Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ваҡытлы үлгәнЮмореска
Ғәләүетдиндең кинәт кенә “эсенән тотто”. Һарыҡ ите һалынған борсаҡлы аш ашағайны, ҡорһағы кинәт ҡабарып китеп, түҙә алмаҫлыҡ ауыртыуҙан аңын юғалтты.
Һушына килһә — дауаханала. Ни өсөндөр үҙе түшәмдә тора. Был, аҫҡа табан ҡарап, унда ниҙәр барғанын күҙәтә башланы. Ғәләүетдиндең кәүҙәһе операция өҫтәлендә ята, ике йәш кенә хирург ниҙер эшләргә маташа, үҙ-ара һөйләнәләр.
— Слушай, беҙ бының брюшной полосын астыҡ та ул, сире ҡайҙа икәнен нисек беләбеҙ инде.
— Бер аномальный нәмә лә күренмәйме ни?
— Күренәлер ҙә, мин ҡайҙан беләйем, ти. Был теманы институтта өйрәнгәндә, мин ҡарауылсы булып эшләй инем, лекцияға ла, практикаға ла йөрөргә тура килмәне.
— Ә минән хирург сыҡмай, атайҙар ҡыҫтағанға ғына уҡыным, бизнесҡа тотонорға ине иҫәп. Был зарплата менән хатта белгәнеңде оноторһоң.
Ғәләүетдин шунда: “Минең аппендицит булырға тейеш”, — тип ҡысҡырҙы, әммә тауышы сыҡманы. Тегеләр: “Өфөнән профессор саҡырабыҙ инде”, — тип сығып йүгерҙе, ошо урында беҙҙең геройҙың йәнә аңы юғалды. Бер аҙҙан ул үҙен ниндәйҙер бер торба аша яп-яҡты донъяға сыҡҡанын тойҙо. Ул донъя шул тиклем матур, яҡты, йылы, хуш еҫтәр аңҡып тора, Ғәләүетдиндең рәхәтлектән күҙҙәре йомолдо. Күҙен асҡайны, унда бик күп кешене күрҙе. Улар араһында бынан 30 йыл элек вафат булған райком секретарын танып алды.
— Вәли Ғәлиевич, һеҙ ҙә сираттамы ни, ғүмергә сиратта торманығыҙ бит, хатта 2 һум 90 тинлек колбасаны ла өйөгөҙгә килтереп бирәләр ине.
— Бында икенсе тәртип икән, ожмахҡамы, тамуҡҡамы — барыһын да иҫәпләйҙәр.
— Һеҙгә тамуҡҡалыр инде, атеист булдығыҙ бит, дингә ҡаршы инегеҙ.
— Мин бит, Ғәләүетдин, телдән генә ҡаршы булдым, өйгә ҡайтҡас, намаҙ уҡыным, Ҡөрьән ашы үткәрҙем, малайҙы сөннәткә ултырттым. Анкетала ярлы крәҫтиән малайы тип яҙһам да, кулак малайы бит мин, атай ултырып ҡайтты.
— Йә, Хоҙай, иртәрәк үлһәм, быларҙы белмәҫ инем.
— Ғәләүетдин, һин ҡайҙа эләгәсәкһең инде, беләһеңме, гонаһың бармы?
— Вәли Ғәлиевич, мин ҡатын-ҡыҙ менән шаярҙым бит, өс һөйәркәм бар ине, шуға күрә үҙегеҙ бит бюрола шелтә бирҙегеҙ, ожмахҡа эләгеү вряд ли.
— Не скажи. Ул мәсьәлә былай тора: әгәр һин ирһеҙ ҡатын менән йөрөп, уға матди яҡтан ярҙам итеп, интим яҡтан фиҙаҡәрлек күрһәтеп, рәхмәт алаһың икән, был сауапҡа яҙыла, сөнки етемдең күңелен күргәнһең, ә инде эшеңде еренә еткереп эшләмәһәң, ир ҡатыны ла булып артыңдан әрләп ҡалһа, был гонаһҡа яҙыла.
— Былай арҡанан һөйөп кенә торалар ине.
— Маладис! Унда, фани донъяла, нисек? Әле беренсе секретарь кем?
— Вәли Ғәлиевич, КПСС бөткәнгә биш былтыр бит инде.
— Кит унан! Нигеҙе ныҡ кеүек ине.
— Шул нигеҙе генә ҡалды ла инде. Хәҙер райондарҙы хакимиәттәр етәкләй. Улар ҙа шул райком биналарында ултыра, бер бүлмә лә буш түгел. Һыймайҙар ҙа әле. Президенттар ҡыҫҡарта тора, былар һаман арта тора.
— Ә комсомол? Ул бармы?
— Уныһы йәштәр комитеты тип атала, көндөҙ уның бер бүлмәһендә итек, күлдәк-ыштан һаталар.
— Комсомолда итек һаталар! Шуға барып еттеләрме ни инде?
— Хәҙер бөтөн ерҙә лә әйбер һаталар. Кинотеатрҙарҙа ла, мәҙәниәт йорттарында ла. Элекке спекулянттар хәҙер бизнесмен тип атала, бик абруйлы кешеләр. Донъяның артына бөгөн улар тибә. Түлке һатҡан әйберҙәренең барыһы ла ысын булмаҫҡа мөмкин, өсөнсө йылғы колбасаны, уксуста йыуып, кисә сыҡҡан тип һатырға мөмкиндәр, дарыу тип алһаң, мөрйә ағарта торған аҡбур булып сығыр, мужыт. Сирләһәң, бер аҙ ҡыйыныраҡ — дауаханала ятырға сират, урындар һаны ҡыҫҡартылды. Аҙна эсендә аяҡ һуҙмаһаң, койка табып була.
— Халыҡ контроле юҡмы ни? Алланан ҡурҡмайҙармы? Мәсеттәр юҡмы ни?..
— Халыҡ контроле бөттө инде ул. Мәсеттәргә килгәндә, ике өй аша бер мәсет хәҙер, клубтар ҙа уларҙан әҙерәк. Муллаларҙың күбеһе элекке парторгтар, марксизм-ленинизмдан уҡытҡан пропагандистар. Әммә алкоголиктар, наркомандар һаны кәмемәй, ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй аҙҙы, ирҙәр кейемендә генә йөрөйҙәр, күбеһе автомобиль рулендә, телевизорҙы ҡарарға ла оят. Ҡатын өҫтөнән ике сит ҡатын менән йөрө, бер кем бер һүҙ әйтмәй, аҡсаң ғына етһен. Булдыра тип маҡтайҙар әле.
— Ҡара әле, мин бик ваҡытлы үлгәнмен булып сыға, донъяның аҫтын-өҫкә килтергәнһегеҙ түгелме? Һәйбәт яғы ла барҙыр бит хәҙерге донъяның?
— Аҡсаң булһа, барыһы ла һәйбәт. Сит илдә ял итергә була, бөтөн нәмә һатыла. Телевизорҙа йөҙ канал күрһәтә, бәҙрәфтә ултырғанда телефон аша Америка менән һөйләшергә мөмкин. Аҡсаң булһа, һин — кеше.
Шул ваҡыт Ғәләүетдин менән әллә ни булды. Ул үҙен операция бүлмәһендәге түшәмдә тойҙо. Аҫҡа ҡараһа, бының кәүҙәһе өҫтөндә Өфөнән килгән профессор — хирург тора, йәш табиптарҙы әрләй: “Аппендицит икәнен дә күрмәйһегеҙме ни, аңралар, мин һеҙҙе нисә йыл уҡыттым, эх, малайҙар!” — ти.
Кисен беҙҙең герой палатала, эсәк бәлеше тотоп, хәлен белергә килгән ҡатынына әкрен генә һөйләй ине.
— Теге донъяла булып ҡайттым бит, райком секретарын осраттым, үлгәненә шат...
— Кеше ышанмаған һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә!
Һөйләмәҫ ине лә һуң, нисек түҙеп була инде. Ышанһағыҙ — ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ — юҡ.
Рәзиф ЗИЯИТДИНОВ.
Борай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574