Республика райондарының бер нисәүһе аша үткән көслө дауыл, боҙло борсаҡ йорттарҙың ҡыйығын емерҙе, ағастарҙы тамыры менән йолҡоп ташланы, йәшелсә-емешкә зыян килтерҙе. Айырыуса ҙур юғалтыу Учалы, Ишембай райондарында күҙәтелгән. Әлеге көндә халыҡ зыян күләмен иҫәпләй.
Диаметры ике сантиметрға еткән боҙ ямғыры Салауат ҡалаһын- да яуған. Ошондай уҡ хәл Ишембай районы- ның Маҡар ауылында ла күҙәтелгән. Борсаҡ баҡсалағы йәшелсә-емеш үҫентеләрен ер менән тигеҙләгән. Ха-лыҡҡа йәшелсәне яңы-нан ултыртырға тура киләсәк. Ҡайһы бе-рәүҙәрҙең бәпкәләре һәләк булған.
Учалы районының Ҡунаҡбай ауыл хакимиәте биләмәһендәге дауыл күпкә ҡурҡынысыраҡ эҙемтәләргә килтергән. Шаһиттар әйтеүенсә, ғәрәсәт мәлендә боҙло борсаҡ менән дауылдан тыш, йәшен дә уйнаған. Илтабан ауылындағы бер һарайҙа шул арҡала янғын сыҡҡан.
Ә бына Юлдаш ауылында йәшәгән Ямаловтар ғаиләһенең яңы ғына төҙөлгән йорто нигеҙенә тиклем емерелгән. Йәштәр быйыл көҙ өй туйларға ниәтләнгән булған. Өс балалы йәш ғаиләне үлемдән бәхетле осраҡ аралап ҡала. Улар дауыл ваҡытында ҡунаҡта була. Әммә өс йыл буйы һалынған йорттоң юҡҡа сығыуы – бик ҙур юғалтыу. Әлеге мәлдә урындағы хакимиәт һәм яҡындары Ямаловтарға ярҙам итеү юлдарын эҙләй. Тәбиғәт көсөн көрәшеп еңеү мөмкин түгел. Әммә уның эҙемтәләрен бергәләшеп күтәрергә була.