саҡ хаттин ашып китәһең.
Теүәл бер аҙнанан ғүмерҙә эсмәгән Ирек ағайым, урам буйында, әсәйем әйтмешләй, әҙәм көлдөрөп эсеп йөрөгәндән һуң, йәнә беҙгә килде. Ҡырынған, йыуынған, таҙа күлдәген кейеп алған. Ни әйтерен алдан уҡ белеп торам.
— Киттек, Фаягөл, — ошо тәңгәлдә ағайым гел тамағын ҡыра. — Сәриәне алып киләйек, үҙе ҡайтмаҫ ул, ҡалаһына сығып китер...
Миңә ҡапыл ағайым йәл булып китте, Сәриә еңгәмә асыуым ҡабарҙы. Ниңә ул минең яратҡан ағайымдың быуынына төшә, йөҙөн йырта, битенән көлә? Еңгәмде алырға күпме барҙыҡ, күпме ҡоҙаларҙан әрләнеп ҡайттыҡ. Әйтерһең, улар беҙҙе бәлеш бешереп көтөп тора! Ҡайтыуын-ҡайта ул еңгәм, тик беҙ ҙә ерле юҡҡа кешенән әрләнеп йөрөргә тинтәк түгел дә.
— Бармайыҡ, — тим мин, бер ҡарарға килеп. — Һин инәлеп йөрөмәһәң, үҙе ҡайтыр әле.
Ирек ағайым күҙҙәрен селт-селт йома, сәңгелдәккә һырлап биҙәк яһап ултырған атайымдың ҡулынан бәкеһе төшөп китә, хатта әсәйем аптырауынан усы менән ауыҙын баҫа. Баянан бирле аласыҡ ҡырында хәбәр тыңлап, йәшенеп ҡарап торған Рәйхана еңгәкәйҙең генә ҡыуанысынан сәпәкәй һуҡҡанын шәйләп ҡалам.
— Һин, ағай, ҡалаға барып, сәсеңде алдыр, йүнле кейем ал. Хәбәре ишетелер әле, эсеп, илап йөрөй икән, тип уйламаһын. Унан, һин килмәгәс, үҙе ҡайтыр.
— Ә ҡайтмаһа? Икеһе ике яҡтан турһайып, хатта башҡа ғаилә ҡороп, тәүгеләрен онота алмағандар тураһында ишеткәнең бармы һинең? — Атайым, ғәҙәттәгесә, еңгәне яҡлай. — Сәриә — нескә күңелле бала. Хис-тойғо менән шаярырға ярамай, башың йәш әле һинең ундай кәңәш бирергә...
— Кешенең ғорурлығы менән дә уйнарға ярамай, — тип мин ултырған еремдән ҡалҡынам. — Барһаң, ағай, үҙең бар.
Их, еңгә... Ул кис ағайым йәнә урам буйында эсеп йөрөнө, һуҙып-һуҙып йырҙар йырланы, иҫке гармунын бысҡылдатты. Ә иртәгәһенә, таң беленеү менән, уның ҡалаға юлланғанын күргәндәр. Барыһын да минеңсә эшләгән — сәсен алдырған, үҙенә шәп костюм алған, хатта ир-ат одеколонын да онотмаған.
Ауыл халҡы бот сабып һөйләне был хәлде. Кемеһелер көлдө, кемеһелер үсәне, кемеһелер йәлләне. Әсәйем йәнә еңгәне ҡарғап, ишек алдында илап йөрөнө, әрпеш Рәйхана еңгә тантана итте, атайымдың йөҙө ҡара янды. Каникул тамамланған мәл ине, мин сумка йыйҙым.
...Оҙаҡламай Сәриә еңгә хәбәр ебәргән — “Ирек ҡаршы алһын”. Иртәгә Өфөгә юлланам тигән көндә еңгәм шул уҡ “ГАЗель”дә кире ауылға килеп төштө. Кемдер ағайымдың кейенеп-яһанып йөрөгәнен еткергән, яңы костюм алғанын да үҙенсә юраусылар табылған шикелле. Ошо килеүенән еңгә башҡа ҡайтам тип ауыҙын да асманы, иллә-мәгәр минең менән араны өҙҙө, һөйләшмәҫ, серҙәре менән уртаҡлашмаҫ булды. Кемдер ағайға аҡыл өйрәтеүемде аңғартҡан, ахыры, бәлки, ауылсыларға яратҡан Рәйхана таратҡандыр, бәлки, яндырайыраҡ холоҡло әсәйем әйтеп ысҡындырғандыр.
Шунлыҡтан, Ирек ағайҙарҙың өйҙәре янынан үткән саҡта, еңгәмдең алсаҡ йөҙөн, күңелсәк холҡон, ҡасандыр миңә үтә яҡын кеше булғанын иҫләйем дә, бер уфтанып, бер теге ваҡиғанан һуң ағайым менән баҫылып йәшәп киткәндәренә һөйөнөп тә ҡуям. Атайым уларҙың ғаиләһенә инселәп яңы сәңгелдәк яһай башланы әле, иншаллаһ. Кем белә, еңгәмдең күңеле берәй ваҡыт йомшарып та китер, мине кисерер... Яратам бит мин еңгәмде, сибәрлеге, уңғанлығы, дыуамаллығы өсөн. Их, еңгә...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575