Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя йәме — сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙа
Донъя йәме — сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙаДемографик хәл, милләт һаулығы, ошо төшөнсәләрҙең дәүләт киләсәгенә ни тиклем ҡеүәтле йоғонто яһауы хаҡында һөйләшеүҙәрҙе йыш ишетәбеҙ, сөнки донъялағы ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙән ҡала, илдең нигеҙен рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт халҡы билдәләй. Үҙ сиратында, киләсәк ныҡлы һәм ышаныслы булһын өсөн, һау ғаиләләрҙә сәләмәт балалар тыуырға тейеш... Ҡыҫҡаһы, һүҙҙе ни тиклем йыраҡтан башлаһаҡ та, барлыҡ юлдар беҙҙе иң ябай, әммә мөһим төшөнсәләргә – әсә һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә, уға бәйле проблемаларға алып килә.
Сер түгел, гүзәл зат дусар булған ҡайһы бер сирҙәр үҙен бер нисек тә һиҙҙермәй, улар тураһында ысынбарлыҡҡа тап килгән һәм килмәгән мәғлүмәт күп. Гинекологияның бөгөнгө үҙенсәлектәре һәм заманға хас проблемалар, ҡатын-ҡыҙҙы йыш борсоған һорауҙар менән тәжрибәле белгес, юғары категориялы акушер-гинеколог, баш ҡаланың 50-се поликлиникаһы мөдире Эльвира Ирек ҡыҙы ЮНЫСОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Ҡатын-ҡыҙҙар консультация­һының эше ниндәй күрһәткестәр менән баһалана?
– Беҙ һөҙөмтә өсөн эшләйбеҙ. Мәҫәлән, гинекология сирҙәре тураһында һүҙ бара икән, ҡатын-ҡыҙ организмындағы кире үҙгәреш­тәр тураһында ни тиклем иртәрәк белеп ҡалһа, шул тиклем тиҙерәк дауалана башлаясаҡ һәм сәләмәт­леген һаҡлап ҡаласаҡ. Бының өсөн гүзәл заттарҙан бер генә мөһим ғәмәл талап ителә – һаулығығыҙға ҡарата яуаплы булығыҙ! Шиктәрегеҙ бар икән, “ауырта ла үтә ул” тип көтөп ятмағыҙ, мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итеп, тикшерелегеҙ, ваҡытты һуҙмағыҙ, сөнки яман булмаған шеш яманға әүерелгәс, донъяның ҡыҙығы бөтә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләүҙең дә мәғәнәһе юғала бит... Шуға күрә һаулығығыҙҙы көнкүреш мәсьәләлә­ренән өҫтөнөрәк ҡуйығыҙ!
Буласаҡ әсәйҙәр темаһына килгәндә, хәҙер, илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, сабыйҙарҙың ғүмере өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш алып барыла. Беҙҙең өсөн һәр ауырлы ҡатындың яҙмышы мөһим, консультацияға мөрәжәғәт итеп, иҫәпкә торғас та, уның менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тотабыҙ, һау­лығын даими тикшереп, хәлен белеп торабыҙ. Аңлауығыҙса, кешеләрҙең төрлөһөндә яуаплылыҡ кимәле лә төрлөсә. Кемдер табипҡа күренергә тейешле ваҡытта килә, кемдер үтәргә тейешле ғәмәлдәрҙе үткәреп ебәрә. Был осраҡта пациентҡа шылтыратабыҙ, яҙабыҙ, бәғзе ос­раҡта хатта участка табибы йортона ла барып килә. Иң мөһиме, әсә сабыйын иҫән-һау, ваҡытында табырға тейеш. Әйткәндәй, консультация балалар табыу йорто, балалар поли-к­линикаһы менән дә тығыҙ бәйлә­нештә эшләй. Ҡатындың бәпеслә­гәнен, сабыйҙы йортона алып ҡайтып, балалар поликлика­һындағы табиптар ҡарамағына иҫәпкә ҡуйға­нын оператив рәүештә белеп тора­быҙ. Һандарға килгәндә, былтыр беҙҙең учреждениела 1263 ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәпкә торған, уларҙың 1244-е срогының аҙағына тиклем етеп, бала тыу­ҙырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты сабый үле килеш донъяға килгән.
Йөклөлөк осорон һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә үткәрә, төрлөсә кисерә. Бәғ­зеләр еңел генә йөрөһә, кемдеңдер хроник сирҙәре ҡырҡыулашып китә, ә ҡайһы берҙәренең организмында киҫкен үҙгәрештәр башлана. Ауырлы ҡатындарҙы юҡҡа ғына поликлиникала иҫәпкә ҡуймайҙар: баланы иҫән-һау һәм ваҡытында, өҙлөгөүһеҙ тапһын өсөн был уғата мөһим. Ә перинаталь патология­ларға ҡағылышлы, һығымта яһар алдынан ҡатын-ҡыҙға тулы медицина тикшеренеүҙәре үткәрәбеҙ, анализдарын баһалайбыҙ. УЗИ, биохимик скрининг һөҙөмтәләре генә етмәһә, пациентты генетиктарға консультацияға ебәрәбеҙ.
Әйткәндәй, беҙҙең поликлиникала медицина-социаль ярҙам күрһәтеү кабинеты уңышлы эшләй, уның штатында юрист, психолог, социаль эш буйынса белгес бар. Төп белгес Гөлнара Айвазова – мәғлүмәтле, тәжрибәле кадрҙарыбыҙҙың береһе. Гүзәл заттарҙың психологик хәл-торошо шик тыуҙыра икән, беҙ уны мотлаҡ Гөлнара Әмин ҡыҙына юллайбыҙ, әңгәмәләшергә са­ҡырабыҙ. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта бик көтөп алынған йөклөлөктөң проблемалы булыуы; ҡатын-ҡыҙ яҡын­дарының таянысын тоймауы; киреһенсә, сабыйҙың бөтөнләй көтөлмәгән булыуы ихтимал. Йә иһә бәғзеләр ауыр диагнозды ишетеп, быны бик ауыр кисереүе, уйламаған аҙым яһауы ихтимал. Ҡыҫҡаһы, тормош ҡатмарлы булған кеүек, яҙмыштар ҙа төрлөсә, шуға күрә медицина учреждениеһындағы белгестәр һәр осраҡтың үҙенсәлеген иҫәпкә алырға тырыша.
Аборттарҙы иҫкәртеү, бәлиғ булмағандарға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, балалары булмаған ғаиләләргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү, сәләмәт тормошҡа өндәү, ғаилә ҡиммәттә­ренең мөһимлеген төшөндөрөү, репродуктив һаулыҡты нығытыу, ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм башҡа бихисап социаль мәсьә­ләләр шулай уҡ беҙҙең белгестәр иғтибарында.

– Ошо урында поликли­ника­ның йөҙөн билдәләгән бел­гестәрҙе барлап үтәйек.
– Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар полик­ли­никаһында 56 774 ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора (шул иҫәптән бала табыу йәшендәгеләр – 27 377 кеше). Уларҙы участкалар буйынса 14 табип ҡабул итә. Коллектив берҙәм, тәжрибәле.
Оҙаҡ йылдар консультацияла юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты Роза Ғөбәйҙул­лина, юғары категориялы табип Ирина Гаврилова, балаятҡы муйын­тығы патологияһы кабинеты белгесе, акушер-гинеколог Лиана Әхмәтова, УЗИ белгесе Регина Хәбибуллина һәм башҡалар эшләй. Әйткәндәй, Регина Нуретдин ҡыҙын айырым билдәләр инем. Ул – үҙ һөнәренең оҫтаһы, УЗИ аппараты һөҙөмтәләре менән юғары профессиональ кимәлдә эшләй, организмдағы үҙгәрештәрҙе шунда уҡ күреп-төшөнөп ала. Уның оҫталығы ярҙамында бихисап ҡатын-ҡыҙ үҙ ваҡытында диагнозы хаҡында хәбәрҙар була һәм дауалана, тип әйтергә була.
Өмөтлө йәштәр килеүе лә ҡыуа­ныслы. Альбина Мөхәмәт­йә­нова, Ғәлиә Исмәғилева – шундай­ҙарҙан. Теоретик белемде ғәмәлдә тейе­шен­сә ҡулланыу, өлкәндәрҙең тәж­рибәһенә таяныу, яңылыҡтарҙы тиҙ арала тотоп алыу – уларҙың уңышы.

– Бер нимә борсомаһа ла, гинекологка ни тиклем йыш мөрәжәғәт итеү фарыз?
– Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының тәҡдиме буйынса, пландағы тикшереүҙәр йылына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Шәхси тәжри­бәмә таянып, гүзәл заттарҙы йылына ике тапҡыр гинекологка күренергә өндәр инем. Артабан иһә теге йәки был патологик хәл, сир төрө асыҡ­ланыуға ҡарап, дауаланыу ваҡыты һәм юлдары билдәләнә. Гинекологик тикшерелеүҙең төп маҡсаты – төрлө ауырыуҙарҙы, бигерәк тә яман шеш кеүек аяныслыларын ваҡытында асыҡлап, дауалай башлау, ҡатын-ҡыҙ организмының сәләмәтлек кимәлен билдәләү.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл онкологик сирҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Был бәлә гинекология тармағын да урап үтмәй. Бынан 10 – 15 йыл элек аяныслы сирҙәргә йышыраҡ оло йәштәгеләр дусар булһа, хәҙер онкология йылдан-йыл “йәшәрә”. Бының сәбәбе төрлө булһа ла, экологик проблемаларҙың киҫкенләшеүе, туҡланыу рационында химиялы аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк итеүе, кешеләрҙең даими стресс торошонда йәшәүе алама сирҙәргә алып килгән төп этәргестәр тип иҫәпләйем.

– Мәғлүмәт осоронда йәшәй­беҙ. Сирҙәрҙе иҫкәртеү, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу кеүек төшөнсәләр хаҡында Интернет селтәрендә лә уҡып була...
– Әлбиттә, тармаҡтағы бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек булған хәлде бөгөнгө менән сағыштырыр­лыҡ түгел: мәғлүмәт тә күп, мөм­кинлектәр ҙә киң. Шул иҫәптән контрацепция мәсьәләһендә лә. Был мәсьәлә бала табыу йәшенә еткән, енси тормош алып барған һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсорға тейеш. “Ир-аттар ҙа яуаплылыҡ күрһәтһен”, – тип әйтеүселәр табылһа ла, күпселек осраҡта енси бәйләнештең һөҙөмтәләре өсөн тәүге сиратта гүзәл затҡа яуап бирергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡытта һаулыҡ хаҡы менән. Хәҙерге медицина ҡатын-ҡыҙҙарға һаҡланыу йәһәтенән бихисап мөмкинлектәр тәҡдим итә. Әммә ниндәйҙер ысулды һайлар алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә, тикшерелергә кәрәк. Гормональ контрацепция – иң ышаныслы ысулдарҙың береһе. Уның үҙенсәлеге – организмды ҡатын-ҡыҙ енси гормондарының бәләкәй миҡдарҙағы синтетик аналогы менән тәьмин итеүҙә.
Гормональ контрацептивтарҙы таблетка һәм мини-пилюлялар (уларҙа гормон миҡдары уғата аҙ, тәьҫир итеү көсө лә шул сама); аналыҡ еңсәһенә ҡуйыла торған ҡулса, шулай уҡ импланттар һәм инъекциялар формаһында ҡул­ланырға була.
Таблеткаларҙың ҡайһы бер төрҙәре теләмәгән йөклөлөктән һаҡлап ҡына ҡалмай, ә ҡатын-ҡыҙҙың ауырлығын арттырыуға йәки кәметеүгә булышлыҡ итә, ауыртыуҙарҙы, елһенеүҙе баҫа, күрем циклын яйға һала, косметологик тәьҫир ҙә яһай.
Заман ысулдарының береһе – гормон һалынған бәләкәй генә капсуланы тире аҫтына тегеп ҡуйыу, шулай уҡ инъекция ла (ике-өс айға бер яһала) – уңайлы варианттар, әммә, барыһына ла килешә тип булмай, ыңғай һәм кире яҡтарын баһалап, табип хәл итергә тейеш.
Даими енси тормош менән йәшә­гәндәргә, бала тапҡан ҡатындарға аналыҡ эсенә спираль ҡуйырға кәңәш итер инем. Уларҙың да төрлө формалағы һәм үҙенсәлектәре булғандары бар. Ҡуйҙырыр алдынан мотлаҡ анализдар тапшырырға, тулы тикшерелеү үтергә кәрәк.

– Заманына ярашлы, һаҡланыу саралары бихисап булһа ла, теләмәгән йөклөлөк осраҡтары барыбер бихисап...
– Былтыр беҙҙең участкала иҫәптә торған бала табыу йәшендәге ҡатындарҙың һәр меңенә 48-әр аборт тура килгән. Аборттарҙы иҫкәртеү буйынса консультация белгестәре даими эш алып бара. Һәр осраҡ – үҙенсәлекле, был аҙымға этәргән бихисап нескәлектәр бар. Мәҫәлән, үҫмер ауырға ҡалған булһа, мотлаҡ уның менән психолог әңгәмәләшә, акушер-гинеколог тәүге йөклөлөккә яһалған аборттың түлһеҙлеккә һәм башҡа насар эҙемтәләргә килтереү ихтимал­лығын аңлата. Ғөмүмән, абортҡа барам тип атлыҡҡан ҡатынға уйланырға ваҡыт бирергә кәрәк, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, аборт – бик үкенесле һәм ҡатын-ҡыҙҙың организмына айырыуса ныҡ кире йоғонто яһаған ғәмәл.
Балаларын үҫтереп бөтөп, үҙе өсөн йәшәй башлаған осорҙа, климакс осоро башланыр алдынан ауырға ҡалғандар ҙа була. Көтөлмәгән йөклөлөк ҡатындың донъяһының аҫтын-өҫкә әйләндерә, ул аптырағандан, йөклөлөктө өҙөргә ниәтләй. Бындай осраҡтарҙа ла гүзәл зат менән һөйләшергә, баланың был донъяға һәр ваҡыт Хоҙай бүләге булып килгәнен аңлатырға тырышабыҙ.
Әлбиттә, асоциаль тормош алып барған, яуапһыҙ ҡатындар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, абортҡа йүнәлтмә бирер алдынан был маҡсаттың урынлылығы медицина һәм башҡа күрһәткестәр нигеҙендә төрлө яҡтан баһалана.

– Әсәләрҙең уртаса йәше тураһында ла әйтеп үтәйек...
– Заман күҙгә күренеп үҙгәрә. Бынан бер нисә йыл элек 30 йәштән һуң бала тапҡан ҡатындарҙы “ҡарт” тип иҫәпләһәләр, хәҙер 40 йәштә һәм унан уҙғас та тәүге тапҡыр әсәй булыу бәхетенә өлгәшеүселәр бихисап. Кемдер күңеленә ятҡан кешеһен осратмаған, кемдер карьера баҫҡысынан үрләгән, кемдер оҙаҡ дауаланған – сәбәптәр күп һәм төрлө. Шулай ҙа үҙем, табип булараҡ, ҡатын-ҡыҙ әсәлек бәхетен йәшерәк һәм көслөрәк саҡта татырға тейеш, тип иҫәпләйем. Беренсенән, сабыйҙың патология менән тыуыу ихтималлығы түбән була, икенсенән, ҡатын йөклөлөктө еңелерәк кисерә, өсөнсөнән, тапҡан баланы ҡарап үҫтерергә ла көс һәм ваҡыт кәрәк бит. 20 – 30 йәш араһында әсә булыу – иң яҡшы осор. Әммә был хәл иртәрәк йәки һуңыраҡ булды икән, быныһы ла – тормош күренеше, табиптар буласаҡ әсәгә тейешле ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер.

– “Иртәрәк” тигәндән, һеҙҙең тәжрибәгеҙҙә иң йәш һәм иң өлкән әсәләргә нисә йәш ине?
– 13 йәшлек үҫмер һәм 46 йәшлек ҡатын иҫәптә тороп, һау-сәләмәт бала тыуҙырған осраҡтар булды. Үҫмер организмының физиологик яҡтан өлгөрөп етмәүе йөклөлөк осоронда хәүеф тыуҙырһа, бишенсе тиҫтәне ҡыуған ҡатындың үҫеш патологиялары булған бала тыуҙырыу ихтималлығы ҙур, унан тыш йөклөлөк осоронда төрлө сирҙәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.
Үҫмерҙәргә килгәндә, йыл һайын тиҫтәгә яҡын ошондай осраҡ теркәлә. Яҙмыштар төрлө. Кемдер яңылышҡан; бәғзеләренә ололар тарафынан иғтибар һәм ярҙам юҡ; берәү аңһыҙлығы менән шундай хәлгә ҡалған... Әлбиттә, иң тәүҙә буласаҡ йәш әсәләрҙең һаулығын хәстәрләйбеҙ. Медицина-социаль кабинет белгестәре психологик ярҙам күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта бындай һәр осраҡ – бәлиғ булмағандар­ҙың хоҡуғын боҙоу күренеше лә. Бәлиғ булған ир-ат ҡыҙҙың йәшен белә тороп, уның менән енси бәйләнешкә ингән икән, ул, әлбиттә, был осраҡта закон алдында яуап бирергә тейеш.

– Ҡайһы бер кешеләр ҡәҙимге поликлиниканы түләүле медицина учреждениелары менән сағыштырырға, хеҙмәтләндереү кимәленең ҡырҡа айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға ярата...
– Нормативтар буйынса поликлиникала бер пациентты ҡабул итеү өсөн 12 минут бирелә, ә түләүлелә – 30 минут. Табип ошо арауыҡта ҡатын-ҡыҙҙың сир билдәләрен белеп һәм күреп өлгөрөргә, диагноз ҡуйып, дауалау динамикаһын билдәләргә тейеш. Ә ярты сәғәт ваҡыт булғанда, гүзәл зат менән әңгәмә ҡороп, хәл-әхүәлен һорашып, ихласлыҡ күрһәтеп өлгө­рөргә лә була – ошондай мөғәмәлә кемгә оҡшамаҫ? Айырманы тояһы­ғыҙмы? Унан һуң, әлбиттә, ҡәҙимге поликлиникалағы шарттар, бәлки, шәхси клиникалар­ҙағынан бер аҙ ҡайтышыраҡтыр, әммә коридарҙа телевизор һәм йомшаҡ креслолар­ҙың булмауы табиптың белем һәм оҫталыҡ кимәлен билдәләмәй бит. Ғөмүмән, һәр белгес үҙ эшен яҡшы белергә, яратырға, пациенттары менән уртаҡ тел табып, уларға ярҙам итеү юлын аныҡ билдәләргә тейеш. Маҡсаттар уртаҡ булһа ла, һәр табиптың үҙ эшләү ысулы, үҙ холоҡ-фиғеле, тигәндәй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы ябай поликлиникала ла, шәхси клиникала ла принциптарынан тайпылмаясаҡ, профессионал булып ҡаласаҡ.
Әммә һаулыҡ өсөн яуаплылыҡ тәүге сиратта һәр кемдең үҙ иңендә. Донъя гүзәл зат тирәләй өйөрөлә, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар һау-сәләмәт, яҡшы кәйефле, матур булһын. Һаулыҡ мәсьәләһе беренсе урында торорға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 1 498

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 1 170

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 1 249

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 1 253

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 1 046

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 1 203

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 1 049

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 1 039

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 1 374

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 1 414

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 1 157