Демографик хәл, милләт һаулығы, ошо төшөнсәләрҙең дәүләт киләсәгенә ни тиклем ҡеүәтле йоғонто яһауы хаҡында һөйләшеүҙәрҙе йыш ишетәбеҙ, сөнки донъялағы ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙән ҡала, илдең нигеҙен рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт халҡы билдәләй. Үҙ сиратында, киләсәк ныҡлы һәм ышаныслы булһын өсөн, һау ғаиләләрҙә сәләмәт балалар тыуырға тейеш... Ҡыҫҡаһы, һүҙҙе ни тиклем йыраҡтан башлаһаҡ та, барлыҡ юлдар беҙҙе иң ябай, әммә мөһим төшөнсәләргә – әсә һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә, уға бәйле проблемаларға алып килә.
Сер түгел, гүзәл зат дусар булған ҡайһы бер сирҙәр үҙен бер нисек тә һиҙҙермәй, улар тураһында ысынбарлыҡҡа тап килгән һәм килмәгән мәғлүмәт күп. Гинекологияның бөгөнгө үҙенсәлектәре һәм заманға хас проблемалар, ҡатын-ҡыҙҙы йыш борсоған һорауҙар менән тәжрибәле белгес, юғары категориялы акушер-гинеколог, баш ҡаланың 50-се поликлиникаһы мөдире Эльвира Ирек ҡыҙы ЮНЫСОВАға мөрәжәғәт иттек.
– Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының эше ниндәй күрһәткестәр менән баһалана?
– Беҙ һөҙөмтә өсөн эшләйбеҙ. Мәҫәлән, гинекология сирҙәре тураһында һүҙ бара икән, ҡатын-ҡыҙ организмындағы кире үҙгәрештәр тураһында ни тиклем иртәрәк белеп ҡалһа, шул тиклем тиҙерәк дауалана башлаясаҡ һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Бының өсөн гүзәл заттарҙан бер генә мөһим ғәмәл талап ителә – һаулығығыҙға ҡарата яуаплы булығыҙ! Шиктәрегеҙ бар икән, “ауырта ла үтә ул” тип көтөп ятмағыҙ, мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итеп, тикшерелегеҙ, ваҡытты һуҙмағыҙ, сөнки яман булмаған шеш яманға әүерелгәс, донъяның ҡыҙығы бөтә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләүҙең дә мәғәнәһе юғала бит... Шуға күрә һаулығығыҙҙы көнкүреш мәсьәләләренән өҫтөнөрәк ҡуйығыҙ!
Буласаҡ әсәйҙәр темаһына килгәндә, хәҙер, илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, сабыйҙарҙың ғүмере өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш алып барыла. Беҙҙең өсөн һәр ауырлы ҡатындың яҙмышы мөһим, консультацияға мөрәжәғәт итеп, иҫәпкә торғас та, уның менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тотабыҙ, һаулығын даими тикшереп, хәлен белеп торабыҙ. Аңлауығыҙса, кешеләрҙең төрлөһөндә яуаплылыҡ кимәле лә төрлөсә. Кемдер табипҡа күренергә тейешле ваҡытта килә, кемдер үтәргә тейешле ғәмәлдәрҙе үткәреп ебәрә. Был осраҡта пациентҡа шылтыратабыҙ, яҙабыҙ, бәғзе осраҡта хатта участка табибы йортона ла барып килә. Иң мөһиме, әсә сабыйын иҫән-һау, ваҡытында табырға тейеш. Әйткәндәй, консультация балалар табыу йорто, балалар поли-клиникаһы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ҡатындың бәпесләгәнен, сабыйҙы йортона алып ҡайтып, балалар поликликаһындағы табиптар ҡарамағына иҫәпкә ҡуйғанын оператив рәүештә белеп торабыҙ. Һандарға килгәндә, былтыр беҙҙең учреждениела 1263 ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәпкә торған, уларҙың 1244-е срогының аҙағына тиклем етеп, бала тыуҙырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты сабый үле килеш донъяға килгән.
Йөклөлөк осорон һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә үткәрә, төрлөсә кисерә. Бәғзеләр еңел генә йөрөһә, кемдеңдер хроник сирҙәре ҡырҡыулашып китә, ә ҡайһы берҙәренең организмында киҫкен үҙгәрештәр башлана. Ауырлы ҡатындарҙы юҡҡа ғына поликлиникала иҫәпкә ҡуймайҙар: баланы иҫән-һау һәм ваҡытында, өҙлөгөүһеҙ тапһын өсөн был уғата мөһим. Ә перинаталь патологияларға ҡағылышлы, һығымта яһар алдынан ҡатын-ҡыҙға тулы медицина тикшеренеүҙәре үткәрәбеҙ, анализдарын баһалайбыҙ. УЗИ, биохимик скрининг һөҙөмтәләре генә етмәһә, пациентты генетиктарға консультацияға ебәрәбеҙ.
Әйткәндәй, беҙҙең поликлиникала медицина-социаль ярҙам күрһәтеү кабинеты уңышлы эшләй, уның штатында юрист, психолог, социаль эш буйынса белгес бар. Төп белгес Гөлнара Айвазова – мәғлүмәтле, тәжрибәле кадрҙарыбыҙҙың береһе. Гүзәл заттарҙың психологик хәл-торошо шик тыуҙыра икән, беҙ уны мотлаҡ Гөлнара Әмин ҡыҙына юллайбыҙ, әңгәмәләшергә саҡырабыҙ. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта бик көтөп алынған йөклөлөктөң проблемалы булыуы; ҡатын-ҡыҙ яҡындарының таянысын тоймауы; киреһенсә, сабыйҙың бөтөнләй көтөлмәгән булыуы ихтимал. Йә иһә бәғзеләр ауыр диагнозды ишетеп, быны бик ауыр кисереүе, уйламаған аҙым яһауы ихтимал. Ҡыҫҡаһы, тормош ҡатмарлы булған кеүек, яҙмыштар ҙа төрлөсә, шуға күрә медицина учреждениеһындағы белгестәр һәр осраҡтың үҙенсәлеген иҫәпкә алырға тырыша.
Аборттарҙы иҫкәртеү, бәлиғ булмағандарға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, балалары булмаған ғаиләләргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү, сәләмәт тормошҡа өндәү, ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген төшөндөрөү, репродуктив һаулыҡты нығытыу, ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм башҡа бихисап социаль мәсьәләләр шулай уҡ беҙҙең белгестәр иғтибарында.
– Ошо урында поликлиниканың йөҙөн билдәләгән белгестәрҙе барлап үтәйек.
– Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар поликлиникаһында 56 774 ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора (шул иҫәптән бала табыу йәшендәгеләр – 27 377 кеше). Уларҙы участкалар буйынса 14 табип ҡабул итә. Коллектив берҙәм, тәжрибәле.
Оҙаҡ йылдар консультацияла юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты Роза Ғөбәйҙуллина, юғары категориялы табип Ирина Гаврилова, балаятҡы муйынтығы патологияһы кабинеты белгесе, акушер-гинеколог Лиана Әхмәтова, УЗИ белгесе Регина Хәбибуллина һәм башҡалар эшләй. Әйткәндәй, Регина Нуретдин ҡыҙын айырым билдәләр инем. Ул – үҙ һөнәренең оҫтаһы, УЗИ аппараты һөҙөмтәләре менән юғары профессиональ кимәлдә эшләй, организмдағы үҙгәрештәрҙе шунда уҡ күреп-төшөнөп ала. Уның оҫталығы ярҙамында бихисап ҡатын-ҡыҙ үҙ ваҡытында диагнозы хаҡында хәбәрҙар була һәм дауалана, тип әйтергә була.
Өмөтлө йәштәр килеүе лә ҡыуаныслы. Альбина Мөхәмәтйәнова, Ғәлиә Исмәғилева – шундайҙарҙан. Теоретик белемде ғәмәлдә тейешенсә ҡулланыу, өлкәндәрҙең тәжрибәһенә таяныу, яңылыҡтарҙы тиҙ арала тотоп алыу – уларҙың уңышы.
– Бер нимә борсомаһа ла, гинекологка ни тиклем йыш мөрәжәғәт итеү фарыз?
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәҡдиме буйынса, пландағы тикшереүҙәр йылына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Шәхси тәжрибәмә таянып, гүзәл заттарҙы йылына ике тапҡыр гинекологка күренергә өндәр инем. Артабан иһә теге йәки был патологик хәл, сир төрө асыҡланыуға ҡарап, дауаланыу ваҡыты һәм юлдары билдәләнә. Гинекологик тикшерелеүҙең төп маҡсаты – төрлө ауырыуҙарҙы, бигерәк тә яман шеш кеүек аяныслыларын ваҡытында асыҡлап, дауалай башлау, ҡатын-ҡыҙ организмының сәләмәтлек кимәлен билдәләү.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл онкологик сирҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Был бәлә гинекология тармағын да урап үтмәй. Бынан 10 – 15 йыл элек аяныслы сирҙәргә йышыраҡ оло йәштәгеләр дусар булһа, хәҙер онкология йылдан-йыл “йәшәрә”. Бының сәбәбе төрлө булһа ла, экологик проблемаларҙың киҫкенләшеүе, туҡланыу рационында химиялы аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк итеүе, кешеләрҙең даими стресс торошонда йәшәүе алама сирҙәргә алып килгән төп этәргестәр тип иҫәпләйем.
– Мәғлүмәт осоронда йәшәйбеҙ. Сирҙәрҙе иҫкәртеү, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу кеүек төшөнсәләр хаҡында Интернет селтәрендә лә уҡып була...
– Әлбиттә, тармаҡтағы бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек булған хәлде бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ түгел: мәғлүмәт тә күп, мөмкинлектәр ҙә киң. Шул иҫәптән контрацепция мәсьәләһендә лә. Был мәсьәлә бала табыу йәшенә еткән, енси тормош алып барған һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсорға тейеш. “Ир-аттар ҙа яуаплылыҡ күрһәтһен”, – тип әйтеүселәр табылһа ла, күпселек осраҡта енси бәйләнештең һөҙөмтәләре өсөн тәүге сиратта гүзәл затҡа яуап бирергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡытта һаулыҡ хаҡы менән. Хәҙерге медицина ҡатын-ҡыҙҙарға һаҡланыу йәһәтенән бихисап мөмкинлектәр тәҡдим итә. Әммә ниндәйҙер ысулды һайлар алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә, тикшерелергә кәрәк. Гормональ контрацепция – иң ышаныслы ысулдарҙың береһе. Уның үҙенсәлеге – организмды ҡатын-ҡыҙ енси гормондарының бәләкәй миҡдарҙағы синтетик аналогы менән тәьмин итеүҙә.
Гормональ контрацептивтарҙы таблетка һәм мини-пилюлялар (уларҙа гормон миҡдары уғата аҙ, тәьҫир итеү көсө лә шул сама); аналыҡ еңсәһенә ҡуйыла торған ҡулса, шулай уҡ импланттар һәм инъекциялар формаһында ҡулланырға була.
Таблеткаларҙың ҡайһы бер төрҙәре теләмәгән йөклөлөктән һаҡлап ҡына ҡалмай, ә ҡатын-ҡыҙҙың ауырлығын арттырыуға йәки кәметеүгә булышлыҡ итә, ауыртыуҙарҙы, елһенеүҙе баҫа, күрем циклын яйға һала, косметологик тәьҫир ҙә яһай.
Заман ысулдарының береһе – гормон һалынған бәләкәй генә капсуланы тире аҫтына тегеп ҡуйыу, шулай уҡ инъекция ла (ике-өс айға бер яһала) – уңайлы варианттар, әммә, барыһына ла килешә тип булмай, ыңғай һәм кире яҡтарын баһалап, табип хәл итергә тейеш.
Даими енси тормош менән йәшәгәндәргә, бала тапҡан ҡатындарға аналыҡ эсенә спираль ҡуйырға кәңәш итер инем. Уларҙың да төрлө формалағы һәм үҙенсәлектәре булғандары бар. Ҡуйҙырыр алдынан мотлаҡ анализдар тапшырырға, тулы тикшерелеү үтергә кәрәк.
– Заманына ярашлы, һаҡланыу саралары бихисап булһа ла, теләмәгән йөклөлөк осраҡтары барыбер бихисап...
– Былтыр беҙҙең участкала иҫәптә торған бала табыу йәшендәге ҡатындарҙың һәр меңенә 48-әр аборт тура килгән. Аборттарҙы иҫкәртеү буйынса консультация белгестәре даими эш алып бара. Һәр осраҡ – үҙенсәлекле, был аҙымға этәргән бихисап нескәлектәр бар. Мәҫәлән, үҫмер ауырға ҡалған булһа, мотлаҡ уның менән психолог әңгәмәләшә, акушер-гинеколог тәүге йөклөлөккә яһалған аборттың түлһеҙлеккә һәм башҡа насар эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын аңлата. Ғөмүмән, абортҡа барам тип атлыҡҡан ҡатынға уйланырға ваҡыт бирергә кәрәк, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, аборт – бик үкенесле һәм ҡатын-ҡыҙҙың организмына айырыуса ныҡ кире йоғонто яһаған ғәмәл.
Балаларын үҫтереп бөтөп, үҙе өсөн йәшәй башлаған осорҙа, климакс осоро башланыр алдынан ауырға ҡалғандар ҙа була. Көтөлмәгән йөклөлөк ҡатындың донъяһының аҫтын-өҫкә әйләндерә, ул аптырағандан, йөклөлөктө өҙөргә ниәтләй. Бындай осраҡтарҙа ла гүзәл зат менән һөйләшергә, баланың был донъяға һәр ваҡыт Хоҙай бүләге булып килгәнен аңлатырға тырышабыҙ.
Әлбиттә, асоциаль тормош алып барған, яуапһыҙ ҡатындар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, абортҡа йүнәлтмә бирер алдынан был маҡсаттың урынлылығы медицина һәм башҡа күрһәткестәр нигеҙендә төрлө яҡтан баһалана.
– Әсәләрҙең уртаса йәше тураһында ла әйтеп үтәйек...
– Заман күҙгә күренеп үҙгәрә. Бынан бер нисә йыл элек 30 йәштән һуң бала тапҡан ҡатындарҙы “ҡарт” тип иҫәпләһәләр, хәҙер 40 йәштә һәм унан уҙғас та тәүге тапҡыр әсәй булыу бәхетенә өлгәшеүселәр бихисап. Кемдер күңеленә ятҡан кешеһен осратмаған, кемдер карьера баҫҡысынан үрләгән, кемдер оҙаҡ дауаланған – сәбәптәр күп һәм төрлө. Шулай ҙа үҙем, табип булараҡ, ҡатын-ҡыҙ әсәлек бәхетен йәшерәк һәм көслөрәк саҡта татырға тейеш, тип иҫәпләйем. Беренсенән, сабыйҙың патология менән тыуыу ихтималлығы түбән була, икенсенән, ҡатын йөклөлөктө еңелерәк кисерә, өсөнсөнән, тапҡан баланы ҡарап үҫтерергә ла көс һәм ваҡыт кәрәк бит. 20 – 30 йәш араһында әсә булыу – иң яҡшы осор. Әммә был хәл иртәрәк йәки һуңыраҡ булды икән, быныһы ла – тормош күренеше, табиптар буласаҡ әсәгә тейешле ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер.
– “Иртәрәк” тигәндән, һеҙҙең тәжрибәгеҙҙә иң йәш һәм иң өлкән әсәләргә нисә йәш ине?
– 13 йәшлек үҫмер һәм 46 йәшлек ҡатын иҫәптә тороп, һау-сәләмәт бала тыуҙырған осраҡтар булды. Үҫмер организмының физиологик яҡтан өлгөрөп етмәүе йөклөлөк осоронда хәүеф тыуҙырһа, бишенсе тиҫтәне ҡыуған ҡатындың үҫеш патологиялары булған бала тыуҙырыу ихтималлығы ҙур, унан тыш йөклөлөк осоронда төрлө сирҙәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.
Үҫмерҙәргә килгәндә, йыл һайын тиҫтәгә яҡын ошондай осраҡ теркәлә. Яҙмыштар төрлө. Кемдер яңылышҡан; бәғзеләренә ололар тарафынан иғтибар һәм ярҙам юҡ; берәү аңһыҙлығы менән шундай хәлгә ҡалған... Әлбиттә, иң тәүҙә буласаҡ йәш әсәләрҙең һаулығын хәстәрләйбеҙ. Медицина-социаль кабинет белгестәре психологик ярҙам күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта бындай һәр осраҡ – бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын боҙоу күренеше лә. Бәлиғ булған ир-ат ҡыҙҙың йәшен белә тороп, уның менән енси бәйләнешкә ингән икән, ул, әлбиттә, был осраҡта закон алдында яуап бирергә тейеш.
– Ҡайһы бер кешеләр ҡәҙимге поликлиниканы түләүле медицина учреждениелары менән сағыштырырға, хеҙмәтләндереү кимәленең ҡырҡа айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға ярата...
– Нормативтар буйынса поликлиникала бер пациентты ҡабул итеү өсөн 12 минут бирелә, ә түләүлелә – 30 минут. Табип ошо арауыҡта ҡатын-ҡыҙҙың сир билдәләрен белеп һәм күреп өлгөрөргә, диагноз ҡуйып, дауалау динамикаһын билдәләргә тейеш. Ә ярты сәғәт ваҡыт булғанда, гүзәл зат менән әңгәмә ҡороп, хәл-әхүәлен һорашып, ихласлыҡ күрһәтеп өлгөрөргә лә була – ошондай мөғәмәлә кемгә оҡшамаҫ? Айырманы тояһығыҙмы? Унан һуң, әлбиттә, ҡәҙимге поликлиникалағы шарттар, бәлки, шәхси клиникаларҙағынан бер аҙ ҡайтышыраҡтыр, әммә коридарҙа телевизор һәм йомшаҡ креслоларҙың булмауы табиптың белем һәм оҫталыҡ кимәлен билдәләмәй бит. Ғөмүмән, һәр белгес үҙ эшен яҡшы белергә, яратырға, пациенттары менән уртаҡ тел табып, уларға ярҙам итеү юлын аныҡ билдәләргә тейеш. Маҡсаттар уртаҡ булһа ла, һәр табиптың үҙ эшләү ысулы, үҙ холоҡ-фиғеле, тигәндәй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы ябай поликлиникала ла, шәхси клиникала ла принциптарынан тайпылмаясаҡ, профессионал булып ҡаласаҡ.
Әммә һаулыҡ өсөн яуаплылыҡ тәүге сиратта һәр кемдең үҙ иңендә. Донъя гүзәл зат тирәләй өйөрөлә, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар һау-сәләмәт, яҡшы кәйефле, матур булһын. Һаулыҡ мәсьәләһе беренсе урында торорға тейеш.