Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дөрөҫ туҡланабыҙмы?
Тулы ҡанлы, оҙон ғүмер кисереүҙең бер шарты — дөрөҫ туҡланыу. Башҡортостан дәүләт медицина университетының йәмәғәт сәләмәтлеге һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән ябай ғына ҡағиҙәләр бөтә йәштәге кешеләр өсөн дә файҙалы, әммә ололарға айырыуса кәрәкле.


Диеталар менән мауығырға ярамай. Улар организмда матдәләр алмашыныуҙы боҙа, витаминдарға һәм минералдарға ҡытлыҡ тыуҙыра. Күп кенә диеталар бөйөрҙәрҙе зарарлай, холецистит, артрит сирҙәренә тарыта.
Үҙегеҙ йәшәгән төбәк климатына ярашлы ризыҡтарҙы ҡулланығыҙ. Борон-борондан ата-бабабыҙ туҡланған башҡорт аштарына, һурпа, йәшелсә, һөт ризыҡтарына бер нәмә лә етмәй.
Йоҡлар алдынан ҡатыҡ (кефир) эсегеҙ. Ҡатыҡтың матдәләр алмашыныуын көйләүен, таш барлыҡҡа килеүгә һәм ашҡаҙан аҫты биҙе ялҡынһыныуға ҡаршы тороуын билдәле табип һәм ғалим Илья Мечников бынан бер быуаттан ашыу элек яҙып ҡалдырған.
Майонезлы салаттарҙан баш тартығыҙ. Майонез атеросклерозға килтерә, аҙ калориялыһы бигерәк тә зарарлы.
Кетчуп менән мауыҡмағыҙ. Уның сос­тавында консерванттар күп.
Ыҫланған ризыҡтарҙы һирәк ҡулланырға тырышығыҙ. Уларҙағы канцерогендар организм өсөн ныҡ зыянлы.
Туҡланыу рационында бутҡалар, һимеҙ булмаған ит һәм балыҡ, эремсек, йәшелсә, еләк-емеш булырға тейеш. Йәшелсәне быҡтырып йәки томалап бешереү файҙалы.
Еңел үҙләштерелгән, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Эсемлектәрҙе сама менән ҡулланығыҙ, һыу, сәй, компоттар ҙа организмды шыйыҡлыҡ менән кәрәгенсә тәьмин итә.
Режим буйынса ашарға тырышығыҙ, көнөнә биш-алты тапҡыр бер үк мәлдә тәғәмләнеү файҙалы: иртәнге, икенсе иртәнге, төшкө, төштән һуңғы, киске аштар һәм йоҡларға ятыр алдынан 1-1,5 сәғәт алда еңелсә ризыҡланыу.
Туҡланыуҙы ойошторғанда сәләмәтлек торошон, сирҙәрҙе, физик көсөргәнеште, эшмәкәрлек төрөн иҫәпкә алыу шарт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә