Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡ булығыҙ: дауыл ҡотора!
Һаҡ булығыҙ: дауыл ҡотора!
Республика райондарының бер нисәүһе аша үткән көслө дауыл, боҙло борсаҡ йорттарҙың ҡыйығын емерҙе, ағастарҙы тамыры менән йолҡоп ташланы, йәшелсә-емешкә зыян килтерҙе. Айырыуса ҙур юғалтыу Учалы, Ишембай райондарында күҙәтелгән. Әлеге көндә халыҡ зыян күләмен иҫәпләй.


Диаметры ике сан­тиметрға еткән боҙ ям­ғыры Салауат ҡа­ла­­һын­- да яуған. Ошондай уҡ хәл Ишембай районы- ның Маҡар ауылында ла күҙәтелгән. Борсаҡ баҡсалағы йә­шелсә-емеш үҫенте­лә­рен ер менән ти­­геҙ­ләгән. Ха-лыҡҡа йәшелсәне яңы-нан ултыртырға тура килә­сәк. Ҡайһы бе-рәүҙәрҙең бәпкәләре һәләк булған.
Учалы районының Ҡунаҡбай ауыл ха­кимиәте биләмәһендәге дауыл күпкә ҡур­ҡыны­сыраҡ эҙемтәләргә кил­тергән. Шаһиттар әй­те­үенсә, ғәрәсәт мә­лендә боҙло борсаҡ менән дауылдан тыш, йәшен дә уйнаған. Илтабан ауылындағы бер һарайҙа шул арҡала янғын сыҡҡан.
Ә бына Юлдаш ауылында йәшәгән Ямаловтар ғаиләһенең яңы ғына төҙөлгән йорто нигеҙенә тиклем емерелгән. Йәштәр быйыл көҙ өй туйларға ниәтләнгән булған. Өс балалы йәш ғаиләне үлемдән бәхетле осраҡ аралап ҡала. Улар дауыл ваҡытында ҡунаҡта була. Әммә өс йыл буйы һалынған йорттоң юҡҡа сығыуы – бик ҙур юғалтыу. Әлеге мәлдә урындағы хакимиәт һәм яҡындары Ямаловтарға ярҙам итеү юлдарын эҙләй. Тәбиғәт көсөн көрәшеп еңеү мөмкин түгел. Әммә уның эҙемтәләрен бергәләшеп күтәрергә була.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 1 336

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 013

Янында бала ла булған

Янында бала ла булған 24.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн кис Иглин районының Ауструм ауылы янында ҡурҡыныс авария булған....

Тотош уҡырға 458

"Ашығыс ярҙам" ашыҡҡанмы?..

"Ашығыс ярҙам" ашыҡҡанмы?.. 24.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн Өфөлә үлемесле авария теркәлгән....

Тотош уҡырға 311

Тағы ут сыҡҡан...

Тағы ут сыҡҡан... 21.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Өфө үҙәгендә тағы ла бер янғын булған....

Тотош уҡырға 283

Үҙәкте төтөнгә күмеп...

Үҙәкте төтөнгә күмеп... 21.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн Өфөнөң Үҙәк баҙары эргәһендә янғын сыҡҡан....

Тотош уҡырға 262

Ҡара төтөнгә күмеп Ҡариҙелде...

Ҡара төтөнгә күмеп Ҡариҙелде... 17.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Ҡариҙел районының Сурҙы ауылында үткән төн янғын сыҡҡан....

Тотош уҡырға 336

Асҡында – янғын

Асҡында – янғын 09.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн төндә Асҡын районы үҙәгендә янғын сығып, ике кеше һәләк булған....

Тотош уҡырға 336

Өйҙә дүрт бала булған...

Өйҙә дүрт бала булған... 07.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн Шаран районының Супай ауылындағы йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Өйҙә дүрт бала булған....

Тотош уҡырға 378

Янғын үҙен иҫләтеп тора

Янғын үҙен иҫләтеп тора 03.03.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Күмертау ҡалаһының Еңеүҙең 40 йыллығы урамындағы бер йорт фатирында янғын сыҡҡан....

Тотош уҡырға 389

Өс кешенең ғүмерен өҙҙө...

Өс кешенең ғүмерен өҙҙө... 24.02.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылындағы бер ағас йортта бөгөн янғын сыҡҡаны билдәле булды....

Тотош уҡырға 424

Тағы авария...

Тағы авария... 17.02.2019 // Ғәҙәттән тыш хәл

М-5 трассаһында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ҡурҡыныс авария булған....

Тотош уҡырға 618