Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Бассейнда һыу ингең килһә, Солтаншиндарға бар
Бассейнда һыу ингең килһә, Солтаншиндарға бар — Иптәшем Марат иретеп йәбештереүсе булғас, бөтә нәмәләрҙе үҙе эшләне, — ти Әлфиә Солтаншина, ихаталары буйлап аптырап та, һоҡланып та йөрөүебеҙҙе күргәс.
Аптырамаҫлыҡ та түгел шул. Тағы ҡайһы өйҙөң ихатаһында бассейн тора икән? Түбәнге Ҡарышта ғына түгел, ә тотош Балтаста ла юҡтыр әле. Булһа ла, магазинда һатып алынған резина материалдан эшләнгәндәренә һауа тултырып ҡуйылғандары ғына барҙыр. Солтан­шиндарҙыҡы иһә тимерҙән ҙур итеп яһалған. Менер өсөн баҫҡыстары ла бар. Тотонорға урыны ла эшләнгән. Бер төймәгә баҫһаң, бассейн көмбәҙ менән ҡаплана, саң да, сүп-сар ҙа төшмәй, йәғни һыу бысранмай. Тағы төймәгә баҫыуың була, көмбәҙ асылып китә. Ысынлап та, был ҡоролмаға ифрат һоҡланырлыҡ.
Ғөмүмән, Мараттың ҡулдары алтын икән. Бәләкәй генә ихатала нимә генә эшләмәгән ул. Душ бүлмәһе лә, сәй эсә, ял итә торған беседкаһы ла, әллә нисә кеше ултырырлыҡ бәүелсәге лә, гамагы ла, әйләнә торған креслоһы ла, тип-тигеҙ карауаты ла... Һәр береһенең өҫтөнә ҡояштан һаҡлана торған өҫҡорма эшләнгән. Бындай ҡоролмаларҙы күргәндән һуң, әллә Солтаншиндар гел ял итеп кенә ултырамы икән тигән уй ҙа килеп ҡуя. Ултырһаң, ауылда эш бармай инде ул. Кәртә тулы ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, өй янындағы баҡсаларында картуф, ҡабаҡ, әллә нисә төрлө салат, помидор, ҡыяр, борос, шулай уҡ бер нисә төрлө кәбеҫтә, тәмләткес үләндәр, хатта көнбағышына тиклем үҫтерәләр. Ҡар баҙын да баҡсаға эшләп ҡуйғандар, йәшел­сәләрен шунда һаҡлайҙар.
Бассейнда һыу ингең килһә, Солтаншиндарға барСолтаншиндарҙың тағы бер байлы­ғын әйтмәнек бит әле. Әллә дүрт, әллә биш мейестәре бар — һәр ҡайһы­һы­ның үҙ тәғәйенләнеше. Береһендә шашлыҡ бешә, икенсеһендә тауыҡ ҡыҙа, өсөнсөһөндә аш ҡайнай, дүртен­се­һендә малдарға өҫтәмә аҙыҡ әҙерләнә. Иң мөһиме — улар ыҡсым ғына итеп эш­ләнгән, ҙур урынды билә­мәй. Ихата­ның төрлө ерҙәренә ҡуйыл­ғас, күплеге лә күҙгә салынмай. Әлеге лә баяғы Марат­тың оҫта ҡулдары тыуҙырған инде уларҙы.
Солтаншиндарҙа бер нәмә лә әрәм булмай. Ябай ғына пластик һыу һауыт­тарынан пальма эшләп ҡуйылған. Был бейек “ағас” әллә ҡайҙан юлдан күре­неп тора. Шул уҡ һыу һауыттарын ҡыр­ҡып, биҙәп, төрлө йәнлек, ҡош-ҡорт яһап ҡуйғандар. Ҡатыны Әлфиә һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып йөрөгән ҡыҙы Алһыу уларға йән өргән: күҙҙәрен, ҡаш­та­рын, танау, ауыҙҙарын яһап ҡуйғандар, тере тип торорһоң. Сәскә­ләр өсөн дә һыу һауыттары файҙа­ланылған. Кәртә-ҡураларындағы һәр ишек матур буяуҙар, төрлө һүрәттәр менән биҙәлгән. Юҡҡа ғына Солтаншиндар быйыл Экология йылында районда уҙғарылған “Өлгөлө ихата” конкурсында II урынды алмаған икән! Ысынлап та, һоҡланып туйғыһыҙ һәм өлгө алырлыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Серәкәйҙән һаҡланыу өсөн шәп ысул бар!

Серәкәйҙән һаҡланыу өсөн шәп ысул бар! 21.05.2026 // Баҡса

Йәнгә тейеп бимазалаған, тешләп аллергия тыуҙырған бөжәктән һаҡланыу өсөн ябай ғына алымдар тәҡдим ......

Тотош уҡырға 2

Помидорҙы күсереп ултыртҡан мәлдә көл һибегеҙ

Помидорҙы күсереп ултыртҡан мәлдә көл һибегеҙ 18.05.2026 // Баҡса

Уңыш ике тапҡыр мулыраҡ буласаҡ. Әммә ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе белергә кәрәк....

Тотош уҡырға 1

Бесәйҙе түтәлдәр өҫтөнән йөрөүҙән нисек биҙҙерергә?

Бесәйҙе түтәлдәр өҫтөнән йөрөүҙән нисек биҙҙерергә? 17.05.2026 // Баҡса

Бөтәһе лә баҡса сәсә. Хәҙер инде уны утарға, һыу һибергә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә ҡала. Тик ......

Тотош уҡырға 2

Үлеп барған гөлдө лә терелтер...

Үлеп барған гөлдө лә терелтер... 17.05.2026 // Баҡса

Бер йомортҡа ағына 200 миллилитр (бер стакан) йылы һыу ҡойоп, яҡшы итеп болғағандан һуң......

Тотош уҡырға 3

Картуфты ҡасан ултыртырға?

Картуфты ҡасан ултыртырға? 07.05.2026 // Баҡса

Халыҡ мәҡәле буйынса “Картуфты муйыл сәскә атҡанда, ҡайын япрағы бер тин ҙурлығында булғанда ......

Тотош уҡырға 3

Уңыш та мул булыр, ҡоротҡостарға ла бирешмәҫ

Уңыш та мул булыр, ҡоротҡостарға ла бирешмәҫ 03.05.2026 // Баҡса

Йыл һайын төрлө сорт бәрәңге үҫтергән, әҙ генә ерҙән дә мул уңыш алыуға өлгәшкән оҫта баҡсасы ......

Тотош уҡырға 3

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс...

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс... 28.04.2026 // Баҡса

Йә ер ҡаты, йә һыулы... Таулы яҡтарҙа яҡшы уңыш алып булмай. Әммә балсыҡлы йә, киреһенсә, һаҙлыҡлы ......

Тотош уҡырға 3

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ...

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ... 28.04.2026 // Баҡса

Бының өсөн апрелдә нимә эшләргә кәрәк?.. Май айында нимә эшләргә?.....

Тотош уҡырға 3

Айғырбатҡан ниңә күркәм?

Айғырбатҡан ниңә күркәм? 28.04.2026 // Баҡса

Тиҙҙән бында урман барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 2

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна 25.04.2026 // Баҡса

Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе ......

Тотош уҡырға 4

Гортензияны бик иртә асмағыҙ

Гортензияны бик иртә асмағыҙ 24.04.2026 // Баҡса

Улар йәй буйы сәскә атып ултырһын өсөн эште яҙҙан уҡ башлағыҙ...

Тотош уҡырға 5

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы 21.04.2026 // Баҡса

Был йәшел тәмләткес колит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауы­рыу­ҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә