Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Майҙан тотҡан саҡта шағирҙар
Майҙан тотҡан саҡта шағирҙарБөгөн бик күптәрҙе бер һорау борсой: китап уҡыусы ҡалырмы икән? Интернет, кеҫә телефондары бөтәһен дә йотоп алып бара, тигән фекерҙә улар. Әммә, ғәфү итегеҙ, скептик әфәнделәр, китап та, нәфис әҙәбиәт тә, кешелек йәшәһә, мәңге буласаҡ. Техник саралар артҡан һайын, бәндәләр, киреһенсә, "тере тауыш" танһыҡ булыуы хаҡында яр һала башланы. Хатта "тере тауыш" тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде.

Өфөләге “Гудзон” антикафеһына ХХI быуат шағирҙары Салауат Әбүзәр һәм Зөлфиә Ханнанова менән осрашыуға тамашасыларҙың талпынып килеп етеүе — шуға аныҡ миҫал. Әле бындай форматта шиғыр һөйөүселәрҙең осрашҡаны юҡ, әммә көндән-көн шиғриәткә ылығыусылар кәмей бит, тигәндә, киреһенсә, миңә шиғри һүҙгә табынып ҡарағандар артҡандан-арта бара төҫлө тойола. Ана, Интернет селтәренә генә инеп ҡарағыҙ: башҡорт шиғриәтенә бағышланған сайттарҙың, төркөмдәрҙең һаны ғына ла йөҙҙән ашҡан. "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башҡорт телен ҡәҙерләйек" тип аталған төркөмдә Зөлфиә Ханнанованың "Мин башҡорт!" — тип танышығыҙ!" тигән шиғырын "элеп" ҡуйыу менән, ул йәшен тиҙлегендә үҙ уҡыусыларын тапты, әллә нисәмә йөҙ кеше уны үҙенә күсереп алды, ошо шиғыр күңелдәренә яҡын икәнен йөрәк ҡуйып тамғаланы. Тамғаламағандары ла бихисаптыр әле. Бөгөн Интернет селтәрендәге иң уҡымлы шиғыр Зөлфиәнеке булып сыҡты. Ҡәләм оҫталары, әйҙәгеҙ майҙанға — кемдең шиғыры күберәк тауыш йыйыр ҙа, кемде күберәк уҡыйҙар икән?
Салауаттың шиғырҙары Интернетҡа ҡуйылыуын төрлө быуын вәкилдәре көтөп кенә тора: шунда уҡ күсереп алалар, фекерҙәрен уртаҡлашалар. Замана шағиры шулай булырға тейеш: әгәр яңы талаптар беҙҙе электрон технологияларҙы ла оҫта файҙалана белергә саҡыра икән, баш тартмайыҡ. Кисәнең хужалары кеүек!
Осрашыуға Зөлфиә лә, Салауат та яңы шиғырҙарын “тейәп” килгәйне, әммә сәй эскән арала был “күстәнәстәр” тиҙ генә “йотолдо” ла бөттө. Иғтибар итегеҙ: антикафела үтте осрашыу, шуға күрә уның үҙ ҡанундары барлығын да әйтеп китәйек. Унда спиртлы эсемлектәр юҡ, бер-береһен ҡәһүә, сәй менән генә һыйлайҙар.
Ҡунаҡтар кисә хужаларынан исемләп атап, айырым шиғырҙарын уҡыуын һораны, фекерҙәрен әйтте, бөгөнгө башҡорт шиғриәте хаҡындағы уйҙары менән уртаҡлашты. Башҡорт аулағында ике сәғәт барған байрамдың нисек үтеп киткәне лә һиҙелмәне. Авторҙар шиғыр һөйөүселәрҙе уйландырҙы, йылмайтты, хатта илатты ла. Һүҙ сәнғәте үҙ маҡсатына өлгәште: ҡунаҡтар күңелдәре асылып ҡайтып китте.
Ошо хаҡта сараны ойоштороусылар ҙа үҙ сайттарында фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Салауат Әбүзәр, Зөлфиә Ханнанова менән “мунса индем” тип атаған мәҡәләһендә “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин: “...Ике сәғәт буйы йәнемде таҙарттым, ике сәғәт буйы күңелемде ҡанатландырҙым… Шағирҙар “Салауат Әбүзәр менән Зөлфиә Ханнанова үҙҙәренең яҡты, саф донъяһына мине лә, башҡаларҙы ла шиғыр-арҡандары менән, тормош мәшәҡәттәренән, йәмғиәт кәрәкмәгәнлектәренән арындырып, тартып өҫкә мендерҙе. Бейеккә. Йәнем иҙрәне. Йәнем көлдө. Йәнем иланы ла унда. Таң да атты. Ҡәҙимгесә көн дә тыуҙы. Ер, бәлки, туңдыр. Бик иҫем китмәй, аҫҡа төшмәгәнмен әле… Бөгөн дә”, — тип яҙа.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев бына нимә тип яҙып сыҡты үҙенең Интернеттағы сәхифәһендә: “Эшләпәм юҡ сисергә, талантың алдында саллана башлаған башымды эйәм, Салауат! Зөлфиә, һиңә ҡарата ихтирамымдың ихтирамдан ҙурыраҡ икәнен аңлайһыңдыр... Һеҙҙең менән бер осорҙа йәшәп, аҙ-маҙ ижад итә алыуыма ғорурланам! Өфөлә йәшәүселәр, был видеоларға лайк ҡуйып йонсомағыҙ, зинһар. Һеҙҙең эшегеҙ күп, ваҡытығыҙ юҡ бындай шиғриәт өсөн. Ваҡытығыҙ булһа, кисәгә килер инегеҙ... Рухиәт үлә, тел бөтә, тип тә яр һалмағыҙ... Ә башҡалар, тыңлағыҙ... Тыңлағыҙ һәм ишетегеҙ...” Эйе, кисәгә килә алмағандар өсөн Азамат шағирҙарҙың ике шиғырының видеояҙмаһын тәҡдим итте. Әммә тере шағир менән осрашыуға, уның үҙенең энергетикаһы менән һуғарылған тауышын ишетеүгә етәме ни инде ул?!
Ойоштороусылар менән килешмәй булмай. Бөгөн күп халыҡ Интернеттың кире яҡтары хаҡында ғына фекер йөрөтә, әммә шул уҡ социаль селтәрҙәр, шәхси блогтар аша китап, әҙәбиәт пропагандаланыуын да онотмайыҡ әле, йәмәғәт! Ни өсөн ыңғай йоғонто тураһында әйтергә тартынабыҙ? Интернетта киң таралған авторҙарҙың китаптары ла кәштәләрҙә туҙанланып ятмаясаҡ, сөнки һәр кем шуларҙы ҡулына алырға теләйәсәк. Бөгөнгө йәштәрҙе лә оноторға ярамай: әгәр улар Интернетта күңеленә зауыҡлы тауар эҙләй икән, ниңә әле беҙгә, яҙыусыларға, уларҙың майҙанына сыҡмаҫҡа?! Шул уҡ йәш быуын вәкилдәре башҡорт шағирҙарының иң шәп әҫәрҙәренән торған "Минең динем — шиғриәт", "Иң шәп шиғырҙар — бында" тигән кеүек пропагандалаусы төркөмдәр асҡан. Афарин, егеттәр, ҡыҙҙар! Өлкән быуындың бер төркөмө йәштәр китап уҡымай тип зарланғанда, һеҙ, киреһенсә, шиғырҙарҙы яттан һөйләйһегеҙ, шиғырҙар яҙаһығыҙ! Һеҙ ул — әҙәбиәттең киләсәге!
Әйткәндәй, кисә хаҡында мәғлүмәт тик Интернет селтәре аша таратылды, әммә танылған шағирҙар, журналистар менән бергә сараға йәштәрҙең дә килеүе бик ныҡ ҡыуандырҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусы йәш ғалимдар, ҡаҙаҡ егеттәре лә үҙҙәренең сығышы менән сараның абруйын күтәрҙе. “Башҡорт өләңдәре бик оҡшай беҙгә”, – тине Мерей Ерсайынулы менән Данияр Избасаров.
Бына шулай, йәмәғәт, шиғыр тыңлағығыҙ килһә, киләһе осрашыуҙың иғланын көтөгөҙ. Башҡорт шиғриәте менән башланған кисәлә милли зыялыларҙың, барыһын да булмаһа ла, ысын сәнғәткә тоғроларын бик күрге килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлшат Хажиева
    Гөлшат Хажиева от 16.12.2013, 09:56
    Лариса апай, һин хаҡлы, әлбиттә! һәр һөйләмең артына мин дә үҙ нөктәмде ҡуям!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573