Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алтын ҡулдарығыҙға рәхмәт!
Алтын ҡулдарығыҙға рәхмәт!Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ҡан тамыры хирургияһы бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Әмир Айытҡол улы Хәмитов етәкләгән бүлек эшенә саҡ ҡына ҡағылып үтеү өсөн “Фекерҙәр һәм тәҡдимдәр” журналына күҙ һалайыҡ.

“Ҡан тамыры хирургияһы бүлегенең коллективы етәксеһе Әмир Айытҡол улы Хәмитовҡа, хирург Илдар Фидай улы Дибаевҡа, анестезиолог Земфира Сәғит ҡыҙы Басироваға, шәфҡәт туташтарына, шул иҫәптән Регина Рауил ҡыҙы Абдулмановаға, кухня эшселәренә, санитаркаларға. Һеҙҙең үҙ һөнәрегеҙҙең оҫтаһы булыуығыҙға – алтын ҡулдарығыҙға рәхмәт”.
Иғтибарыбыҙҙы өс быуын табиптар династияһы вәкиле (атаһы, үҙе, балалары, тормош иптәше) Илдар Фидай улы Дибаевҡа бирәйек. Ул Туймазы районында тыуған. Аталары Өфө районының Дмитриевка ауылынан. Илдар Дибаев медицина университетын тамамлағас, Дәүләкәндә терапевт булып хеҙмәт юлын башлай, шунан Бәләбәйҙә баш табип урынбаҫары була. Хирургияла эшләүенә инде 30 йыл.
– Үҙебеҙҙең төп эшебеҙҙән буш саҡта Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларында консультация үткәрәбеҙ. Сөнки республика клиник дауаханаһының ҡан тамыры хирургияһы бүлегенең үҫеш кимәле Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск менән сағыштырырлыҡ юғары кимәлдә тора. Былтыр беҙҙең бүлектә 1202 операция эшләнде. Шулай уҡ 128 ашығыс операция яһау ҙа бик юғары күрһәткес булып тора.
Беренсе сиратта кеше үҙ һаулығын уйлаһа, беҙ ярҙам итәбеҙ. Әгәр ҙә ул алама ғәҙәттәр менән дуҫлашҡан булһа, үҙен һуңғы сиккә еткерһә, был осраҡта сирҙе еңеүе ҡыйыныраҡ. Насар ғәҙәттәр урынына спорт менән шөғөлләнергә, бәләкәйҙән характерҙы, күңел ныҡлығын үҫтерергә кәрәк.
Мин үҙем бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләндем, һунар менән мауыҡтым. Биш йыл элек улым фитнесҡа саҡырҙы. “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйындарын ҡалдырмайым.
Коллективыбыҙ берҙәм, эште тамамламайынса ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Әмир Айытҡол улы Хәмитов, Юрий Васильевич Тарасов кеүек оло хирургтарыбыҙ йәштәргә өлгө булып тора. Уртансы быуын вәкилдәре: Азат Минлеғәли улы Ғүмәров, Альберт Әхмәт улы Сирғәлин, Марат Әхәт улы Әлмөхәмәтов. Йәштәрҙән Рөстәм Миңхарис улы Дәүләтшин, Дмитрий Валерьевич Белоусов – үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы. Быйыл эшкә Дмитрий Маркелович Филиппов килде.
Илдар Дибаевтың атаһы – хәрби табип, ҡатыны Юлия Геннадьевна – офтальмолог, улы Таһир – офтальмолог, медицина фәндәре кандидаты, ҡыҙы Алһыу – табип-косметолог.
Ҡатыны бер мәл былай тип әйткән: “Һин ун йылдың өс йылын ғына өйҙә үткәрҙең”. Эйе, табиптар бүлектә дежур итеү менән бергә санитар авиацияла ла эшләй. Улар Баймаҡҡа, Дәүләкәнгә һәм башҡа тарафтарға самолеттарҙа, вертолеттарҙа оса.
– Мин бәләкәй саҡта теген машинаһында тегергә, бәйләргә өйрәнгәйнем. Ошо оҫталығым хәҙер операция барышында кәрәкмәгәнде ипләп кенә алып ташларға ярҙам итә. Медицинанан тыш баҡса эшен яратам. Бер алмағасымда биш төрлө алма үҫә. Һәр саҡ гитарала уйнарға өйрәнеү теләге менән йәшәнем.
Әлбиттә, медицинаны ташлап киткән кешеләр ҙә булғылай. Бер коллегабыҙ нефть институтына ситтән тороп уҡырға инде. Һигеҙ йылдан һуң кире ҡайтты. Кем медицинаға тормошон бәйләгән, улар был өлкәнән бер ваҡытта ла китә алмай, – ти Илдар Фидай улы.
Шулай республикабыҙ халҡының һаулығы һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәре тырышып эшләй ҙә, матур йәшәй ҙә белә.


Автор: Хәтирә ШӘРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә