Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Был сәскәне үҫтереү серҙәрен Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко өйрәтә.

Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименконың өлгөрлөгөнә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул йәмәғәт тормошонда ла әүҙем, махсус хәрби операция һалдаттарына ярҙам итергә лә өлгөрә, үҙенең йәшәгән йортон да гөл-сәскәгә күмеп тота. Бөгөн беҙ унан сәскә үҫтереү серҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ғаиләһе менән Себер тарафтарынан күсеп ҡайтҡандан бирле, 15 йылдан ашыу ул петуниялар үҫтерә. Яҙҙан көҙгә тиклем йортон ошо сәскә йәмләй.
– Февраль-мартта орлоҡто сәсәм. Был сәскәне үҫтереүе еңел түгел, наҙлы ғына үҫенте ул. Сәскәс, тәүҙә пленка япма менән ҡаплайым, һауа керһен өсөн ваҡ ҡына итеп тишкеләп сығам. Асҡан саҡта һаҡ ҡыланығыҙ, ҡапыл асырға ярамай. Еп һымаҡ нәҙек кенә итеп сыҡҡан үҫентеләр зарарланмаһын өсөн тәүге осорҙа шприц менән генә һыу һибәм. Стакандарға айырып бүлеп ултыртҡас, улар нығынып үҫеп китә. Петунияны ашламалау өсөн тиреҫ ҡулланам. Ни өсөн тап ошо сәскәне үҫтерергә яратам - ул иртә йәйҙән ҡар яуғансыға тиклем шау сәскәгә күмелеп ултыра, – тип һөйләне Сәлимә ханым.
Петуния үҫтереүгә Алаҡай клубы хеҙмәткәрҙәре лә оҫтарып алған. Улар мәҙәниәт йорто эргәһенә, һәйкәл тирә-яғына ла ултырталар. Артып ҡалған үҫентеләрҙе һатып, клуб өсөн кәрәк-яраҡ алалар.
Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......